Берләшкән команда Олимпия уйындарында

Олимпия уйындарында Берләшкән команда — 1992 йылғы ҡышҡы һәм йәйге Олимпия һәм паралимпия уйындарында, шулай уҡ рәсми халыҡ-ара ярыштарҙа СССР-ҙың элекке республикалары спортсылары ингән команданың рәсми исеме.

Берләшкән команда Олимпия уйындарында
Флаг, использовавшийся на Играх
Код МОК

EUN

НОК

юҡ

Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу
Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу
См. также

Берләшкән команда Олимпия флагы аҫтында уйындарҙа ҡатнаша, ярыш протоколдарында командаға ҡарата рәсми аббревиатура — EUN (франц. Équipe Unifiée Берләшкән команда) ҡулланыла. Ҡышҡы уйындарҙа Берләшкән команда вәкилдәрен бүләкләү тантанаһында Олимпия флагы күтәрелә, еңеүҙәр хөрмәтенә Олимпия гимны яңғырай. Йәйге уйындарҙа церемония команда ярыштарында ла шундай уҡ ысул менән үтә, әммә шәхси ярыштарҙа бүләкләү тантанаһында спортсы иленең милли флагы күтәрелә, еңеүҙәр хөрмәтенә уның дәүләтенең гимны яңғырай.

Ҡышҡы уйындарҙа Берләштерелгән команда составына Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Украина һәм Үзбәкстан вәкилдәре инә. Хоккей командаһы составында Литва вәкиле сығыш яһай. Улар 9 алтын, 6 көмөш һәм 8 бронза миҙал яулай һәм дөйөм команда иҫәбендә 2-се урын ала.

Йәйге уйындарҙа берләштерелгән командала элекке СССР-ҙың 12 иле ҡатнаша. Үҙ милли йыйылмаларын ойошторған Литва, Латвия һәм Эстония спортсылары ла Берләшкән команда составында сығыш яһай ала. Мәҫәлән, баскетбол буйынса ир-егеттәр йыйылмаһы составында Латвия вәкилдәре була. Был команда спортсылары команда иҫәбендә 1-се урын ала, бөтәһе 45 алтын, 38 көмөш һәм 29 бронза миҙал яулай.

Берләшкән команданы йыш ҡына «БДБ командаһы» тип атайҙар, был дөрөҫ түгел — Грузия БДБ-ға тик 1993 йылда ғына инә.

Барселонала Уйындар тамамланғандан һуң, команда тарҡала; 1992 йыл аҙағында уҡ элекке СССР дәүләттәре вәкилдәре үҙ аллы командалар булып сығыш яһай башлай.

Илдәр үҙгәртергә

Берләштерелгән командала дәүләттәрҙең ҡатнашыуы
Ил Аббревиатура Ҡышҡы уйындар Йәйге уйындар
  Әзербайжан AZE Бөтәһе 12 ил
  Әрмәнстан ARM
 Y
  Беларусь BLR
 Y
  Грузия GEO
 /  Ҡаҙағстан KAZ
 Y
 /  Ҡырғыҙстан KGZ
  Молдова MDA
  Рәсәй Федерацияһы RUS
 Y
  Тажикстан TJK
 /  Төркмәнстан TKM
  Украина UKR
 Y
  Үзбәкстан UZB
 Y

Миҙалдар үҙгәртергә

Ҡышҡы уйындарҙа миҙалдар үҙгәртергә

Спорт Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Саңғы ярыштары 3 2 4 9
Фигуралы шыуыу 3 1 1 5
Биатлон 2 2 2 6
Хоккей 1 0 0 1
Фристайл 0 1 0 1
Шорт-трек 0 0 1 1
Всего 9 6 8 23

Йәйге уйындарҙа миҙалдар үҙгәртергә

Спорт Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Спорт гимнастикаһы 9 5 4 18
Еңел атлетика 7 11 3 21
Көрәш 6 5 5 16
Йөҙөү 6 3 1 10
Ауыр атлетика 5 4 0 9
Атыу 5 2 1 8
Дзюдо 2 0 2 4
Фехтование 1 2 2 5
Байдарка һәм каноэла ишеү 1 1 0 2
Гандбол 1 0 1 2
Художестволы гимнастика 1 0 1 2
Баскетбол 1 0 0 1
Һыуға һикереү 0 2 1 3
Бокс 0 1 1 2
Хәҙерге биш алыш 0 1 1 2
Волейбол 0 1 0 1
Теннис 0 0 2 2
Уҡтан атыу 0 0 2 2
Академик ишеү 0 0 1 1
Һыуҙа туп уйнау 0 0 1 1
Бөтәһе 45 38 29 112