Чурко Михаил Фомич

Худдожник, краевед, основатель историко-краеведческого музея в городе Белорецке

Чурко Михаил Фомич — (1883—1941) — рәссам, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Белорет ҡалаһындағы тарихи-төбәкте өйрәнеү музейына нигеҙ һалыусы[1].

Чурко Михаил Фомич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1883
Тыуған урыны Беларусь
1883 йыл
Вафат булған көнө 1941
Вафат булған урыны Томск өлкәһе
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Фомич Чурко 1883 йылда Белоруссияла элекке Вильна губернаһы төбәгендә тыуған, элекке Минск губернияһының Роскоши ауылында теркәлеү үткән. Сумешники тигән урында йәшәй, һуңынан Троки ҡалаһында уҡый. Ата-әсәһе ул бәләкәй саҡта вафат була. Скарлатина менән ауырып, ҡолағы ҡатыланып ҡала, был уның артабан һөнәри йәһәттән үҫешенә ифрат ҡамасаулай.

Вильна ҡалаһында урман ревизорында писарь булып эшкә инә, иртән художество мәктәбенә йөрөү, кискеһен һүрәт төшөрөү һәм теоретик дәрестәр алыу хоҡуғы бирелә. 1908 йылда уҡыу курсы тамамлана һәм Михаил Художество академияһына инергә ынтылып ҡарай. Әммә ярҙамһыҙ Петербургта урынлаша алмай һәм академиянан һүрәт төшөрөү һәм һыҙма уҡытыусыһы исемен алыу менән генә сикләнә. Уҡытыусылыҡ һөнәре уны Уралға алып килә.

Ҡыҙылдар килгәндән һуң Чурко Томск халыҡ мәғарифы бүлегенең өлкән эш башҡарыусыһы булып эшләй, һәм Ревкомдың матбуғат бүлегендә рәссам булараҡ хеҙмәт итә. Бынан тыш, Халыҡ университетында лектор һәм Юғары башланғыс училище уҡытыусыһы вазифаларын биләгән. 1920 йылда Томскиҙа Духовская урамы, 16 адресы буйынса йәшәй.

1920 йылда Томск халыҡ мәғарифы бүлегенең түңәрәктәр эшен күҙәткән.

Белоретта үҙгәртергә

Артабан яҙмыш уны Белорет ҡалаһына алып килә. Ул шунда уҡ төбәкте өйрәнеү музейы барлыҡҡа килтереү маҡсаты менән ойоштороу эштәрен башлай.

1920 йылдан ул халыҡ мәғарифы бүлегендә — тәүҙә Мәктәптән тыш бүлек мөдире, артабан Беренсе башҡорт территориаль пехота полкы инструкторы, хәрби хеҙмәткә саҡырыуға тиклемге әҙерлек бүлеге начальнигы һәм Тамъян-Ҡатай кантоны ҡарамағындағы хәрби комиссариатына ҡараған Всеобуч начальнигы булып тора. Артабан һүрәт төшөрөү һәм һыҙма уҡытыусыһы булып эшләй. 1922 йылға тиклем Белоретта скаут отряды ойоштораа. Үҙенең файҙалы ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн отрядҡа Кантон башҡарма комитетынан, Халыҡ мәғарифы бүлегенән һәм Мәктәп советынан рәсми рәхмәт хаттары тапшырыла.

1925 йылда, урындағы тарихты өйрәнеү буйынса башланған хәрәкәтте хуплап, тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәтен булдыра, тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәтенә идара итеү бөтөрөлгәнгә тиклем уға алыштырғыһыҙ етәкселек итә. Башҡортостанды өйрәнеү буйынса республика йәмғиәте составына ингән был эштең һөҙөмтәһе булып М. Ф. Чурконың «Тамъян-Катай кантонының тарихи очеркы», «Белорет районының тарихы» баҫмалары тора. Тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм рәссам булараҡ уны ике өлкә: төбәк халыҡтарының тарихы һәм этнографияһы ҡыҙыҡһындыра. Үҙенең эштәре менән ул республика күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Уның «Тамъян-Ҡатайҙа бейәләр өйөрө көтөүсеһе» картиналарының береһенә "Ҡыҙыл Башҡортостан"да рецензия бирелә. Бынан тыш, Чурко был ваҡытта тыуған яҡты өйрәнеү мәсьәләләре буйынса баш ҡала һәм урындағы баҫмаларҙа әүҙем баҫыла, Өфөлә республика һәм Мәскәү ҡалаһында 3-сө Бөтә Рәсәй мәктәп конференцияларында ҡатнаша.

Һуңғы йылдарҙа төбәк тарихы проблемалары буйынса Мәскәүҙең «Наша страна» журналы һәм урындағы «Белорецкий рабочий» гәзите менән хеҙмәттәшлек итә.

Рәссам булараҡ, Уралда Граждандар һуғышы, этнография һәм башҡорттарҙың көнкүреше темаларын үҙләштерә. «Белорет полкы походы» картинаһы өҫтөндә эш башлана, «Йәйләүгә күсеү» сюжеты билдәләнә. Бынан тыш, әҙәбиәт һәм тарих өлкәһендә профессиональ белем алыу өсөн ул ситтән тороп ике юғары уҡыу йортона уҡырға ингән. Уның тарафынан Белорет ҡалаһы тарихы буйынса ҡулъяҙма, Көньяҡ Урал буйлап юлъяҙмалар әҙерләнә. "Көньяҡ Уралдың дәүләт тарихи музейы"нда уның урындағы кейем өлөгөләре, «Үрге Әүжән-Петровскиҙан байрамса кейенгән ҡыҙ» һыҙмалары һаҡланған.

Белорет ҡалаһында М. Ф. Чурконың башланғысы буйынса метеорология станцияһы ойошторолған, унда ҡатыны менән алыштырғыһыҙ күҙәтеүселәр булған. Тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырыу өсөн ныҡышмаллығы һәм коллекцияларҙы формалаштырыу буйынса бушлай эшләп, уны астырыуға өлгәшә. Белорет райкомы секретары Гришкан эшләгән саҡта Чурко тәғәйенләнешкә тап килмәйн тип, эшенән сығарғандар. Шунан һуң музей таланған, экспонаттар урланған һәм юҡҡа сыҡҡан.

Ҡулға алыныуы һәм вафаты үҙгәртергә

1939 йылдың 15 сентябрендә ҡулға алына. Контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнә һәм 8 йылға хөкөм ителә. Томск өлкәһенең Асино эргәһендәге лагерҙа вафат була.

1989 йылда аҡлана[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • «Государственный архив Тверской области» −28.Оп.2.Д. 84. Л. 9.[1]
  • В. Н. Макарова. 135 лет со дня рождения Михаила Фомича Чурко — краеведа и художника, основателя музея города Белорецка.

Һылтанмалар үҙгәртергә