Белемдәр иҡтисады

постиндустриаль иҡтисадтың һәм инновацион иҡтисадтың юғарғы үҫеш этабы

Белемдәр иҡтисады — постиндустриаль иҡтисадтың һәм инновацион иҡтисадтың юғарғы үҫеш этабы, уға мәғлүмәт йәмғиәте йәки белемдәр йәмғиәте хас; шулай уҡ — донъяның алдынғы илдәренең иҡтисады һәм йәмғиәтенең иң ҙур үҫеш баҫҡысы. Әлегә белемдәр иҡтисадын АҠШ һәм өлөшләтә Европа берлеге булдырған.

Белемдәр иҡтисады
Рәсем
 Белемдәр иҡтисады Викимилектә

Йыш ҡына белемдәр иҡтисады терминын инновациялы иҡтисадтың синонимы тип ҡарайҙар. Ғәмәлдә белемдәр иҡтисады — инновациялы иҡтисад үҫешенең юғарғы баҫҡысы һәм белемдәр йәмғиәтенең йәки мәғлүмәт йәмғиәтенең нигеҙе булып тора.

  1. Белемдәр иҡтисады — белемдәр һәм кеше капиталы төп үҫеш факторҙары булған иҡтисад. Бындай иҡтисадтың үҫеш процесы кеше капиталының сифатын яҡшыртыуҙан, йәшәү сифатын күтәреүҙән, белемдәр, юғары технологиялар, инновациялар һәм юғары сифатлы хеҙмәттәр етештереүҙән ғибәрәт.
  2. Социологияла: көн һайын барған технологик революция иҡтисады.

    Белемдәр иҡтисады — постиндустриаль иҡтисадтың һәм инновациялы иҡтисадтың юғарғы үҫеш баҫҡысы, шунлыҡтан ул АҠШ, Германия, Бөйөк Британия, Корея Республикаһы һәм Япония кеүек иң алдынғы үҫеш илдәренә хас.


Бөгөн белемдәр һәм юғары технологиялар етештереү алдынғы үҫеш илдәрендә иҡтисад үҫешенең төп сығанағы булып тора[1].

Белемдәр иҡтисадының төп формалашыу һәм үҫеш шарты булып кеше капиталы иҫәпләнә. Бер үк ваҡытта социаль капиталдың юғары кимәлле үҫеше лә талап ителә.

Белемдәр иҡтисадының тарихы

үҙгәртергә

Иҡтисад төрө һәм үҫеш кимәле буйынса илдәр түбәндәгесә бүленә[2]:

  • индустриалгә тиклемге иҡтисадлы (ҡағиҙә булараҡ, сеймал иҡтисадлы йә төп өлөшө сеймалдан торған иҡтисадлы илдәр);
  • индустриаль иҡтисадлы;
  • постиндустриаль иҡтисадлы;
  • ҡатнаш укладлы иҡтисадлы илдәр;
  • инновациялы иҡтисадҡа йәки белемдәр иҡтисадына эйә илдәр (шулай уҡ интеллектуаль иҡтисад, яңы иҡтисад, мәғлүмәттәр иҡтисады, инновациялы-мәғлүмәти иҡтисад тигән һ.б. терминдар ҙа ҡулланыла).

Иҡтисад һәм йәмғиәт төрҙәре алмашыныу шарты булып кеше капиталы тора (тупланған белемдәр, интеллект, инновациялар, профессионалдар)[3].

Донъяның алдынғы үҫешле илдәре донъялағы кеше капиталының төп өлөшөнә эйә. Алдынғы үҫешле илдәр инвестицияларҙың ҙур өлөшөн нәҡ кеше капиталына һала[4]. Был уларға технологик һәм интеллектуаль үҫештә, шулай уҡ халыҡтың йәшәү кимәленең уҙымлы үҫешендә хәл иткес өҫтөнлөк бирә.

