Башҡорттарҙа торна культы

Башҡорттарҙа торна культыбашҡорт халҡының тәүтормош ышаныуҙарында торна ҡошо – тотем, табыныу объекты булған.

Тотемизм

үҙгәртергә

921—922 йылдарҙа Бағдад хәлифәһе илсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан башҡорттарҙың инаныуҙары тураһында ла яҙып ҡалдырған. Сәйәхәтсе бер төркөм башҡорттарҙың йыланға, икенселәренең балыҡҡа, өсөнсөләренең торналарға табыныуын үҙ күҙҙәре менән күргәнлеге хаҡында яҙа.

«Миңә башҡорттарҙың ниндәйҙер дошман менән һуғышыуын һөйләнеләр, дошмандары өҫтөн сығып тегеләрҙе ҡасырға мәжбүр иткәндәр. Шул ваҡыт дошман артында ҡалған торналар шундай итеп тауыш күтәргәндәр, ти, дошмандар ҡурҡыуҙан үҙҙәре үк ҡасып бөткәндәр. Шул көндән башҡорттар ярҙам иткән өсөн торналарға табына башлаған һәм: «Торна беҙҙең тәңребеҙ, дошманыбыҙҙы ҡурҡытты, уны ҡасырға мәжбүр итте», тиҙәр улар».

Торна — башҡорттарҙың ҡаңлы, тырнаҡлы һәм үҫәргән ырыуҙарының уртаҡ онгоны (тотем ҡошо)[1].

Башҡорт ырыуҙарының тотемистик атамалары яҡшы билдәле (мәҫәлән, йылан, айыу, ҡоҙғон, бүре, ҡуян һәм башҡалар). Шулар араһында торна этнонимы ла осрай. Мәҫәлән, үҫәргән, күбәләк, ҡатай, түңгәүер, табын, әйле, бөрйән, гәрәй-ҡыпсаҡ башҡорттарында торна тигән ырыу-ҡәбилә бүленештәре бар.

В. Васильев һәм С. Н. Шитова, самодий телдәренә нигеҙләнеп, ҡара-табын этнонимын «торна-табындар» тип аңлата. А. Ф. Илембәтова буйынса, әгәр ҙә был фараз дөрөҫ булһа, башҡорттарҙың ҡара-ҡыпсаҡ, ҡара-ҡатай һәм ҡара-танып ырыуҙарының этнонимдарын «торна-ҡыпсаҡтар», «торна-ҡатайҙар», «торна-таныптар» тип аңлатырға мөмкин[2]. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Н. И. Шувалов буйынса, тырнаҡлы этнонимы торна һүҙенән килеп сыҡҡан тип иҫәпләй[3]. Әйткәндәй, тырнаҡлыларҙың аҫаба ерҙәрендә Торналы, ә ҡаңлыларҙың аҫаба ерҙәрендә Һынташтамаҡ (элекке исеме Торна) ауылдары урынлашҡан.

Борондан ғәйнә, үҫәргән, ҡыпсаҡ, бөрйән, табын, мең, гәрәй, уран, унлар, танып, өпәй башҡорттарында аҡҡошҡа, торнаға һунар итеү тыйылған[4]. Сөнки уларҙа торна культы ҙур әһәмиәткә эйә булған һәм башҡорттар өсөн изге ҡош булған. Р. Ғ. Кузеев башҡорттарҙың ата-бабаларын дошман ябырылыуы хаҡында иҫкәрткән торналарҙың изгелеге менән үҫәргән ырыуының инаныуҙары бәйләнеше барлығын билдәләй. Ғәйнәләрҙәге торна культы ла бөтә үҙенсәлектәре менән үҫәргәндәрҙең ошо ҡошҡа табыныуын хәтерләтә[5].

Ф. Ғ. Хисаметдинова билдәләүенсә, торна башҡорттарҙа иң ныҡ мифлаштырылған ҡош. Башҡорт мифологияһында ул ҡанбаба, ҡурсалаусы, изге ҡош булараҡ тасуирлана. Ф. Ғ. Хисаметдинова торна һәм уның символикаһы башҡорттарҙың туй йолаһында ла ҡатнаша[6]:

Ырғыҙ-кәмәлек башҡорттарында туй ваҡытында хушлашҡанда ҡунаҡ ҡабул итеүсе ҡоҙаларҙың береһе, торна булып кейенеп, ҡунаҡтарҙы «суҡый» башлай. Ә тегеләр «суҡылыуҙан» аҡса биреп ҡотола. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ҡоҙаларҙы ошондай уҡ оҙатыу йолаһы көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында бар. Айырма тик шунда, оҙатыусыларҙың береһе бүре йә айыу, йәғни көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының тотем йәнлеге, булып кейенә. Яҙып үтелгәндәр ырғыҙ-кәмәлек башҡорттарында ҡунаҡтарҙы оҙатыуҙа торнаның тотем ҡош булараҡ ҡатнашыуы тураһында һөйләй.

Ғәйнә башҡорттарының йәштәре борон аулаҡ өйгә йыйылып, торна булып сиратлап кейенеп, «Торна морон» тигән тотемик уйынды уйнағандар.

Халыҡ ижады әҫәрҙәрендә

үҙгәртергә

Борон башҡорттар төрлө бәлә-ҡазаларҙы иҫкәртеү маҡсатында «Торна бейеүе»н башҡарған, уның бер нисә варианты һаҡланған[7].

