Баязитов Абдулла Мөтиғулла улы
Баязитов Абдулла Мөтиғулла улы (1899 йыл — 1937 йыл) — совет дәүләт партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны[1].
Баязитов Абдулла Мөтиғулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1899 |
Тыуған урыны | Күҙәбай улусы, Новоузенский уезд[d], Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1937 |
Һөнәр төрө | йәмәғәт эшмәкәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАбдулла Мөтиғулла улы Баязитов 1899 йылда Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Күҙәбай улусы Акир ауылында (хәҙер — Һарытау өлкәһе Перелюб районы) тыуған[2].
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1918—1921 йылдар — Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Акир ауылында уҡытыусы.
1923—1927 йылдар — Ташкент ҡалаһында батрак һәм тәржемәсе.
1927—1928 йылдар — Башҡорт Республикаһының Йылайыр кантоны Байҡара руднигы үлсәүсеһе.
1928 йыл — Башҡорт Республикаһы Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Ғәли ауылында нҙанлыҡты бөтөрөү эшендә ҡатнаша.
1928—1929 йылдар — Баймаҡ районы Сибай ҡасабаһы руднигы партия комитеты секретары.
1929—1930 йылдар — Баймаҡ ҡасабаһы китапханаһы мөдире.
1930—1931 йылдар — Баймаҡ ҡасабаһы эшсе кооперацияһы агитация-пропаганда эштәрен алып бара, Мәскәү ҡалаһында Центросоюз курстарын үтә.
1931—1932 йылдар — Сибай руднигында хужалыҡ мөдире.
1932—1933 йылдар — Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының «Зерновая фабрика» гәзите редакторы.
1933—1935 йылдар — Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының Комсомольск бүлексәһе идарасыһы (управляющий).
1935—1937 йылдар — Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары.
1937 йыл — Баймаҡ районында урынлашҡан 46-сы йылҡысылыҡ заводының участка мөдире.
1937 йылда репрессияға дусар ителә, сәйәси золом ҡорбаны[3][4].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Маннапов М. М. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в.. — Уфа: Гилем, 2008. — С. 200.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ М. М. Маннапов. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в. — Уфа: Гилем, 2008. — 200 с. — С.183
- ↑ Баязитов Абдулла Мутугуллович
- ↑ Баязитов Абдулла Мутугуллович
- ↑ М. М. Маннапов. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в. — Уфа: Гилем, 2008. — 200 с. — С.183.