Бигәнәй (Тәтешле районы)

Бигәнәй (рус. Бигинеево) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 205 кеше[1]. Почта индексы — 452838, ОКАТО коды — 80250850003.

Ауыл
Бигәнәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°12′50″ с. ш. 56°01′41″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 850 003

ОКТМО коды

80 650 450 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бигәнәй (Рәсәй)
Бигәнәй
Бигәнәй
Бигәнәй (Тәтешле районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Бигәнәй

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 205 96 109 46,8 53,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — удмурттар (95 %)[2].

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 18 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Түбәнге Балтас): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 45 км

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Бигәнәй ауылына удмурттар 1727 йылда Ҡыр-Танып улусы Ҡайпан түбәһе башҡорттарының килешеүе нигеҙендә Юг йылғаһы буйында төпләнә. Керҙәшлек өсөн удмурттар аҫаба ерҙәр хужаларына һәр йорттан йылына 10 тин түләгән. 1748 йылғы ревизия ауылда 22 ир-ат удмурт булыуын теркәй. 1795 йылда 49 ир-ат, 1816 йылда - 57, 1834 йылда 77 ир-ат иҫәпләнгән. 1859 йылда 40 хужалыҡта 225 кеше иҫәпләнгән. 1870 йылда ауылда тирмән теркәлгән һәм 42 хужалыҡта 254 кеше йәшәгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 70 йорт-хужалыҡ булыуын күрһәтә.[3]

1842 йылда 25 удмурт хужалығында (159 кеше) 105 йылҡы, 100 һыйыр, 80 һарыҡ, 100 кәзә булған. Уларҙың милкендә 2006 дисәтинә ер булған. Шулай уҡ, 1870 йылда был ауылда 30 умарта, тирмән теркәлгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә