Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яуҙарҙа
1812 йылғы Ватан һуғышы — 1812 йылда Француз империяһының Рәсәй империяһына һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә барған һуғыш. Рәсәйҙә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының Наполеон армияһына ҡаршы азатлыҡ һуғышы. Француз яуында байтаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла үҙҙәренең яугир ирҙәре йәнәшәһендә һуғыш сәфәрен үтеүе билдәле.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яуҙарҙа | |
Армияға ярҙам
үҙгәртергә1812 йылда Башҡортостанда иген уңмау сәбәпле, халыҡты асыға, әммә армияға аттар, ҡорал һәм кейем ебәрәләр. Халыҡ һуғыш мохтажлыҡтарына аҡса йыя. 1812 йылдың 15 авгусына уҡ башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр армия файҙаһына 500 мең һум иғәнә тапшыра. Ирекле иғәнәләр сентябргә тиклем дауам итә. Башҡорттар армияға 4139 ғәскәр аты йыйып тапшыра. Был һуғышҡа ире менән бергә һуғышҡа барыусы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла бергә барған осраҡтар билдәле.
Йәнтүрә ҡатыны
үҙгәртергәЗаманында урыҫ авторы В. Зефиров 1812 йылғы һуғыш ветераны Йәнтүрәнең үҙ ауыҙынан ишетеп яҙып алған:
Икенсе бер ваҡыт мин тыуған илемә әйләнеп ҡайтыуҙан бөтөнләй өмөтөмдө өҙгәйнем. Бисәм генә ҡотҡарып алып ҡалды. Ҡайһы урында икәне 10 хәтеремдә ҡалмаған, беҙҙе бәләкәй бер күҙәтселек әтрәтенә ҡуйҙылар. Белмәйем, беҙ нисектер күрмәй ҡалғанбыҙ, таң атып килгәндә, түштәренә тимер таҡта кейгән егермеләп француз беҙҙең алға килеп съгкты. Беҙ тиҙ генә һөңгөләребеҙҙе эйәргә нығытып, һөрән һалып, яуыздар өҫтөнә ташландыҡ. Мин атланған ат бик йылғыр, ҡурҡмаусан ине. Сабып барған ыңғайға бер французды һөңгөм менән сәнсеп йыҡтым. Һөңгөнө тартып алып маташҡанда, икенсеһе килеп, ҡылысы менән минең яурынға сапты. Тимер кейем сыҙаманы, мин сабылған яурын менән аттан йығылып төштөм. Шунда иҫтән яҙғанмын. Һушыма килгәндә, беҙҙең иптәштәрҙең яртыһы тегеләр тарафыыан тураҡланып бөткәнен күрҙем. Ҡалғандарының ҡул-аяҡтары бәйләнгән. Бисәм янымда юҡ ине. Мин инде уны бөтөнләй донъяла юҡтыр тип уйланым. Аттарға мендереп, беҙҙе пленгә алып киттеләр. Сәғәт ярымдан һуң ҡапыл урман араһынан бер йөҙ самаһы Дон казактары килеп сыҡты. Беҙҙе тирәләй уратып алдылар. Унлап ҡына ҡалған француздар ҡойолоп төштө. Бирелеүҙәрен белдереп, баш эйҙеләр. Ҡараһам, бисәм Дон казактары араһында йөрөй. Ул эш шулай булып сыҡты: беҙ һуғыша башлау менән, минең ҡатын, тегеләргә ҡаршы тора алмаясағыбыҙҙы аңлап алып, һуғыш майҙанынан тайшанып сыҡҡан да, беҙҙең главный әтрәткә хәбәр иткән. Эйе, әгәр ҙә бисәм булмаған булһа, мин үҙ илемдә былай итеп байрам ҡороп, күңел асып йөрөй алмаған булыр инем. Яманлап бер һүҙ ҙә әйтерлек түгел. Бик яҡшы һәм дан бисә!
