Каменец башняһы (бел. Камяне́цкая ве́жа, хата: Аҡ вежа) — Волынь тибындағы иң яҡшы һаҡланған һәм бер үк ваҡытта иң юғары (31 метр самаһы) оборона манараһы [1][2] . 1271—1288 йылдарҙа төҙөлгән. Иртә готика элементтары менән роман стилендәге ҡомартҡы. Каменец ҡалаһында урынлашҡан (Брест өлкәһе, Белоруссия).

Каменец башняһы
Рәсем
Нигеҙләүсе Алекса (градостроитель)[d]
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Каменец[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) Брестский областной краеведческий музей[d]
Дата производства 1288
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес
Проектлаусы Алекса (градостроитель)[d]
Архитектура стиле роман архитектураһы[d] һәм готик архитектура[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Бейеклеге/буйы 31 метр
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Kamieniec Tower[d]
Карта
 Каменец башняһы Викимилектә

Мемориаль башня булып тора, 1960 йылда бында Брест өлкә музейы филиалы урынлаша.

1275 йылғы Галицко-Волынь йылъяҙмаһында Каменецҡа Волынь кенәзе Владимир Василькович нигеҙ һалыуы тураһында хәбәр ителә   Кенәз бойороғо буйынса яңы ҡаланы төҙөү өсөн «ҡала төҙөүсе» Олекса ебәрелә. Уның етәкселегендә 17 сажин бейеклегендә таш бағана ултыртыла. Төҙөлөш ваҡыты Галицко-Волынь йылъяҙмаһына ярашлы 1276 йылдан 1288 йылға тиклем иҫәпләнә.

XIV быуатта күп тапҡыр тәре йөрөтөүселәр һөжүменә, поляк ҙәм литва кенәздәренең штурмлауына дусар була. XVII быуатта Каменец замогы диуарҙары янында Речь Посополитая, Швеция һәм Рәсәй дәүләте армиялары араһында ҡыҙыу һуғыштар бара (1661 йылда Каменец хатта һалым түләүҙән дүрт йылға азат ителә).

Башня келәт һәм арсенал булып хеҙмәт итә — түбәнге, иң һалҡын ярустарҙа аҙыҡ-түлекте, өҫкө, хәрби майҙансыҡ янында — ҡорал һәм боеприпастарҙы һаҡлағандар. Буш арауыҡты яугирҙәр биләгән. Башня күп һөжүмде күтәргән, ләкин зыянды яугирҙәрҙән түгел, ә мародерҙарҙан күргән, улар XVIII быуатта хужалыҡ ихтыяждары өсөн унан кирбестәрен ватып алырға керешкән.

Техника камиллашыу менән башня үҙенең оборона әһәмиәтен юҡалта. XVIII быуат инвентары ташландыҡтың күңелһеҙ картинаһын һүрәтләй: «Түбәнге ярусында ишектәре һәм ниндәйҙер ябыуҙары юҡ; башня өҫтән көпләп ҡуйылған, эстән емерелгән, тәҙрәләре быялаһыҙ (1728 й.)» Башҡа бик күп тарихи-архитектура ҡомартҡылары кеүек үк уны ла 1822 йылда кирбескә һүтеп алырға маташалар, әммә быны эшләү мөмкин булмай: сөнки бәйләүесе һәм эзбизташ кирбестәре быуат эсендә шул тиклем ныҡ ҡатҡан, әйтерһең, башня ҙур бер ташҡа әйләнгән.

