Блохин Олег Владимирович

Блохин Олег Владимирович (укр. Олег Володимирович Блохін; 5 ноябрь 1952 йыл, Киев, Украина ССР-ы) — СССР футболсыһы, һөжүм итеүсе, тренер, бик күп рекордтар эйәһе.

Футбол
Футбол
Олег Блохин
Информация
Тулы исеме Олег Владимирович Блохин
Тыуа 5 ноябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (72 йәш)
СССР, Украина ССР-ы Киев ҡалаһы
Гражданлығы СССР СССРУкраина флагы Украина
Буйы 181 см
Позиция һөжүм итеүсе
Клубы
Клубы карьераһын тамамлаған
Карьера
Йәштәр клубтары
1962—1969 СССР Динамо (Киев)
Клуб карьераһы*
1969—1988 СССР Динамо (Киев) 432 (215)
1988—1989 Австрия Форвертс (Штайр) 41 (9)
1989—1990 Кипр (1960—2006) флагы Арис (Лимасол) 22 (5)
Йыйылма командаһы**
1972—1976 СССР СССР (олимп.) 1 (2)
1972—1988 СССР СССР 116 (55)
Тренер карьераһы
1990—1993 Греция Олимпиакос (Пирей)
1993—1994 Греция ПАОК
1994—1997 Греция Ионикос
1997—1998 Греция ПАОК
1998—1999 Греция АЕК Афина
1999—2002 Греция Ионикос
2003—2007 Украина Украина
2008 Рәсәй флагы Мәскәү
2011—2012 Украина Украина
2012—2014 Украина Динамо (Киев)

Халыҡ-ара миҙалдары
Йәйге Олимпия уйындары
Бронза Мюнхен 1972 футбол
Бронза Монреаль 1976 футбол
Дәүләт наградалары
ІІІ дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены
Орден Князя Ярослава Мудрого ІV степени
Орден Князя Ярослава Мудрого ІV степени
V дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены
1 дәрәжә «За заслуги» ордены ІІ дәрәжә «За заслуги» ордены ІІІ дәрәжә "Ҡаҙаныштар өсөн" ордены (Украина)

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Совет футболы тарихында иң яҡшы футболсыларҙың береһе[1][2][3]. «Алтын туп» эйәһе(1975). СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1972), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1975), Украинаның атҡаҙанған тренеры (2005). Ете тапҡыр СССР чемпионы, биш тапҡыр СССР Кубогы эйәһе, ике тапҡыр УЕФА Кубоктар Кубогы эйәһе. Planète Foot версияһы буйынса донъяның иң яҡшы уйынсылары исемлегенә инә[4] һәм Voetbal International[5] Футбол буйынса СССР йыйылма командаһының уның өсөн уйнаған уйындар һәм индергән голдар һаны буйынса рекордсмены. «Алтын туп»-ҡа лайыҡ булған өс совет футболсыһының береһе. 2010 йылдың көҙөнә ҡарата Григорий Федотов Клубы иҫәбенә 200 гол үрен яулаған беренсе совет футболсыһы, Григорий Федотов Клубы иҫәбенә 300 гол үрен яулаған — берҙән-бер футболсы. Футболист карьераһын 1990 йылда тамамлай.

1989 йылда Олег Блохиндың хушлашыу матчы алдынан спорт Һарайында үткән концертта Тамара Гвердцители Юрий Рыбчинский һүҙҙәренә һәм Геннадий Татарченко музыкаһына Блохин өсөн махсус яҙылған «Виват, король!» йырын башҡара[6][7].

1990 йылдан 2002 йылға тиклем Грецияның футбол клубтарында тренер булып эшләй. 2003—2007 йылдарҙа һәм 2011 йылдың яҙынан 2012 йылдың көҙөнә тиклем — Украина йыйылма командаһының баш тренеры. Йыйылма команда уның менән үҙенең иң юғары ҡаҙанышына өлгәште — 2006 йылғы донъя чемпионатында сирек финалист була, йәғни чемпионат һөҙөмтәләре буйынса донъяның һигеҙ иң яҡшы командаһы иҫәбенә инә.

Уйын карьераһы

үҙгәртергә

Блохин үҙенең беренсе голын 1972 йылдың 15 мартында Севастополдең КЧФ стадионында индерә, унда Харьков «Металлисы» «Динамоны» ҡабул итә (0:3). СССР чемпионатында үҙенең беренсе голын Блохин 1972 йылдың 15 апрелендә Киев ҡалаһында «Динамо» (Киев) — «Днепр» матчында 65-се минутта индерә; һөҙөмтәлә иҫәп — 2:1.

1975 йылда «Динамо» европа илдәре Кубок эйәләренең Кубогын яулай. Киевлылар 3:0 иҫәбе менән еңгән Венгер «Ференцварошына» ҡаршы финал матчында Блохин өсөнсө голды индерә. УЕФА Суперкубогының ике матчында динамосылар европа чемпиондары Кубогы эйәһен — Мюнхен «Баварияһын» еңеп сыға, ә Блохин Мюнхендә берҙән-бер голды индерә.

 
Олег Блохин 1977 йылда

Киевтағы яуап матчында (2:0) ул ике тапҡыр ҡапҡаға туп индерә. Йыл һөҙөмтәләре буйынса Блохин «Франс Футбол» аҙналыҡ гәзит һорау алыуы буйынса континенттың иң яҡшы уйынсыһы булып таныла — совет футболистарынан Лев Яшиндан ҡала икенсе.

Рәттән өс йыл дауамында — 1973, 1974 һәм 1975 йылдарҙа — СССР-ҙың иң яҡшы футболсыһы булып танылған берҙән-бер совет футболсыһы. СССР-ҙың һәр йылғы иң яҡшы 33 футболсыһы исемлегенә эләгеү һаны буйынса абсолют рекорд ҡуя — 15 тапҡыр. Шуның менән бергә, беренсе булып 13 тапҡыр телгә алына — 1972—1982 йылдарҙа, шулай уҡ 1985 һәм 1986 йылдарҙа. Шулай уҡ рекордлы — биш тапҡыр — СССР чемпионатының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе була. Иң яҡшы һөҙөмтәне 1974 йыл сезонында күрһәтә — 20 туп. СССР-ҙың футбол буйынса 1974, 1975, 1977, 1980, 1981, 1985 һәм 1986 йылдар чемпионы. 1974, 1978, 1982, 1984/85 һәм 1986/87 йылдар сезондарында СССР Кубогын яулаусы. Украина йыйылма командаһы составында 1979 йылғы СССР халыҡтары Спартакиадаһының бронза призын яулаусы.

СССР йыйылма командаһы составында рекордлы 112 матчта уйнай һәм 42 туп индерә. Олимпия уйындарының ике тапҡыр бронза призын яулаусы — 1972 һәм 1976 йылдарҙа. Донъя чемпионатының ике финал турниры ҡатнашсыһы — 1982 һәм 1986 йылдарҙа. Күп тапҡыр Европаның һәм донъяның йыйылма командаларына саҡырыла.

Блохин ҡуйған совет футболы рекордтары араһында — 200 гол билдәһенә етеү. Был ваҡиға 1985 йылдың 21 авгусында Харьковта, «Металлист» — «Динамо» (Киев) матчы ваҡытында була. СССР чемпионаттарында бөтәһе 211 туп индерә.

Уйын стиле

үҙгәртергә

Универсаль форвард тип иҫәпләнә. Яратҡан алымы — кинәт ынтылыш, артта ҡалдырыу, тибеү — «Бавария» менән киевлеләр Европа Суперкубогы өсөн Мюнхен стадионында беренсе осрашҡанда бигерәк тә асыҡ күренә. Шул саҡта ул туп-тура алыҫтағы мөйөшкә тибә. Гол ғәҙәттән тыш, фантастик тип атала.