«Сыңрау торна»

үҙгәртергә

«Ҡош юлы»

үҙгәртергә

1967 йылда Башҡортостандың Хәйбулла районы Әбеш ауылында М. А. Ҡаҙаҡбаевтан фольклорсы С. Ә. Галин тарафынан яҙып алынған «Ҡош юлы» риүәйәтенә ярашлы, йондоҙҙар һәм Ҡош юлының барлыҡҡа килеүе йәнәһе торналарға бәйле булған:

Бик борон булған был хәл. Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош Юлы ла булмаған. Ҡайҙандыр алыҫтан, көньяҡтан, Уралға, Һаҡ­мар, Ағиҙел буйҙарына торналар килеп йәйләр булған. Элек уларҙы һиндостан тигән ерҙән килә тип һөйләй торғайнылар. Бер йылды торналар теҙелешеп йылы яҡҡа осҡан мәлдә ел-дауыл ҡупҡан. Бала торналар аҙаша башлаған, ҡайһы берҙәре, арып, ергә төшөп ҡала барған. Шул саҡ оло торналар, ҡалған­дарына юл күрһәтеү өсөн, ҡауырһындарын сәсеп киткәндәр. Был ҡауырһындар йондоҙға әйләнгән. Торналар осҡан юлда ана шулай йондоҙҙар хасил булған. Тороп ҡалған торналар ошо йондоҙҙарға ҡарап ҡайтыр булғандар. Ҡош Юлы тигәндәре ана шунан ҡал­ған ул.

— Башҡорт халыҡ ижады: Риүәйәттәр, легендалар. Икенсе том. — Өфө: «Китап», 1997. — 440 бит. — 37-се бит.

Һынамыштар һәм ырымдар

үҙгәртергә
  • Торналар бик өҫтән һәм торҡолдашып осһа — көҙ матур булыр.
  • 1 октябрҙә торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
  • 1 октябрҙә торналар көньяҡҡа осоп китһә, 14-енә һыуытыр; осмаһалар, ҡыш һуң килер, 2 ноябргә тиклем һыуытмаҫ.
  • Торналар ҡайтҡас ҡына ысын яҙ етә.
  • Торна ҡысҡырһа, көн йылыныр.
  • Торналар түбән осһа, көн боҙолор, ямғыр булыр.
  • Торна ала ҡарға килһә, ҡар оҙаҡ ятмаҫ.
  • Торна яҙын бик һауалап ҡысҡырып килһә, уңыш йоҡараҡ була. Түбәндән ҡысҡырып килһә, дан була.
  • Торна бик ауалап килһә, йыл ҡыуан була.
  • Торна бейеһә, һауа йылыныр.
  • Торна иртә килһә, яҙ оҙаҡ тормаҫ, тиҙ йылытыр.
  • Торна килһә, торош юҡ.
  • Торналар йыйылып уйнаһа — көн йылыға.
  • Сыңрау торна бейегән ерҙә иген булмай.
  • Торна атһаң, бәлә-ҡаза килә.

Башҡортостан райондары символикаһында

үҙгәртергә


 
Бүздәк районы гербы. Хәҙерге Бүздәк районы биләмәһендә борондан ҡаңлы ырыуы башҡорттары йәшәгән, уларҙың символы (онгоны) торна булған. Гербтағы торна һүрәте боронғо инаныуҙарға ишара
 
Бүздәк районы флагы
 
Ейәнсура районы гербы. Хәҙерге Ейәнсура районы биләмәһендә борондан үҫәргән ырыуы башҡорттары йәшәгән, уларҙың символы (онгоны) торна булған
 
Ейәнсура районы флагы
 
Шишмә районы гербы
 
Шишмә районы флагы


Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кузеев Р. Г., 2010, с. 338
  2. Илембәтова А. Башҡорттарҙың изге ҡоштары. Торна // Ватандаш. — 2018. — № 2. — С. 156—174. — ISSN 1683-3554.
  3. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск, Южно-Уральское книжное изда­тельство, 1989.
  4. Башкиры-гайнинцы: история и современность. — Уфа: Китап, 2012. — С. 136. — 264 с. — ISBN 978-5-295-05131-9.
  5. Кузеев Р. Г., 2010, с. 325
  6. Хисамитдинова Ф. Г. Башҡорт мифологияһы һүҙлеге. – Уфа, 2013. — 276-сы бит.
  7. Илимбетова А. Ф. Ҡоштар культы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.


  • Илембәтова А. Башҡорттарҙың изге ҡоштары. Торна // Ватандаш. — 2018. — № 2. — С. 156—174. — ISSN 1683-3554.
  • Илимбетова А. Ф. Журавль — птица священная: культ журавля в фольклоре, обрядах и обычаях башкир // Родина. 2010. Специальный выпуск.
  • Илимбетова А. Ф., Илимбетов Ф. Ф. Культ животных в мифоритуальной традиции башкир. 2‑е изд. — Уфа, 2012.
  • Илимбетова А. Ф., Илимбетов Ф. Ф. Культ животных у башкир: история и современность. — Уфа, 2009.
  • Илимбетова А. Ф. . Культ птиц у башкир в свете духовного наследия народов мира. 2-е изд., перераб. и доп. . — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2015. — 282 с. — ISBN 978-5-91608-126-8.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. — 2-е изд., доп.. — Уфа: ДизайнПолиграф-Сервис, 2010. — 560 с. — ISBN 978-5-94423-212-0.
  • Ринат Самарбаев. Культ журавля у башкир? (этнографический очерк). // Уральский следопыт: журнал. — № 2, февраль 1991 г. — С. 13.