Күҙәбай улусы (рус. Кузябаевская волость) — Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенә ингән административ-территориаль берәмек.

Күҙәбай улусы
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Новоузенский уезд[d]

Административ үҙәге — Күҙәбай ауылы (хәҙер Һарытау өлкәһенең Перелюб районы биләмәһенә инә).

Улуста башлыса мосолман башҡорттар йәшәгән.

Совет власы урынлашҡанға тиклем Рәсәй империяһына хас административ-территориаль берәмек — улус идаралары булған.

Һамар губернаһы өйәҙҙәре картаһынан күренеүенсә, 1912 йылда улус ике өлөштән торған. Төп өлөшө Кәмәлек йылғаһы буйлап һуҙылған[1].

Улус составы үҙгәртергә

Торама пункттар (утарҙар инмәгән)Халҡы (1889 йыл)[2]Халҡы (1897 йыл)[3]Халҡы (1910 йыл)[4]Күпселек милләт, дине (1910)Хәҙерге хәле
1Акирово ауылы 278 221 311 башҡорттар, мосолмандарюҡҡа сыҡҡан
2 Байғондо ауылы 297 391 415 башҡорттар, мосолмандарауылы, Перелюб районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
3Бобровый Гай (Бәгәнәш, Ҡондоҙло) ауылы 481 510 515 башҡорттар, мосолмандарауыл, Пугачёв районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
4Ғабдулла ауылы 478 531591 башҡорттар, мосолмандарюҡҡа сыҡҡан
5Ишембай ауылы 343375 422 башҡорттар, мосолмандарюҡҡа сыҡҡан
6Күсембәт ауылы 306 349 350 башҡорттар, мосолмандар Күсембәт ауылы, Перелюб районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
7 Күҙәбай ауылы 429 466409 башҡорттар, мосолмандар ауыл, Перелюб районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
8Ҡунаҡбай ауылы 255 284 310 башҡорттар, мосолмандарутар, Перелюб районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
9Мәҡсүт ауылы 577 515 656 башҡорттар, мосолмандарауыл, Пугачёв районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
10Ураҙай ауылы 305 316 325 башҡорттар, мосолмандарюҡҡа сыҡҡан
11Черниговка ауылы 923 Түбәнге Покров улусына күсерелгән Түбәнге Покров улусына күсерелгән ауыл Новочерниговка, Озинки районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
12Солянка ауылы 1414 Солянка улусына күсерелгән Солянка улусына күсерелгән ауыл, Озинки районы, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
13Таловая ҡасабаһы 753 Түбәнге Покров улусына күсерелгәнТүбәнге Покров улусына күсерелгән Таловая ауылы, Зеленовский районы, Ҡаҙағстан

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Карта уездов Самарской губернии издания губернского земства 1912 г.
  2. П. В. Кругликов. Һамар губернаһы торама пункттары исемлеге, 1889 йылғы мәғлүмәттәр. — Самара: Тип. И. П. Новикова, 1890. — С. 191.
  3. Протопопов И. А. Һамар губернаһы торама пункттары исемлеге, 1900 йыл. — Самара: Губернская типография, 1900. — С. 459-462. — 520 с.
  4. Н.Г. Подковыров. Һамар губернаһы торама пункттары исемлеге. 1910 йыл. — Самара: Губернская типография, 1910. — С. 274-275. — 425 с.


Ҡалып:Ru-gub-stub