Футболсы карьераһы тамамланғас Блохин грек клубтарының баш тренеры булып эшләй. 2003 йылдың сентябрендә Украина милли йыйылма командаһының баш тренеры итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә Украина йыйылма командаһы тарихта беренсе тапҡыр мөһим халыҡ-ара турнир — Германияла үткән 2006 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатына һайлап алыу этабын уңышлы үтте, шуның менән бергә Германияға путевканы башҡа Европа илдәренән алдараҡ яуланы. Донъя чемпионатының финал стадияһында беренсе тапҡыр ҡатнашҡан Украина йыйылма командаһы сирек финалға барып етә — был украинсыларҙың иң ҙур ҡаҙанышы.

2007 йылдың декабрь башында Блохин йыйылма команда тренеры посынан китә. Ғариза Украина футбол Федерацияһы башҡарма комитеты ултырышында ҡабул ителә. Украина йыйылма командаһының баш тренеры посынан китеп бер нисә көн үткәс, Блохин «Мәскәү» футбол клубының баш тренеры була. 2008 йылдағы Рәсәй чемпионатында «Мәскәү» 9-сы урынды яулай. 2008 йылдың 26 ноябрендә Блохиндың «Мәскәү» менән килешеүе ике яҡтың ризалығы менән өҙөлә. 2009/2010 йылдар сезонында «Черноморец» (Одесса) футбол клубының спорт директоры була.

2011 йылдың 21 апрелендә яңынан Украина милли йыйылма командаһының баш тренеры итеп тәғәйенләнә[8]. «1+1» украина телеканалы «ТСН» программаһында исеме аталмаған «үҙ сығанаҡтарына» һылтанып, Блохиндың эш хаҡы айына 50 мең доллар тәшкил итә тип хәбәр итә[9].

«Динамо» (Киев)

үҙгәртергә

2012 йылдың 25 сентябрендә, Юрий Павлович Сёмин отставкаға киткәндән һуң,беренсе тапҡыр Киев «Динамоһының» баш тренеры итеп тәғәйенләнә[10]. 2012 йылдың 28 сентябрендә Украина чемпионатының унынсы турында Лугансктың «Заряһына» ҡаршы «Динамоның» тренеры сифатында тәү башлап сығыш яһай. Дебют уңышлы килеп сыға: «киевлылар» 1:0 иҫәбе менән еңәләр, берҙән бер тупты Раффаэль Каэтано де Араужо индерә.

«Динамоға» килгәндән һуң күп тә үтмәй, Блохинды гипертоник кризис менән госпиталгә һалалар — сәбәбе йоҡо тамырын тулыһынса тиерлек ҡаплаған тромб була. Госпиталгә һалғандың икенсе көнөнә малоинвазив хирургия ярҙамында тромбты алалар. Блохин ауырыған осорҙа йыйылма команданың баш тренеры бурысын Андрей Баль үтәй, уның етәкселегендә команда ике матчта 6 мәрәйҙең 5-һен юғалта: Молдавия менән бер яҡтың да еңмәүе һәм Черногориянан еңелеү. «Динамола» баш тренерҙы Алексей Михайличенко алмаштыра, һөҙөмтәләр шулай уҡ шатландырмай: «Динамо» чемпионатта һәм чемпиондар Лигаһында күп мәрәйҙәр юғалта.

Блохин 3 ноябрҙа операциянан һуң тәүгә стадионда матч («Динамо» — «Таврия») ҡарай; уға тренер эскәмйәһендә ултырырға врачтар рөхсәт итмәйҙәр әле, һәм ул матчты стадион ложаһында ултырып ҡарай. «Динамо» 1:0 иҫәбе менән уйнағандың артынса тәнәфестә, Блохин сисенеү бүлмәһенә төшә һәм уйынсылар менән һөйләшә. Тренер эскәмйәһендә Блохинды элеккесә Алексей Михайличенко алмаштырған була, шулай уҡ матч аҙағынан матбуғат-конференцияһын ул үткәрә.

