Башҡортостан топонимияһы

Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы тәбиғи һәм мәҙәни объекттар атамаларын индергән географик атамалар йыйылмаһы

Башҡортостан топонимияһы — Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы тәбиғи һәм мәҙәни объекттар атамаларын индергән географик атамалар йыйылмаһы. Башҡорттар төбәктең һәм Башҡортостан Республикаһына күрше өлкәләрҙең үҫешкән топонимик системаһын булдырған. Республика ғалимдары был системаны өйрәнеү менән шөғөлләнә. 2017 йылдың 20 декабренә ҡарата, Башҡортостан Республикаһының Географик атамаларҙың Дәүләт каталогында географик объекттарҙың 13946 атамаһы[1], шул иҫәптән — 4564 тораҡ пункт атамаһы теркәлгән.

Башҡортостан топонимияһы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы

Топонимика фәне

үҙгәртергә

Топонимиканың, фән булараҡ, бүлексәләре бар: гидронимия, оронимия[2] (рельеф формалары исемдәре — тауҙар, йырындар), ойконимия (тораҡ пункт атамаһы, ҡала тибындағы ойконимдар «астионимдар», ауыл тибындағылар — «комонимдар» тип атала), микротопонимия (кеше йәшәмәгән ваҡ объекттар атамаһы — урман өйкөмдәре, ҡотоҡ, шишмәләр, һунар итеү һәм балыҡ тотоу урындары, болондар, һөрөнтө ерҙәр атамалары).

Башҡортостан һәм Көньяҡ Уралдағы күрше өлкәләрҙ ең топонимияһын өйрәнеү XVIII быуаттың 1-се яртыһында башланған. Топонимия урта быуат көнсығыш авторҙарының, рус яҙыусыларҙың һәм ғалимдарының хеҙмәттәре һәм башҡорт әҙәбиәте һәйкәлдәре буйынса өйрәнелде.

Башҡортостан топонимияһын фәнни өйрәнеүгә профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев нигеҙ һалды. XX быуаттың 70-80 йылдарында Башҡортостан, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләренең тораҡ пункттарына ғилми экспедициялар ойошторолдо. Ғалимдарҙың хеҙмәте һөҙөмтәһе булып Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге баҫылды. Башҡортостан топонимияһын өйрәнеүгә ғалимдар М. Ғарипов, Ғ. Кузеев, Ф. Ишбирҙин, Н. Мәҡсүтова, З. Ураҡсин Р. З. Шәкүров, Р. Х. Халиҡова, Ф. Ғ. Хисамитдинова һ. б.өлөш индерҙе.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Башҡорт телендә географик объект атамалары башҡорт тел нормаларына ярашлы бирелгән. Шул уҡ ваҡытта түбәндәге алымдар: нигеҙҙәрҙе ҡушыу, киҫеү алымдары, лексик һәм морфологик ысул һ. б. ҡулланылған.

  • Һүҙҙәр ҡушылыу, тоташтырылыу ярҙамында барлыҡҡа килгән башҡорт топонимдары: Барҙабашйылға, Артсылы, Ереклейылға, Ҡышлауйылға, Өсҡайынтүбә, Тирмәнҡаштаҡ, Тәпәйшыуғантау, Алатауайыр; Йәшелсүлбашъялан; Янғантау, (миҫалдар эҙмә-эҙлелекле кәмеүсе тәртиптә бирелә) һәм ҡушма топонимдар: Олоғортау, Уралтау, Шайтантау һырттары, Алайғыр йылғаһы Арыҫланкүл тауы, Кесе Ерекле йылғаһы, Бүреғаҙған ауылы, Айыуалған аҡланы, Олөйөр йылғаһы.
  • Киҫеү ысулы менән барлыҡҡа килгән башҡорт топонимимдарында һүҙҙең аҙаҡҡы, шулай уҡ башланғыс һәм урта өлөштәре «киҫелә» йәғни төшөрөп ҡалдырыла: Талмаҫ — Эталмаҫтан, Сарнай — Зөлҡәрнәйҙән, Ҡолой — Мөхәмәтҡолойҙан. Башҡорт топонимикаһында бер атамала киҫеү ысулын да, аффиксацияны ҡулланыу ҙа киң таралған: Ибрай ойконимы Ибраһим тигән тулы форманан барлыҡҡа килә. Был атамала ойконимдың һуңғы өлөшө (-һим) киҫелгән, ҡалған (Ибра~) өлөшө -й өнө — аффиксоид менән тулыландырылған.
  • Фонетик күренештәр. Ваҡыт үтеү менән, исемдең ғәмәли ҡулланышы барышында ниндәй ҙә булһа өнө үҙгәргән. Был үҙгәреш яңы исемдә яйлап тәбиғи һымаҡ ҡуланылыуын дауам итә. Шулай Аралтауҙан Уралтау барлыҡҡа килгән; Сутолока йылғаһы — Соҡалаҡтан (башҡорт телендәге «соҡа» (бәләкәй йырын) һүҙенә -лаҡ аффиксы ҡушып яһалған); Матрай — Мөхәмәтрәхимдән; Гәүерле күле — Гавриилдан; Шабакүл һәм Сабаҡкүлдән; Йопас тауы — Йосоптан; тауҙар Шахтау һәм Шәкетау; Иман ауылы һәм Имән һ. б.
  • Аффикстар ҡушыу ярҙамында барлыҡҡа килгән топонимдар: -лы, -ле, -лыҡ, -л, -тай, -cap, -сер, -ле, -лар, -ләр, -ыш, -ты, -ас, -әс; -са, -сә, -an, -ән; -ай; -әй; -сай, -сәй, -кәй; -а, -ә; -кәү; -сы; -аба, -әбә, -мә, -мә; -мәк. Аффикс һүҙҙең нигеҙенә ҡушыла: Манышты, Лаҡлы (Улаҡлы йәки Ылаҡлы). Мөкәптәй, Йүкәсәр, Бүреләс, Бағрышты, Әүәнсә, Тәпәнәк, Килдекәй, Батмаҡай, Күстенә, Кипйәкәү, Отас, Юлаб, Ығышма, Сөйәлмәк һ. б.