Кеше капиталы алдынғы үҫешле илдәрҙә өр-яңы технологиялар булдырыуҙа, производстволарҙы үҫтереүҙә, уларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүҙә, фәндең, мәҙәниәттең, һаулыҡ һаҡлауҙың, хәүефһеҙлектең, социаль өлкәнең уҙымлы үҫешендә төп етештереү шарты булып тора. БМО-ның кеше үҫеше тураһындағы Докладтарынан билдәле булыуынса, АҠШ, Финляндия, Германия, Япония, Швейцария кеүек юғары үҫешле илдәрҙә кеше капиталының удель ауырлығы уларҙың милли байлығының 80%-ҡа тиклем өлөшөн алып тора.

Донъяның алдынғы илдәре ғалимдарҙың идеялары тиҙ арала аныҡ тауарҙарға һәм продукттарға әүерелһен өсөн иң ҡулай шарттар тыуҙырған. Нәҡ фундаменталь тикшеренеүҙәр, кеше капиталына иң күләмле инвестициялар һәм улар тыуҙырған яңы киҫкен үҫешле технологиялар донъяның төп илдәренә алдынғылыҡ тәьмин итә.

СССР XX быуаттың 80-се йылдар уртаһына бойороҡ-административ система сиктәрендә үҙенең индустриаль үҫеш мөмкинлектәрен бөтөрә. Һөҙөмтәле индустриаль иҡтисад барлыҡҡа килтерелмәй. СССР-ҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге алға киткән илдәрҙәгегә ҡарағанда бер нисә тапҡыр түбәнерәк була. Ул әлеге мәлгә Рәсәйҙә лә түбән килеш ҡала. Постиндустриализм талаптары ауыр ҡуҙғалыусан «социалистик» иҡтисад өсөн күтәргеһеҙ булып сыға[<span style="" title="не указан источник на утверждение (8 июня 2018)">источник не указан 386 дней</span>].

Белемдәр иҡтисадының инфраструктураһы

үҙгәртергә

Белемдәр иҡтисады инфраструктураһына түбәндәге төп үҫеш өлөштәре һәм тиҙләткестәре инә:

  • юғары йәшәү сифатын ғәмәлгә ашырыусы дәүләт институттары;
  • юғары сифатлы белем биреү;
  • һөҙөмтәле фундаменталь фән;
  • һөҙөмтәле фәнни-техник венчурлы эшҡыуарлыҡ;
  • юғары сифталы кеше капиталы киң мәғәнәлә;
  • белемдәр һәм юғары технологиялар етештереү;
  • мәғлүмәт йәмғиәте йәки белемдәр йәмғиәте;
  • идеяларҙы, уйлап табыуҙарҙы һәм асыштарҙы фундаменталь фәндән инновациялы производстволарға, артабан ҡулланыусыға тиклем тормошҡа ашырыу һәм еткереү инфраструктураһы.


Рәсәйҙә белемдәр иҡтисады инфраструктураһын һәм үҫеш нөктәләрен булдырыу перспективалары

үҙгәртергә

Рәсәйҙә һөҙөмтәле индустриаль иҡтисадты булдыраһы бар. Рәсәйҙә индустриалләштереү, һөҙөмтәле иҡтисад хасил итеү әле тамамланмаған. Өҫтәүенә, фән, мәғариф, медицина, хәүефһеҙлек һ.б. буйынса элек донъяла тотҡан юғары урындар юғалтылған.

Һуңғы 20 йылда кеше капиталының бөтә өлөштәре деградациялаған. Был Рәсәйҙең үҫешен һәм иҡтисадының диверсификацияһын, юғары өҫтәмә ҡиммәтле һөҙөмтәле производстволар булдырыуҙы ныҡ ауырлаштыра [5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә


Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Корчагин Ю. А. Современная экономика России.- Ростов-на-Дону: Феникс, 2008. ISBN 978-5-222-14027-7
  • Корчагин Ю.А. Три основные проблемы регионов. — Воронеж: ЦИРЭ, 2007, с.: 12. http://www.lerc.ru/?part=books&art=9&bin=1 2020 йыл 13 август архивланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә