Билалов Мәжит Мәсғүт улы
Билалов Мәжит Мәсғүт улы (1885 — 11 декабрь 1933) — башҡорт теле белгесе.
Мәжит Мәсғүт улы Билалов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Верхнеурал ҡалаһы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Урал өлкәһе, Верхнеурал ҡалаһы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
филология |
Альма-матер |
Н. Н. Нариманов исемендәге Шәрҡиәт институты |
Биографияһы
үҙгәртергәМәжит Мәсғүт улы Билалов 1885 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Верхнеурал ҡалаһында тыуған. Атаһы Мәсғүт (1846—1923), сығышы менән Күбәләк-Тиләү улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Ҡобағош ауылынан, Өфө мәҙрәсәһен тамамлаған, туған һәм рус теленән тыш 6 көнсығыш телдәрен белгән, 1874 йылдың 23 авгусынан Верхнеурал ҡалаһының 2-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы һәм мөҙәрисе була, 1890 йылдың 11 майынан Верхнерал өйәҙенең ахуны итеп тәғәйенләнә[1].
Башҡортостан АССР-ы Тамьян-Ҡатай кантонының баҫма органы «Красный Урал» гәзитендә эшләй.
1921 йылда Шәрҡиәт институтының Яҡын Көнсығыш факультетының ғәрәп һәм төрөк секторының иҡтисади бүлегенә уҡырға керә һәм 1926 йылда уҡыуын тамамлай. Мәскәүҙә уҡыу осоронда йәмәғәт һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, Центриздат нәшриәтенең Башҡорт бүлегендә эшләй, «Йәш эшсе» журналын баҫтырыуҙа ҡатнаша. Шулай уҡ студент йылдарында башҡорт теленең фәнни грамматикаһын төҙөү өҫтөндә эшләй башлай.
1926 йылда Баҡыла 1-се Бөтә Союз төркиәт съезы делегаты була.
1926 йылда Көнсығыш халыҡтары институтының аспирантураһына уҡырға инә. Башта ул Центриздат нәшриәтендә эшен дауам итеп көндөҙгө бүлектә белем алған, әммә тиҙҙән Сауҙа халыҡ комиссариатының Халыҡ-ара бәйләнеш бүлеге инструкторы итеп тәғәйенләнгәс штаттан тыш аспирант булып китә. 1927 йылда Башҡорт АССР-ының Мәғәриф халыҡ комиссариаты тарафынан РСФСР-ҙың Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы Аҙ милләттәр бүлегенең вәкиле итеп тәғәйенләнә.
1928 йыда «Записки коллегии востоковедов при Азиатском музее Академии наук» тигән коллектив йыйытыҡта «Таблицы по фонетике башкирского языка» («Башҡорт теле фонетикаһы буйынса таблицалар») хеҙмәтен баҫтыра.
1928—1929-сы йылдарҙа башҡорт телен һәм фольклорын өйрәнеү маҡсатында Н. К. Дмитриев еткәселегендә СССР Фәндәр академияһының Башҡорт эскпедицияһы ойошторола, уның эшендә М. М. Билалов, З. Ш. Шакиров, Ғ. Й. Дәүләтшин, С. Ғ. Мерәҫов һәм башҡалар ҡатнаша. Дмитриев лексика һәм фразеология йыйыу буйынса бигерәк тә Билалов һәм Шакировтың эшенә айырым баһа бирә. Билалов тарафынан әҙерләнгән ҡулъяҙмалар баҫылып сыҡмаған, улар араһында «Основные вопросы морфологии башкирского языка» («Башҡорт теленең морфологияһы буйынса төп мәсьәләләр») һәм «Тамги и родословия башкир Тамьян-Катайского кантона» («Тамьян-Ҡатай кантоны башҡорттарының тамғалары һәм шәжәрәләре»; авторҙашы — З. Ш. Шакиров) бар. 1929 йылда Билалов Мәсәғүт кантонына лингвистик-фольклор экспедицияла ҡатнаша, Салауат Юлаев тураһында фольклор материалдар йыя һәм шәжәрәһен яҙып ала. Экспедиция һөҙөмтәләре буйынса ҡыҫҡаса һығымталар «Белем» (1929, №10) журналында баҫылған[1].
1932 йылда «Советский фольклор» (№2—3) тигән мәҡәләләр һәм материалдар йыйынтығында Билаловтың һәм Дмитриевтың Мәсәғүт кантонына экспедиция барышында йыйылған фольклор материалы нигеҙендә яҙылған «Башкирские песни о Салавате» («Салауат тураһында башҡорт йырҙары») мәҡәләһе сыға. Экспедиция материалдарынан тыш хеҙмәттә ХIХ быуат уртаһына ҡараған башҡорт фольклоры (шул иҫәптән «Зая-Түләк», «Яман-Сәриә», «Таштуғай» һәм Салауат тураһында йыр, башҡорт әкиәттәре, Асыулы-күл тураһында хикәйә, В. Юматовтың «Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары ерендәге боронғо ҡомартҡылар», Ырымбур губернаһы мосолмандары тураһында материалдар һ.б.) ҡомартҡылары яҙылған ҡулъяҙма ҡулланыла[1].
1933 йылдың 11 декабрендә Верхнеурал ҡалаһында вафат булған.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Билялов М. М. Таблицы по фонетике башкирского языка // Записки Коллегии Востоковедов при Азиатском Музее Академии Наук Союза Советских Социалистических Республик. Том III. — Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1928. — С. 369—383.
- Билялов М., Москалев В. Башкирский язык // Литературная энциклопедия. Том первый. — М, 1930. — С.376—377.