Крево замогы (бел. Крэўскі замак, пол. Zamek w Krewie, лит. Krėvos pilis) — Кревола таштан һәм ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән замок-кастель (Белоруссия), Бөйөк Литва кенәзлегендәге беренсе таш замок[1].

Крево замогы
Рәсем
Нигеҙләүсе Гедимин[d]
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Крево[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Современное состояние разрушенный[d]
Карта
 Крево замогы Викимилектә

Замок — архитектура ҡомартҡыһы һәм тарихи, туристик объект.

 
Замок башняһы 2007 йылда

Бөйөк Литва кенәзлегендә беренсе замок (төҙөлөш XIII быуат аҙағында төҙөлә башлаған тигән фараз бар) Шляхтянка һәм Кревлянка йылғалары ҡушылған ерҙә XIV быуатта төҙөлгән. Замоктың төп өлөшө һаҙлыҡлы һыубаҫар туғай уртаһында төҙөлгән, оборона стеналарының яртыһы яһалма киңәйтелгән ҡомло дюнда төҙөлгән.

 
Крево, Фердинанд Рущиц, 1899. Вильнюста Врублевскийҙар китапханаһында коллекция милеге

Крево һарайы күп кенә тарихи ваҡиғалар урыны һәм шаһиты булған. Ул тиҙҙән төҙөлөп бөткәс тә таш йәҙрәләргә утҡа тотолған (улар көнбайыш стенаһы янында ҡаҙыу эштәре ваҡытында табылған), хәрби галереяһы яндырылған.

1382 йылда замоктың ер аҫты йөрөү урынында бөйөк кенәз Ягайло бойороғо буйынса бөйөк кенәз тәхетенә дәғүәсе бабайы Кейстут быуып үлтерелә. Шул уҡ ваҡытта Кейстуттың улы — Витовт ҡатыны Аннаның хәйләкәрлеге арҡаһында ҡасып ҡотола. Хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙҙар кейемендә үҙен эҙәрлекләгән үлтереүселәрҙән ул ҡаса ала һәм ҡатыны менән Полоцкҡа китә, үҙенең урынына ҡаты ауырыған кенәзде һүрәтләгән ҡатынды ҡалдыра[2]

1385 йылда замокта Крево унияһы —бөйөк кенәз Ягайло хакимлығы аҫтында ВКЛ һәм Польша берләшмәһәнең шарттары эшләнә. 1433 йылда Крево замогын тәхеткә дәғүә итеүсе бөйөк кенәз Свидригайло биләй. 1503—1506 йылдарҙа замок йыш ҡамауҙа тотола, уға татарҙар зыян итә, әммә тиҙҙән ул яңынан төҙөлә. 1519 йылда тәрән рейд барышында Кревоны Мәскәү воеводалары баҫып ала. XVI быуаттың икенсе яртыһында Крево замогында ҡасҡын урыҫ кенәзе Андрей Курбский йәшәй. Замок яйлап оборона әһәмиәтен юғалта.

 
1916 һәм 1917 йылдарҙа замок

XVIII быуатта әле Крево замогы яҡшы торошта була. Һуңғараҡ ул емерелә башлай, уны Беренсе донъя һуғышы тамамлап ҡуя. Һуғыш ваҡытында Крево аша фронт һыҙығы үтә, ул 1915 йылдың көҙөнән урынды ике өлөшкә бүлә. Замок немецтар баҫып алған территорияла ҡала, бында һыйыныу урыны һәм күҙәтеү пункттары төҙөлә, һәм өс йылдан ашыу позицион һуғыштар алып барыла. 1917 йылдың йәйендә, Сморгонь – Крево участкаһында Рәсәй армияһының иң ҙур һөжүме үтә (төп һөжүм йүнәлеше немец оборонаһын өҙөп, Вильноға сығыу өсөн һайлана). Операция бик етди әҙерләнә — әле Рәсәй армияһы бер ҡасан да һуғыш урынына ҡеүәтле артиллерия — яҡынса төрлө калибрлы 800 ҡорал (Англия һәм Америка заводтарынан Мурманск һәм Владивосток аша Кревоға 20 км алыҫлыҡҡа атыусы артиллерияны Крево янындағы позицияларға еткергәндәр) йыймаған. Бөтә батареяларға ла артиллерия әҙерлеге өсөн ҡеүәтле немец нығытмаларын емерергә һәләтле өҫтәмә боеприпастар бүленә. Операция 19 июлдә башлана һәм дүрт көн дауам итә, шуларҙың өс көнө артиллерия әҙерлегенә китә. Дошман позицияһына ҡарата шундай көслө утты Рәсәй армияһы әле бер ҡасан да алып бармай. Уның тығыҙлығы көн һайын көсәйә һәм 21 июлдә иң ҡыҙыу нөктәһенә етә. Утҡа тотоу ваҡытында бигерәк тә Кенәз башняһы һәм һарайҙың көньяҡ өлөшөндәге диуарҙары зыян күрә[3]

