Бигичев Хәйҙәр Ғәббәс улы

Бигичев Хәйҙәр Ғәббәс улы (татар. Хәйдәр Әббәс улы Бигичев) (16 июнь 1949 йыл, Чүмбәләй ауылы, Горький өлкәһе — 13 ноябрь, 1998 йыл, Ҡазан ҡалаһы) — йырсы (драматик тенор), Муса Йәлил исемендәге татар опера һәм балет театры солисы, Татар АССР-ының халыҡ артисы (1980), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986), Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1984).

Бигичев Хәйҙәр Ғәббәс улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 16 июнь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Чембилей[d], Краснооктябрьский район[d], Түбәнге Новгород өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 ноябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (49 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Ерләнгән урыны Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт консерваторияһы
Йырсы тауышы тенор[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Татар АССР-ының халыҡ артисы
 Бигичев Хәйҙәр Ғәббәс улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәйҙәр Бигичев 1949 йылдың 16 июнендә хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Чүмбәләй ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Ата-әсәһе ауыл хужалығында эшләй. Мәктәпте тамамлағандан һуң ул өс йыл армияла хеҙмәт итә, армиянан һуң Мәскәүҙә заводта эшләй. Бер дуҫы уға «Алло, таланттар эҙләйбеҙ!» Бөтә Союз телевизион конкурсында ҡатнашашырға кәңәш бирә, Бигичев был конкурстың лауреаты була. Конкурсың жюри рәйесе композитор М. Таривердиев йәш башҡарыусының талантын юғары баһай һәм музыка менән профессиональ шөғөлләнергә кәңәш бирә.

1971 йылда билдәле йырсы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Фәхри Насретдинов һорауы буйынса Ҡазан дәүләт консерваторияһы ректоры Нәжип Жиһанов Х. Бигичевты тыңлап ҡарай, һәм һөҙөмтәлә егет ҡабул итеү имтихандары тамамланғандан һуң булһа ла юғары уҡыу йортона ҡабул ителә.

 
Хәйҙәр Бигичевтың ҡәбер ташы

Консерваторияны тамамларға бер йыл ҡалғас, 1977 йылда, Х.Бигичев Муса Йәлил исемендәге опера һәм балет театрында (Ҡазан) солист булып эш башлай.

1977 йылдан 1998 йылға тиклем М. Йәлил исемендәге Ҡазан дәүләт опера һәм балет театрының төп солисы була.

Хәйҙәр Бигичев — киң диапазонлы драматик тенор, классик репертуарҙы ла, халыҡ йырҙарын да берҙәй оҫта башҡарыусы йырсы булып таныла. Күптәр ҡыҫҡа эстрада көйҙәрен башҡарыу менән мауыҡҡан осорҙа ул аһәңле оҙон көйҙәр, романстар башҡара, тамашасының зауығын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Башҡортостанға ул һәр саҡ ашҡынып килә, сөнки бындағы тамашасылар ул башҡарған оҙон көйҙәрҙе яратып тыңлай. Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Башҡортостандың мәшһүр йырсыһы Абулла Солтановтың яратҡан дуҫы була. Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтанов уны «татарҙың бөйөк йырсыһы» тип атай.

Ҡатыны- Зөһрә Сәхәбиева, йырсы, Татарстандың халыҡ артисы.Һеңлеһе- эстрада йырсыһы Хәлиҙә Бигичева.

Хәйҙәр Бигичев 1998 йылдың 13 ноябрендә вафат була. Ҡазан ҡалаһының Яңы татар биҫтәһе зыяратында ерләнгән.

- Ҡазанда Хәйҙәр Бигичев урамы бар,

- ул йәшәгән йорт стенаһында таҡтаташ асылған,

- Ҡазандың 174-се мәктәбендә Хәйҙәр Бигичев музейы булдырылған [1],

- 2016 йылдың 16 июлендә Түбәнге Новгород өлкәһе Ҡыҙыл Октябрь районы үҙәге Ураз ауылында Хәйҙәр Бигичевҡа һәйкәл асылған[2].

Наградалары

үҙгәртергә

Татарстандың халыҡ артисы (1980 ),

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986),

Татарстандың Г. Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1984).

Хәйҙәр Бигичев- һирәк осрай торған матур тембрлы драматик тенор эйәһе. Йырсының таланты уның башҡарған опера партияларында асыла, мәҫәлән:

Ек Мәргән, «Алтынсәс» Н. Г. Жиһанов

Йәлил, «Йәлил» Н. Г. Жиһанов

Закир «Ҡара йөҙҙәр» Б. Мөлөков

Батырйән "Шәфҡәтлелек" С. Сәйҙәшев

Ғәлимйән, «Башмағым» Ж. Фәйзи

Ялған батша, «Борис Годунов» М.Мусоргский

Хозе, «Кармен» Г. Бизе

Каварадосси, «Тоска» Дж. Пуччини

Пинкертон, «Мадам Баттерфляй» Пуччини

Отелло, «Отелло» Дж.Верди

Герман, «Пиковая дама» Петр Чайковский

Самат «Самат» Х.Вәлиуллин һәм башҡалар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Хәлиҙә Бигичева

Сәхәбиева Зөһрә Ҡотдос ҡыҙы

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Татарские песни. Хайдар Бигичев

И струится голос словно Волга

Памяти Хайдара Бигичева

Хәҙәр Бигичев йырлай. Аҫылйәр

Хайдар Бигичев. Альбом. Воспоминания, интервью, очерки, письма.Составитель З.Сахабиева.

Хайдар Бигичев: альбом, воспоминания / сост. З. Сахабиева — Бигичева, Р. Загидуллина — Казань: Татарское книжное издательство, 2010 г. — ISBN 978-5-298-01897-5

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Музей Хайдара Бигичева
  2. Рустам Минниханов в Нижегородской области открыл памятник татарским деятелям культуры Рашиту Вагапову и Хайдару Бигичеву http://president.tatarstan.ru/news/view/691322 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.