21 ноябрҙа Киевтә үткән УЕФА чемпиондар Лигаһында ПСЖ менән матчҡа (0:2 иҫәбе менән еңелә) врачтар Блохинға тренер эскәмйәһенә ултырырға рөхсәт итәләр һәм ул быны файҙалана. Ул шулай уҡ матч алдынан һәм матчтан һуң матбуғат-конференцияһын үткәрә.

Уның тренер булып эшләү осоронда «Динамо» тәүге тапҡыр Украина чемпионатында хатта икенсе урынды ла яулай алмай, 2012/2013 сезонында өсөнсө урынды ғына биләй. Йыл ярым эшләгән дәүерендә Олег Блохин бер генә трофей ҙа ота алмай, Украина чемпионатында мөмкин булған мәрәйҙәрҙең тик 63%-ын ғына йыйып, Украинаның бойондороҡһоҙлоҡ осоронда киев «Динамоһы» тренерҙары араһында «аҫтан» икенсе урын ала. Шулай уҡ Блохин чемпионатта еңелеүҙәр һаны буйынса антирекорд ҡуя, «Динамоны» өйрәтеп — 44 матчта 12 тапҡыр еңелә. Бынан алдағы антирекорд 117 матчта 10 тапҡыр еңелгән Йожеф Сабоға ҡарай[11]. 2014 йылдың 16 апрелендә, Киевтә үткән Украина чемпионатында донецк «Шахтёрынан» 0:2 иҫәбе менән еңелгән матчтан һуң, Олег Блохин, уның етәкселеге аҫтында команда күрһәткән ҡәнәғәтләнерлек булмаған һөҙөмтә өсөн, «Динамоның» баш тренеры посынан бушатыла[12].

Сәйәсәттә ҡатнашлығы

үҙгәртергә

КПСС сафында тора[13]. Советтар осоронда Олег Блохин тренер эшен ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек менән бергә алып бара. Ике тапҡыр Украинаның Юғары Рада депутаты итеп һайлана (1998 йылда, Украина премьер-министры вазифаһын биләүсе П. И. Лазаренко 1997 йылда төҙөгән «Громада бөтә украина берекмәһе» исемлеге буйынса). 2002 йылда Украина Юғары Рада депутаты булып һайлана. 2001 йылда Украинаның Коммунистәр партияһы фракцияһына инә, 2002 йылда ошо уҡ партияның исемлеге буйынса депутат итеп һайлана. Аҙаҡҡа ҡарай Украинаның социал-демократик партияһы (берләштерелгән) фракцияһына күсә, ә 2003 йылда уның политсовет ағзаһы булып китә[14].

Атаһы — Блохин, Владимир Иванович (1922—2013), рус[15] — билдәле совет спринтеры, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны (Ленинград фронтында һуғыша), СССР эске эштәр Министрлығы офицеры. Киев өлкә «Хеҙмәт резервтары» йәмғиәт советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Ун ике йыл УССР-ҙың хәҙерге биш төр ярыш Федерацияһына етәкселек итә . «Динамо» республика йәмғиәтенең уҡыу-спорт бүлеге башлығы була. 2013 йылдың 13 мартында вафат була.

Әсәһе — Адаменко Екатерина Захаровна (uk Адаменко Катерина Захарівна) (1918—2012[16]), украин[15], Киев төҙөлөш институтының сәнәғәт һәм граждан төҙөлөшө факультеты деканы урынбаҫары. 2012 йылдың 21 майында вафат була.

Ағайы — Николай Владимирович Блохин (1939—2011)[17]. Олег Блохиндың беренсе ҡатыны — Дерюгина Ирина Ивановна, нәфис гимнастика буйынса донъя чемпионы. Был никахтан ҡыҙы бар — Блохина Ирина Олеговна (1983 йылда тыуған). Икенсе ҡатыны — Анжела. Был никахтан ике ҡыҙы бар — Анна (2001 йылғы) һәм Екатерина (2002 йылғы)[18][19].

Китаптары

үҙгәртергә
  • «Мин индермәгән гол» («Спорт байраҡсылары» серияһы). — К.: Молодь, 1981. — 160 бит.
  • «Голға хоҡуҡ» (Аркадьев Д. А. менән авторҙашлыҡта) («Спортҡа бағышланған йөрәктәр» серияһынан). — М.: ФиС, 1984. — 224 бит.
  • «Футбол имтихан ала» («Спорт байраҡсылары» серияһы). — К.: Молодь, 1986. — 208 бит.
  • «Ғүмерлек футбол» (Аркадьев Д. А. менән авторҙашлыҡта). — К.: Вэсэлка, 1989. — 391 бит. — ISBN 5-301-00781-5

Сығыштар статистикаһы

үҙгәртергә

Клуб эше буйынса

үҙгәртергә
Клуб Сезон Чемпионат Кубок Еврокубоктар Суперкубок Бөтәһе
Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар Уйындар Голдар
Динамо
Футбол буйынса СССР чемпионаты 1969 1 0 - - - - - - 1 0
1970 - - 1 0 - - - - 1 0
1971 1 0 - - - - - - 1 0
1972 27 14 2 0 4 1 - - 33 15
1973 29 18 8 4 7 1 - - 44 23
1974 29 20 4 3 4 3 - - 37 26
1975 28 18 - - 11 6 - - 39 24
1976 19 8 1 0 6 3 - - 26 11
1977 29 17 3 2 6 1 1 0 39 20
1978 26 13 8 5 4 0 - - 38 18
1979 24 17 6 1 4 1 - - 34 19
1980 33 20 7 3 2 - - - 42 23
1981 29 20 7 4 4 2 1 0 41 26
1982 24 10 3 0 4 0 - - 31 10
1983 31 10 1 0 4 0 - - 36 10
1984 30 10 3 1 - - - - 33 11
1985 29 14 5 2 4 1 - - 38 17
1986 23 2 2 2 8 7 1 0 34 11
1987 20 4 6 4 7 4 4 4 37 16
Бөтәһе 432 215 67 31 79 30 7 4 585 280
Форвертс (Штайр) 1987/88 13 5 - - - - - - 13 5
Футбол буйынса Австрия чемпионаты 1988/1989 28 4 1 1 - - - - 29 5
Бөтәһе 41 9 1 1 - - - - 42 10
Арис (Лимасол) Футбол буйынса Кипр чемпионаты 1989/1990 22 5 6 2 - - - - 28 7
Бөтәһе 22 5 6 2 - - - - 28 7
Карьераһы осоронда бөтәһе 495 229 74 34 79 30 7 4 655 297
  • СССР Кубоктарында һәм еврокубоктарҙа статистика «көҙ-яҙ» схемаһы буйынса төҙөлгән һәм турнир старт алған йыл иҫәбенә индерелгән

Йыйылма команда өсөн матчтар

үҙгәртергә

Һөҙөмтәлә: 112 матч / 42 индергән гол; 61 еңеү, 25 бер кемдең дә еңмәүе, 26 еңелеү.

Футбол ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Командаларҙа

үҙгәртергә

Уйынсы сифатында

үҙгәртергә

Динамо (Киев)

  • СССР чемпионы (7): 1974, 1975, 1977, 1980, 1981, 1985, 1986
  • СССР Кубогы эйәһе (5): 1974, 1978, 1982, 1985, 1987
  • СССР Суперкубогы эйәһе (3): 1981, 1986, 1987]]
  • УЕФА Кубоктары эйәләренең Кубогы эйәһе (2): 1975, 1986
  • УЕФА Суперкубогы эйәһе (1): 1975