1921 йылда Рига тыныслыҡ килешеүен төҙөгәндән һуң Крево замогы йәш Польша дәүләте составында ҡала. Рус артиллерияһы һөжүменән ҡалған хатта шул емереклектәрҙең тарихи ҡиммәттәрен аңлап, Польша властары 1929 йылда Кенәз башняһы ҡалдыҡтарының консервацияһын үткәрә, әммә реставрациялауға тиклем әле эш барып етмәй. 1970 йылда замокты М.А.Ткачов етәкселегендә экспедиция тикшерә. 1985 йылда тикшеренеүҙәр О.А.Трусов һәм М.А.Ткачов етәкселеге аҫтында үтә. 1988 йылда И.М.Чернявский етәкселеге аҫтында үтә. Замок емереклектәрен консервациялау 2004 йылда дауам итә; шул ваҡытта студент-волонтерҙар Кейстут Башняһына инеү урынын консервациялайҙар. Һуңыраҡ, стенаһына аварияға ҡаршы конструкциялар ҡуйыла, ул стенаның был өлөшөн яуым-төшөм тәьҫиренән һаҡлай.

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә
 
Диуар харабалары (2007 й.)

Беҙҙең көндәргә тиклем замоктың емереклектәре һаҡланып ҡалған.

2005 йылда урындағы «Крево замогы» хәйриә фонды ойошторола, уның маҡсаты Крево замогын һаҡлауға булышлыҡ итеү. Фонд йыл һайын Кревола һәм башҡа тораҡ пункттарҙа мәҙәни һәм башҡа саралар үткәрә.

 
Крево һарайы емереклектәре күренеше (2007 й.)

Замок емерелеү сигендә. Ҡайһы бер урындағы халыҡ һәм туристар замок территорияһынан боронғо таштарҙы һәм кирбестәрҙе ташып ала. 2018 йылда замокты консервациялау, тергеҙеү буйынса эштәр башлана.

 
Һарай башняһы консервациялауҙан һуң

Архитектура

үҙгәртергә

Замок үҙ планында таш диуарҙар менән уратып алынған дөрөҫ булмаған дүрт мөйөш бина. Төньяҡ стенаһының оҙонлоғо 85 м, көнсығыш — 108,5 м, көньяҡ — 71,5 м, көнбайыш яғы — 97,2 м. Диуарҙарының ҡалынлығы — 2,5—3 м, бейеклеге яҡынса 10-13 м. Диуарҙары хәрби галереялар кимәленә тиклем ялан ташынан төҙөлгән, 7 метр самаһы бейеклектә ҙур кирбестәрҙән 2 метр тирәһе билбау һымаҡ түшәлгән. Һарай мөйөштәрендә ике башня булған. Төньяҡ һәм Кенәз башняһы, планында квадрат тиерлек (18,65 × 17 м) оборона стеналары периметрынан сығып тора. Башняла кәм тигәндә 4 ҡат һәм нигеҙендә подвал-төрмә булған, улара араһынан үтеп йөрөү урындары стена ҡалынлығында булған. Кенәз башняһынан диагональ буйлап эстән һарай стеаналарына 11х10,65 м ҙурлыҡтағы Кесе башня төкөтөп эшләнгән. Стеналары 3 м кимәленә тиклем таштан, юғарыраҡ кирбестән төҙөлгән. Инеү ҡапҡаһы көньяҡ-көнсығыш өлөштә урынлашҡан. Һарай ихатаһында тимерлек, торлаҡ ҡаралтылар урынлашҡан, быуа булған.

Легендалар

үҙгәртергә

Крево һарайының иң ҡанлы һәм иң ҡурҡыныс риүәйәте – төндә һарай диуарҙары янында этен йөрөтөүсе ҡыҙҙы осратыу тураһындағы риүәйәт. Ҡасандыр һарайҙа ике кенәз йәшәгән һәм улар бәхетһеҙлеккә күрә бер ҡыҙға ғашиҡ була. Береһе көнсөллөгөнән икенсеһен үлтерә, әммә ҡыҙ уны яратмай. Шул саҡта ярһыған кенәз ҡыҙҙы диуарға беркетеп ҡуйырға ҡуша. Ҡыҙ эте менән бер ҡасан да айырылшмағанға күрә меҫкен хайуанды ла шул уҡ яҙмыш көтә.

Шул ваҡытта һарайҙа йәшәгән кешеләр һөйләүенсә, бер нисә көн йөрәк өҙгөс тауыштар һәм эт өрөүе ишетелә, әммә бер аҙҙан тынлыҡ була. Шунан һуң күптәр замок диуарҙары янында төндәрен этен йөрөтөүсе ҡыҙҙы күрә башлай. Әгәр кинәт ул кемде булһа ла күреп ҡалһа, шунда уҡ килеп ҡосаҡларға һәм әсир итергә маташа. Ә кем дә кем уның сихырына бирешә икән, иртән һынған һөйәктәре менән үле кәүҙәһен табылған[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Гісторыя Крэва» //Алег Дзярновіч. «Адраджэнне». Гістарычны альманах. Вып. 1. Мінск, «Універсітэцкае», 1995
  2. Широкорад А. Давний спор славян. Россия. Польша. Литва. — Москва: АСТ Москва, Хранитель, 2006. — ISBN 978-5-17-038211-8,5-17-038211-1.
  3. Кревский замок был расстрелян 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. Кревский замок Ольгерда в Беларуси: история, фото, легенды. svobodno.su. Дата обращения: 17 февраля 2016.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Историко-культурная ценность Республики Беларусь

Ҡалып:Историко-культурная ценность Республики Беларусь