Башня түңәрәк вал эсендә урынлашҡан һәм ағас нығытмаларҙан өҫтөн тора. Йылға яғынан нығытмаларға һаҙлыҡлы уйһыулыҡ килә, өс яҡтан уларҙы соҡор уратып ала. Тупраҡ вал һәм ағас замок 1903 йылда реставрация һәм ер эштәре үткәреү мәлендә бөтөнләй юҡҡа сыға. Архитектор В. В. Суслов проекты буйынса башня тирәләй өс метрлы тупраҡ ҡатламы алына, һөҙөмтәлә элек хаталы подвал тип иҫәпләнгән уның беренсе ҡаты, тағы ла ер өҫтөндә тороп ҡала. Әммә, ер эштәре ваҡытында боронғо соҡор һәм вал эҙһеҙ юғала. Шул ваҡытта уҡ беренсе һәм икенсе ҡаттары араһындағы көмбәҙе һүтелә һәм ағас балкалар менән алмаштырыла. Сығынтыларын һәм стеналарын реставрациялау өсөн кирбестәргә (яҡынса 10 мең дана) Мотыкаль улусы крәҫтиәне С. Дранюкҡа заказ бирәләр. Ер һәм кирбес эштәре үткәреү өсөн Гроднонан тәжрибәле оҫта А Артишевский саҡырыла. Башня тирәләй тупраҡ вал һалына һәм таш менән уратып алына. Ошо рәүешле ҡомартҡы беҙҙең көндәргә тиклем килеп етә. 1950 йылдар башында башняны беренсе тапҡыр ағарталар, ә иҙәненә таш түшәйҙәр. Реставрация эштәре шулай уҡ 19681973 йылдарҙа һәм 19962003 йылдарҙа үткәрелә.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Башня планында түңәрәк, диаметры 13,6 м, диуарҙарының ҡалынлығы 2,5 метр, бейеклеге 29,4. Башня яҡынса 2,3 метр бейеклектәге 16 метрлыҡ диаметрлы фундаментта тора. Ҡара-ҡыҙыл һәм һары төҫтәге бурса кирбестәрҙән һалынған. Тыштан стеналарында баҫмаларҙың тура мөйөшлө соҡор эҙҙәре һаҡланып ҡалған. Эстә ағас балкалар урыны — биш ҡаттың таяуҙары һаҡланып ҡалған. Икенсе һәм өсөнсө ҡаттың таяуҙары ике ҡатлы булған. Башня биш ҡатлы, уларҙы бер-береһе менән баҫҡыстар тоташтыра, унда яугирҙарҙы күп һыйҙырырға мөмкин булған. Оборона тәғәйенләнешендәге генә булып, Каменец манараһы ниндәй ҙә булһа архитектура биҙәгенән мәхрүм.

XIII быуатта шундай уҡ оҡшаш характерҙа һәм тәғәйенләнештә башнялар Полоцк, Туров, Новогрудокта, Гроднола Иҫке замок территорияһында, боронғо Берестья замогында төҙөлгән.

Әҙәбиәттә телгә алыныуы

үҙгәртергә

Е. Котик былай тип яҙа:

Мин тыуған Каменец урыны үҙенең боронғо тарихи манараһы менән билдәле. Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул, уны бер кем дә әйтә алмай. Элекке ҡәлғәнең ҡалдығы тип фараз итәләр. Был манара кирбестән, ҡалын стеналар менән, бейек, пушканан һәм ҡоралдарҙан атыу өсөн ут тишектәре бар. Минең олатайым ваҡытында әле ун фунт тирәһендә йәҙрә табалар  — был ут тишегенән ҡасандыр ысынлап та атыу билдәһе. Был башняның кирбестәре шул тиклем ныҡ, хатта унан бер киҫәк тә ватып алып булмай. Каменецта кирбестәрҙе йомортҡа ағынан эшләгәндәр, шуға ла ул ныҡ, тип һөйләйҙәр... Батша Александр II Европа кенәздәре менән бергә Каменецтан ете километр алыҫлыҡта Беловежская пущала һунар иткәндә, бөтә министрҙар һәм генералдар был тарихи башняға ҡарарға килгәндәр.



Галереяһы

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Замки Белоруссии

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ранее башня зачастую определялась как донжон, но современные авторы отвергают такое определение, так как башня не выполняла функции постоянного жилья. См. Макараў М. Да пытання пра выкарыстанне тэрміну «данжон» (donjon) у беларускай гістарычнай літаратуры // Гістарычны альманах. — Т. 5. — 2001. — С. 54-67. (белор.) Ҡалып:Книга:ВКЛЭ1
  2. А. Кушнявевич предлагает классифицировать башни волынского типа как бергфриды. См. Кушнярэвіч А. М. Гісторыка-архітэктурная тыпалогія мураванага дынастычнага абарончага дойлідства ВКЛ // Беларускі гістарычны часопіс. — № 12. — 2005. — С. 36. (белор.)
  • Энцыклапедыя гісторыі Беларусі. У 6 т.. — Мн.: БелЭн, 1997. — Т. 4. — 432 с.: іл с. — ISBN 985-11-0041-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә