ҠуҫағаҙыРәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы Белорет районы, Инйәр төбәге[1] биләмәләрендә аға. Йылға Инйәр йылғаһының уң ярына тамағынан 106 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км.

Ҡуҫағаҙы
башҡ. Ҡуҫағаҙы
Характеристика
Оҙонлоғо 15 км
Һыу ағымы
Тамағы Инйәр
 · Урынлашыуы Инйәр тамағынан 106 км алыҫлыҡта уң ярынан ҡушыла
 · Координаталар 54°23′23″ с. ш. 57°27′37″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан Республикаһы
Район Белорет районы
РДҺР 10010200612111100019775
Ҡуҫағаҙы (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Точка
тамағы

Этимологияһы

үҙгәртергә

Атама ике һүҙҙән - "ҡуҫа" һәм "ғаҙы" тигән һүҙҙәрҙән тора. Силәбе өлкәһендә Ҡуҫа тигән ҡала ла, Ҡуһа тигән йылға ла бар. 1990-сы йылдарҙа урыҫса Куса тип аталған был топонимдың сығышы асыҡланған: Ҡуһа – башҡорттарҙың диалект һөйләшендә «ҡамыш» тигәнде аңлата. Тимәк, Ҡуһа – ҡамышлы йылға тигән мәғәнә бирә, тип яҙған тел белгесе М.Ғ. Усманова [2]. Ҡуһа һәм ҡуҫа - диалект кимәлендә генә айырыла. Ҡаланың атамаһы үҙе урынлашҡан йылға исеменән килеп сыҡҡан. Белорет районында "ҡаҙы (ғаҙы)" тип бәләкәйерәк йылғалар аталған, шул уҡ сингармонизм законына буһоноп, ул нәҙек рәүешкә лә ингеләй - Татлы ауылының Кергеҙе йылғаһы, Көйөргәҙе, мәҫәлән. "Ҡаҙы-ғаҙы" ҡушылған атамалар йыш осрай: Ауырғазы, Ҡыйғаҙы һәм башҡалар [3]

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыЭҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[4].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [4]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019775
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101977
  • Бассейн коды — 10.01.02.006
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. М.Г.Усманова. «Имя отчей земли», Уфа, Китап, 1994
  3. Р. Хәлилов. Инештәргә бай икән 2016 йыл 6 ноябрь архивланған.
  4. 4,0 4,1 РФ һыу реестры: Ҡуҫағаҙы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә