Болонь ҡурсаулығы
Болонь ҡурсаулығы (рус. Природный заповедник «Бо́лоньский») 1997 йылдың 18 ноябрендә Хабаровск крайында ойошторола. Ҡурсаулыҡ майҙаны 103,6 мең гектар. Уның төп бурысы — биологик төрлөлөктө һәм һаҡланыусы тәбиғи комплекстарҙы һәм объекттарҙы тәбиғи хәлдә тотоу маҡсатында тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау.
«Болонь» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 103.6 тыс. га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 18 ноябрь 1997 йыл |
Урынлашыуы | |
49°34′07″ с. ш. 135°54′49″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Хабаровск крайы |
Районы | Амур районы, Нанай районы |
Яҡындағы ҡала | Амурск |
zapovedamur.ru | |
Болонь ҡурсаулығы Викимилектә |
Һыу һәм һирәк осрай торған ҡоштар ҡурсаулыҡ урынлашҡан майҙанда оя ҡора һәм күпләп туплана.
Географик урынлашыуы
үҙгәртергәҠурсаулыҡ территорияһы Урта Амур уйһыулығында урынлашҡан, көньяҡ — көньяҡ-көнбайыштан Болонь күленә барып тоташа, Симми һәм Харпи йылғалары араһындағы аралыҡты биләй һәм өлөшләтә халыҡ-ара әһәмиәттәге һаҙлыҡлы ерҙәрҙе биләй. Ҡурсаулыҡта һаҙлыҡтар территорияның 87 процентын алып тора.
Флора һәм фаунаһы
үҙгәртергәҠурсаулыҡ территорияһының 87 проценты һаҙлыҡлы. Ҡоштарҙың яҡынса 250 төрө бар, уларҙың 160-ҡа яҡын төрө оя ҡора, һирәк осрай торған төрҙәрҙең дөйөм һаны — 35-тән ашыу. Яҙғы һәм көҙгө осош осоронда бында төрлө төрҙәге 0,8 — 1,2 миллионға тиклем ҡош-ҡорт ял итеүгә һәм ашауға туҡтай.
Бөжәктәрҙе өйрәнеү башланған; әлегә ҡурсаулыҡ биләмәһендә 600 төрҙән ашыу тәңкә ҡанатлылар билдәле; башҡа бөжәктәр тулы өйрәнелмәгән.
Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һыу үҫемлектәренең һирәк төрҙәре — Шребер бразенияһы, ирис, һыу сәтләүеге, шулай уҡ төбәктә һирәк осрай торған үҫемлек төрҙәре үҫә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Водно-болотные угодья международного значения в районе озера Болонь и их сохранение (недоступная ссылка — история).
- Болоньский заповедник на сайте «ООПТ России»
- Распоряжением Минприроды России ФГБУ "Государственный природный заповедник «Болоньский» реорганизован в филиал Федерального государственного бюджетного учреждения «Объединенная дирекция государственных природных заповедников и национальных парков Хабаровского края» — ФГБУ «Заповедное Приамурье».
- Болоньский Природный Заповедник .- Красная Книга России.