|
Йәнтүрә — реаль шәхес, «Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе»нән беҙ уның үҫәргән башҡорто икәнлеген, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы Жултый ауыл советындағы Этбай (Үрге Ырыҫҡол — Ҡаҫмарт йылғаһының уң ярында) ауылынан булған
Шәжәрәһенән:
1. Яукүсте (Күскенсе) Мусаҡай улы. — 2. Именбирҙе Күскенсе улы. — 3.Таймас-бей (кенәз) Именбирҙе улы (Шешәйҙәр араһы Ҡәҙерша, Аҡназар
ауылдары). — 4. Бабай Таймас улы (хәҙерге Күмертау ҡалаһы ереккән Бабай ауылын нигеҙләүсе). — 5. Өмбәт-абыҙ Бабай улы (Һамар буйынан Өҫкәлек буйына килә: 1600—1703 йй.). — 6. Этбай Өмбәт улы (Этбай — Үрге Ырыҫҡол-Этбай ауылын нигеҙләүсе). — 7. Бохарбай батыр Этбай улы. — 8. Йәнтүрә батыр (1812—1814 йй.батыры) Бохарбай улы…[2]
Ирен һәм уның яуҙаштарын ҡотҡарып ҡалған Йәнтүрә ҡатынына миҙал бирелә[3]
Яугир башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге
үҙгәртергәИсеме | Яуҙар | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|
Зөһрә | Текст ячейки | "Алдар менән Зөһрә" |
Алтынсәс | Башҡорт-монгол һуғыштары | Аҡташ тауы ҡалаһы ханының ҡыҙы. Уҡ-һаҙаҡ һәм һөңгө менән ҡоралланып һәм атҡа атланып баҫҡынсыларға ҡаршы һуғышҡан[4]. |
Сурамандың ҡатыны | Башҡорт-монгол һуғыштары | Аҡман һәм Тоҡмандың әсәһе. Сураман батыр һәләк булғас, монголдарға ҡаршы көрәш менән етәкселек итә[5]. |
Сәпәй | билдәһеҙ | Сәпәй (Әбей-хан-ата) ғәскәр башында һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Ҡаты алыштарҙың береһендә һәләк булғас, Сәргәй йылғаһының тамағындағы Сәргәйле тарлауығында ерләнгән[4]. |
Һөйәрбикә | билдәһеҙ | Баҫҡынсыларға ҡаршы алышта ҡатнашҡан. Аҙаҡ алты ир-егеткә ҡаршы бер үҙе һуғышып һәләк булған. Уның хөрмәтенә Һөйәрбикә тауы һәм Һөйәрбикә мороно аталған[6]. |
Мөхибә | Башҡорт ихтилалдары: башҡорт-ҡалмыҡ һуғыштары | Ир-егеттәр менән бергә баҫҡынсы ҡалмыҡтарға ҡаршы һуғыша. Яуҙа һәләк булғас хәҙерге Ырымбур өлкәһе Мерәҫ ауылы тирәһендәге убала ерләнгән. Был урын хәҙер Мөхибә тауы тип йөрөтөлә, унда таш менән уратылған ҡәбер әле лә һаҡланған[7]. |
Яҡуптың ҡыҙы | Башҡорт-ҡаҙаҡ һуғыштары | Һамар өлкәһендә аҡҡан Ырғыҙ йылғаһы «арыҫлан йөрәкле ҡыҙға» — «ир-ҡыҙға» бағышлап аталған, риүәйәт буйынса ул ошо йылғаның инешендә ерләнгән[7]. |
Йәнтүрә ҡатыны | 1812 йылғы Ватан һуғышы Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтары |
Ире менән бергә Парижға тиклем алыштарҙа ҡатнаша. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн хәрби миҙал менән бүләкләнгән[8][9]. |
Ғәфифә Көсөкова | 1806—1807 йылдар | Рус-прус-француз һуғышында ире Ҡолой кантон — Мөхәмәтҡолой Көсөков менән бергә ҡатнашҡан.1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, Парижға тиклем барып еткән, полковник дәрәжәһен алған, тигән яҙмалар ҙа осрай [10] Унда ҡатыны Ғәфифә лә бергә барған тип хәтерләгән ауылдаштары[11]. |
Текст ячейки | Текст ячейки | Текст ячейки |
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкирские исторические предания и легенды / [авт.-сост. Ф. А. Надршина]. — Уфа: Китап, 2015. — 528 с. — ISBN 978-5-295-06294-0.
- Башкирские предания и легенды. Составление, вступительная статья, комментарии Фанузы Надршиной. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1985. — 288 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. Зефиров. Йәнтүрә хикәйәте (1847 й.) -Йыһат Солтанов. 1812 йылғы Ватан һуғышында 9-сы кантон (Үҫәргән) атлы полктары [1]
- ↑ Йыһат Солтанов. 1812 йылғы Ватан һуғышында 9-сы кантон (Үҫәргән) атлы полктары [2]
- ↑ Тапҡырҙар, батырҙар, тоғролар. [3](недоступная ссылка)
- ↑ 4,0 4,1 Башкирские исторические предания и легенды, 2015, с. 96-97
- ↑ Башкирские предания и легенды, 1985, с. 97
- ↑ Башкирские исторические предания и легенды, 2015, с. 117
- ↑ 7,0 7,1 Башкирские предания и легенды, 1985, с. 23
- ↑ Башкирские народные песни и легенды об Отечественной войне 1812 года. Составление, вступительная статья, комментарии С. А. Галина. — Уфа, 1991.
- ↑ Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — С. 92-93. — 136 с.
- ↑ Ҡолой кантон(недоступная ссылка)
- ↑ Вот моя деревня. Большое Исянгильдино
Имеется версия статьи на русском языке: Проект:Двуязычность/Башкирские женщины в Отечественной войне 1812 года. |