СССР йыйылма командаһы

  • Олимпия уйындарында бронза приз алыусы (2): 1972, 1976
  • Иң яҡшы (1973—1975), икенсе(1977, 1978, 1980 һәм 1981) һәм өсөнсө (1976 һәм 1986) СССР футболисы («Футбол» аҙналыҡ баҫма һорау алыуы буйынса)
  • «Алтын туп» (France Football) эйәһе: 1975
  • Алтын тупҡа (France Football) һорау алыуҙа: 1974 — 19-сы урын, 1976 — 19-сы урын, 1981 — 5-се урын
  • СССР йыйылма командаһы өсөн матчтар һаны буйынса рекордсмен (112 матч)
  • СССР йыйылма командаһы тарихында иң яҡшы һөжүм итеүсе (42 гол)
  • СССР олимпия йыйылма командаһы өсөн 12 матчта уйнай, 9 гол индерә
  • СССР халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1972)
  • Атҡаҙанған спорт мастеры (1975)
  • СССР чемпионатының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе (5): 1972, 1973, 1974, 1975, 1977
  • УЕФА кубоктар эйәләре Кубогының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе: 1986 (5 гол)
  • СССР Кубогы тарихында иң яҡшы һөжүм итеүсе (30 гол)
  • Украинала йыл футболсыһы (9): 1972, 1973, 1974, 1975, 1976, 1977, 1978, 1980, 1981
  • «Сезондың иң яҡшы дебютанттары» призы эйәләренең береһе: 1972
  • «Клубҡа тоғролоҡ» призы: 1986
  • Донъя чемпионаттары ҡатнашсыһы: 1982, 1986
  • СССР-ҙың иң яҡшы 33 футболсыһы исемлегендә 15 тапҡыр, шуларҙан № 1 (1972—1982, 1985, 1986) — 13 тапҡыр (рекорд), № 2 (1983, 1984)
  • Футбол буйынса СССР чемпионатында бөтә уйнаған осор эсендә бөтәһенән дә күберәк гол индерә — 211, һәм бөтәһенән дә күберәк матчта ҡатнаша — 432
  • Динамо (Киев) тарихында иң яҡшы һөжүм итеүсе (266 гол)
  • СССР чемпионаттарында Киев «Динамоһының» юбилей голдары авторы: 1400-сө (1973), 1500-сө (1975), 1600-сө (1977), 1700-сө (1979)
  • Golden Foot: 2009 («Футбол легендалары» номинацияһында)
  • Григорий Федотов клубы ағзаһы (319 туп)
  • Киевтең почётлы гражданы (2006)
  • Игорь Нетто клубы ағзаһы
  • 1954—2003 йылдар араһында Украинаның иң яҡшы футболсыһы (UEFA -ның 50 йыллығына юбилей бүләге)

Тренер сифатында

үҙгәртергә

«Олимпиакос»

  • Греция Кубогы эйәһе: 1992
  • Греция Суперкубогы эйәһе: 1992
  • Греция чемпионатында көмөш приз яулаусы: 1991, 1992
  • Команданы УЕФА кубоктар эйәләренең Кубогы сирек финалына сығара: 1993

«АЕК» (Афина)

  • Греция чемпионатында көмөш приз яулаусы: 1999
  • Команданы УЕФА чемпиондар Лигаһында 3-сө һайлап алыу раундына сығара: 2000

Украина йыйылма командаһы

  • Донъя чемпионаты сирек финалисы: 2006

«Динамо» (Киев)

  • Украина чемпионаты бронза призын яулаусы: 2013
  • Берләштерелгән турнир еңеүсеһе: 2013
  • Йыл һөҙөмтәһенә ҡарап МФФИИС версияһы буйынса милли йыйылма командаларҙың иң яҡшы тренерҙары:
    • 2005 — 10 урын[20]
    • 2006 — 8 урын[21]
    • 2012 — 15 урын[22]
  • (2001—2010) ун йыллыҡтың иң яҡшы тренерҙары МФФИИС версияһы буйынса — 52—56 урын[23]
  • «Алтын туп» эйәләре араһынан иң яҡшы тренерҙар — 5 урын (Украинаның «Бөгөн» гәзите версияһы)[24]

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Преподобие Нестор Летописец УПЦ ордены (2002).
  • «Данлы хеҙмәте өсөн» ордены ІІІ (2002)[25], ІІ (2004[26]) һәм І (2011[27]) дәрәжә.
  • V дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены (2006)[28].
  • IV дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены (5 июль 2012 йыл)[29].
  • III дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены (2015)[30].

Сәнғәттә телгә алыу

үҙгәртергә

Юрий Рыбчинский һәм Геннадий Татарченко ижад иткән «Виват, Король!» йыры Олег Блохинға арнала, 1989 йылда Блохиндың хушлашыу матчы өсөн махсус яҙылған. Башҡарыусы — Тамара Гвердцители.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ВЫДАЮЩИЙСЯ ФУТБОЛИСТ ОЛЕГ БЛОХИН НАГРАЖДён ОРДЕНОМ ПРЕПОДОБНОГО НЕСТОРА ЛЕТОПИСЦА
  2. Спорт-экспресс. Звезда Олег Блохин
  3. Football.ua. 50 лучших. Динамо
  4. Planète Foot’s 50 Meilleurs Joueurs du Monde
  5. Voetbal International’s Wereldsterren by Raf Willems
  6. Юрий Рыбчинский: «Евтушенко үҙенең шиғырҙарын офицерҙар йортонда уҡығанға тиклем ике йыл алдан, улар минең… Төшөмә инделәр!»
  7. Олег Блохин: «Каким человеком был Лобановский? О покойнике или хорошо, или никак, поэтому ворошить прошлое не хочу. Я не ученик Лобановского и не его последователь. Я Блохин. У меня свой путь!» 2014 йыл 24 февраль архивланған.
  8. Олег Блохін очолив збірну України (укр.). Офіційний сайт Федерації футболу України (21 апрель 2011). Дата обращения: 21 апрель 2011. Архивировано 8 февраль 2012 года.
  9. На Украине сообщили, что зарплата Блохина — $ 50 тыс. в месяц(недоступная ссылка)
  10. Официально. Олег Блохин — главный тренер киевского «Динамо»!
  11. Блохин наработал на 63 процента
  12. Динамо подтвердило увольнение Блохина — football.ua. football.ua. Дата обращения: 2014-4-17.
  13. Озерова выручала разведка. А он и не знал Интервью с Игорем Черкасовым в газете «Спорт-Экспресс» от 16 января 2004 года
  14. Олег Блохин — ЛІГА:Досье // Биография и фото Олег Блохин
  15. 15,0 15,1 Олег Блохин: «Москва» должна быть в тройке призёров//www.terrikon.dn.ua
  16. Збірна України проведе перший спаринг перед Євро-2012 без Блохіна  (укр.)
  17. Отец Блохина: «Скорая на вызов ехала час» 2014 йыл 19 апрель архивланған.  (рус.)
  18. Звезда. Олег Блохин
  19. Ни слова о футболе
  20. The World’s best National Coach 2005
  21. The World’s best National Coach 2006
  22. Олег Блохин — в списке лучших наставников национальных сборных за 2012 год
  23. The World‘s Best Coach of the 1st Decade (2001—2010)
  24. Топ-10 тренеров из числа обладателей «Золотого мяча» 2017 йыл 26 апрель архивланған.
  25. Указ президента Украины от 04.11.2002 № 976/2002
  26. Указ президента Украины № 795/2004. Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  27. Указ Президента Украины № 1094/2011 от 1 декабря 2011 г.
  28. Указ президента Украины № 697/2006
  29. Указ Президента України № 435/2012 від 5 липня 2012 року «Про відзначення державними нагородами України» (укр.)
  30. Указ Президента України № 299/2015 від 29 травня 2015 року "Про відзначення державними нагородами України ветеранів команди товариства «Футбольний клуб „Динамо“ Київ»"
  • Виктор Хохлюк. Голеадоры. — Луганск: Максим, 2012. — 5 000 экз. — ISBN 978-966-15-8934-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә