Белорус мәҙәниәте
Белорус мәҙәниәте — Белоруссияның матди һәм рухи мәҙәниәте ҡаҙаныштары йыйылмаһы.
Белорус мәҙәниәте | |
Дәүләт | Беларусь |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | белорусоведение[d] |
Белорус мәҙәниәте Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәПолоцкиҙа Спас-Ефросиния монастырының Спас-Преображение сиркәүе Каменец башняһы Крево замогының емереклектәре Ишкольди ҡалаһындағы Троица сиркәүе — хәҙерге Белоруссия территорияһындағы иң боронғо (үҙгәртеп ҡоролмаған) сиркәү Вселюбта Изге Казимир монастыры Лида замогының ихатаһы Мир замогы Несвиждағы Фарный сиркәүе — Бөйөк Литва кенәзлегендә һәм Европала беренсе барокко сиркәүе
Хәҙерге Белорус мәҙәниәте славян ҡәбиләләрен урынлашыуына һәм уларҙың быға тиклем йәшәгән балттар менән үҙ-ара бәйләнешенә барып тоташа. Шул уҡ ваҡытта, археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында славяндарға тиклемге боронғораҡ мәҙәниәт әйберҙәре табыла.
Белоруссия территорияһындағы балт халҡының славянлашыуы проблемаһы һәм балт-славян үҙ-ара мөнәсәбәттәре характеры өйрәнеүгә ауыр бирелә, һәм фәндә был мәлдәр бик бәхәсле булып ҡала. Шуның менән бәйле, Белоруссияның боронғо тарихы буйынса иң киң таралған белем сығанағы булып йылъяҙмалар тора, әммә уларҙың дөрөҫлөгө археологтар тарафынан бөтөнләй хупланмай.
Йылъяҙма мәғлүмәттәргә ярашлы, хәҙерге Белоруссия территорияһында кривичтар, дреговичтар һәм радимичтар урынлаша.
988 йылда белорус ерҙәре Киев Русе менән бергә византия йолаһы буйынса суҡындырыла.992 йылда Полоцк, ә 1005 йылда Туров епархияһы нигеҙ һалына.
Башта христианлыҡты ҡаланың юғары ҡатламы ҡабул итә, ә тулыһынса христианлаштырыу оҙаҡҡа һуҙыла. Элекке ҡәберлек төрҙәре урынына христиан зыяраттары таралған. Мәжүсилек дәүеренең башҡа артефакттары менән дә көрәш алып бара. Христианлаштырыу ваҡытында элек мәжүсиҙәрҙең ғибәҙәт ҡылыу объекты булған «Борис таштарына» христиан йөкмәткеле яҙыуҙар уйыла.
Христианлыҡты ҡабул итеү грамоталылыҡтың таралыуына булышлыҡ итә. Туҙға яҙылған грамоталар Витебскиҙа һәм Мстиславлдә табылған.
Архитектурала өҫтөнлөклө йүнәлеш булып дини (сиркәү) архитектураһы тора, ә ҡоролмаларҙың иң киң таралған төрө булып көмбәҙенә тәре ҡуйылған сиркәү тора. Боронғо урыҫ архитектураһының (мәктәптәре) Полоцк һәм Гродно төрө булған.
Полоцк Киев Русенең иң боронғо һәм иң ҙур ҡалаларының береһе була. XI быуат быуат уртаһында (яҡынса 1050 йылдарҙа) Көнсығыш славян ерҙәрендә өсөнсө Изге София соборы төҙөлә башлай.
Иң абруйлы белорус изгеһе — Евфросиния Полоцкая (Предслава), ул — поляк кенәзе Всеслав Чародейҙың ейәнсәре. Кенәз йортон ҡалдырып, ул Евфросиния исеме аҫтында монахлыҡ ҡабул итә һәм үҙен ҡумандарҙың рухи мәғрифәтенә бағышлай. Ике туған апаһы Звенислава менән бергә мәктәп, китапхана, китап яҙыу өсөн скрипторий ойоштороу менән шөғөлләнә. Евфросиния шулай уҡ һуңынан уның исеме менән аталған монастырҙың ктиторы (башлығы) була.
Яҡынса 1161 йыл Полоцкиҙа төҙөлгән Спас-Преображенский соборы (архитекторы Иоанн). Собор беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән көнсығыш славян архитектураһының иң боронғо ҡомартҡыларының береһе булып тора.
Билдәле булыуынса, XII быуатта Полоцкта кәм тигәндә 10 сиркәү, Гроднола — 3, Минск, Витебск, Волковыск, Новогрудок, Пинск һәм Туровта — 1 сиркәү була[1].
XIII быуаттың һуңғы сирегендә (яҡынса 1276 йылда) Волын кенәзе Владимир Василькович бойороғо буйынса Беловежская пуща районында Каменец (Аҡ) башня төҙөлә. Бөйөк Литва кенәзлеге составында оборона ҡоролмалары әүҙем төҙөлә, уларҙың иң билдәлеләре — Лида (1320),Крево замогы (1330-сы йылдар) һәм Мир замоктары (XVI быуат), шулай уҡ Гроднолағы Яңы замок. Был осорҙағы иң билдәле ғибәҙәт ҡоролмалары иҫәбенә Гродно өлкәһенең Зельвинск районы Сынковичтарындағы изге Михаил готик сиркәүе, Брест өлкәһе Барановичи районындағы Ишкольди ҡалаһындағы Троица сиркәүе — хәҙерге Белоруссия территорияһындағы иң боронғо сиркәү[2], Гродно өлкәһенең Новогрудок районындағы Вселюбиҙа Изге Казимир сиркәүе инә[3].
Мәҙәни процестарҙа иезуиттар ордены ҙур роль уйнай. XVII быуат башында Речь Посполитая иезуиттары агрессив сәйәсәттән миссионерлыҡ һәм мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлегенә күсә. Иезуиттар донъяға католик ҡараш формалаштырған иезуит мәктәптәре һәм коллегияһына айырым әһәмиәт бирә. Бынан тыш, орден магнаттар һәм шляхталар, шул иҫәптән православие сығышлылар араһында әүҙем аңлатыу алып бара[4]. 1603 йылда Краковта Речь Посполитаяһы өсөн тыйылған китаптарҙың индексын сығара башлай. Әммә улар Бөйөк Литва кенәзлеге биләмәһендә сығыуын дауам итә[5].
Әҙәбиәт
үҙгәртергәИлдә өс республика яҙыусылар союзы бар:
- Белоруссия яҙыусылары союзы — БССР Яҙыусылар союзының вариҫы.
- «Полоцк тармағы» белорус әҙәби союзы — 1994 йылда булдырыла.
- Белоруссия Яҙыусылар союзы — 2005 йылда Белоруссия яҙыусылары союзынан сыҡҡан яҙыусылар тарафынан ойошторола.
Китапханалар
үҙгәртергә- Минскиҙағы Беларусь Республикаһының Милли китапханаһы илдә иң ҙур баҫма тупланмаһына һәм мотлаҡ экземпляр алыу хоҡуғына эйә. Бында Рәсәйҙән ситтә рус телендәге иң ҙур китаптар тупланған.
- Белоруссия Милли фәндәр академияһының Я.Колас исемендәге Үҙәк ғилми китапханаһы
- Белорус милли техник университетының ғилми китапханаһы
- Беларусь Республикаһының Президент китапханаһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Белорустарҙың йолалары һәм ғөрөф ғәҙәттәре
- Белоруссияла дин
- Белорус аш-һыуы
- Белоруссия байрамдары
- Белорус милли кейеме
- Белорус гравюраһы
- XIIXVIII быуаттарҙағы белорус портреты
- Беларусь Республикаһы мәҙәниәт министрлығы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ С. Тарасаў — Беларусь у IX — сярэдзіне XIII ст. Рэлігія і культура 2016 йыл 22 март архивланған. (белор.)
- ↑ globus.tut.by . Дата обращения: 18 октябрь 2016. Архивировано из оригинала 25 октябрь 2016 года.
- ↑ Сайт «Глобус Беларуси» . Дата обращения: 18 октябрь 2016. Архивировано из оригинала 26 июнь 2015 года.
- ↑ Гісторыя Беларусі. Т. 3. Беларусь у часы Рэчы Паспалітай (XVII—XVIII стст.). — Мінск: УП «Экаперспектыва», 2004. — С. 44-45
- ↑ Гісторыя Беларусі. Т. 3. Беларусь у часы Рэчы Паспалітай (XVII—XVIII стст.). — Мінск: УП «Экаперспектыва», 2004. — С. 42-43
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Белорусы / М. Ф. Пилипенко, В. А. Тишков, В. К. Бондарчик и др.; Отв. ред. В. К. Бондарчик и др.; РАН. Ин-т этнологии и антропологии им. Н. Н. Миклухо-Маклая, Нац. АН Беларуси. Ин-т искусствоведения, этнографии и фольклора им. К. Крапивы. — М.: Наука, 1998. — 504 с. — (Народы и культуры). — ISBN 5-02-009492-7.
- Лыч Л., Навіцкі У. Гісторыя культуры Беларусі. — 2-е изд. — Мінск, 1997. — 486 с. — 5000 экз.
- Гісторыя Беларусі. Т. 3. Беларусь у часы Рэчы Паспалітай (XVII—XVIII стст.). — Мінск: УП «Экаперспектыва», 2004. — 344 с. — 10000 экз.
- Курилович, А. Н. Белорусское народное ткачество / А. Н. Курилович. — Минск : Наука и техника, 1981. — 119 с.
- Паньшына, І. М. Музей беларускага народнага мастацтва : Альбом / І. М. Паньшына. — Мінск : Беларусь, 1983. — 192 с.
- Сахута, Я. М. Народнае мастацтва Беларусі / Я. М. Сахута. — Мінск : БелЭн імя Петруся Броўкі, 1997. — 296 с.
- Сахута, Я. М. Беларускае народнае мастацтва / Я. М. Сахута. — Мінск : Беларусь, 2011. — 367 с.: іл. — ISBN 978-985-01-0920-0
- Помнікі мастацкай культуры Беларусі / Б. А. Лазука, Л. Я. Агеева, Д. Я. Баброўскі і інш. — Мінск: Беларусь, 2011. — 416 с. — ISBN 978-985-01-0985-9
- Высоцкая, Н. Ф. Иконопись и алтарная живопись Беларуси / Н. Ф. Высоцкая. — Минск : Беларусь, 2012. — 232 с. — ISBN 978-985-01-0941-5
- Агафонава Н., Белявец А., Грамыка Л., Мушынская Т. 2012: падзеі і тэндэнцыі // Мастацтва : часопіс. — Мн., 2012. — № 12 (снежань).