Башҡорт топонимдары төп исконный һәм үҙләштерелгәнгә заимствованный бүленә. Географик объекттар атамаларында осрай фин-уғыр телдәренән: мари, мордва, фарсы, рус, сыуаш һ. б.үҙләштермәләр осрай.

Башҡорт һүҙҙәренең бер өлөшө, башҡорт телендә ҡулланыштан сығып, топонимик атамаларҙа ғына һаҡланған: тарлау «ҡыр, нива» :} «дала, тигеҙлек».

Топонимдарҙың бер өлөшө башҡорт ҡәбиләләре атамалары менән бәйле. Мәҫәлән, ҡыпсаҡ ҡәбиләһе, ҡыпсаҡ ырыуҙары һәм тармаҡтары атамаһы менән бәйле топонимдар: Табын, Кирәй, Һатҡы, Һарыш, Бишәй. Улар менән тораҡ пункттар, йылға, шишмә, тау, йырын, ер-ҡыр, кисеү атамаларына бәйле.

Гидронимдар

үҙгәртергә
Башҡортостан гидронимдары
А, Б, ...

Башҡортостандағы йылға, күл исемдәренең бер өлөшө башҡорт һүҙҙәренән килеп сыҡҡан: Ағиҙел йылғаһы — (башҡ. Ағиҙел ) река Бе́лая, төркисәнән — «аҡ» (белая) һәм боронғо төрки иҙел — «һыу, йылға»; йылға Бальза йылғаһы (башҡ. Балоя— ҡушылған: бал 'бал, баллы' + уя 'үҙән' «баллы үҙән»; Дим йылғаһы — башҡорт һүҙе Димдән — «омут», «йылғаның тәрән урыны»; Айыукүл — башҡорт һүҙҙәре — айыу һәм күл; Ҡыйышҡы күле— башҡорт телендәге «ҡыйыш» — кривой һүҙенән.

Оронимдар

үҙгәртергә

Башҡортостан тауҙарының, тау һырттары атамаларының килеп сығышы: Алатау — башҡортсанан тәржемә иткәндә «сыбар тауы»; Баш тау (һырт)— баш тау; Биштау — «биш тау»; Балатау — бәләкәй тау; Ҡаратау — (башҡ. Ҡаратау «ҡара тау»), Елмерҙәк (һырт) — башҡортсанан — ел туҡтатыусы, икенсе фараз буйынса, ел — «ветер», бар — «есть», ҙәк — «тау»; Олоғортау (һырт) — башҡортсанан — оло, ҡыр — «гребень» — тау.

Ойконимдар

үҙгәртергә

Башҡортостандың тораҡ пункттар атамаларының килеп сығышы: Салауат — милли батырыбыҙ Салауат исеме (төркисә «доға»); Өфө — гидроним һәм ырыу атамаһынан «өпәй», йылғаның боронғо атамаһынан — «Өфө»; Стәрлетамаҡ — тигән һүҙҙәр Стәрле, ҡала урынлашҡан йылға атамаһынан һәм башҡортсанан: «тамаҡ» — йәки «устье».

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

башҡорт телендә

үҙгәртергә
  • Шәкүров Р. З. Башҡортостандың топонимия мираçы hәм уны өйрәнеү проблемалары // Проблемы востоковедения. — 2010. — № 3 (49). — С. 34—39. — ISSN 2223-0564. (баш.)
  • Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. I: (А хәрефе) / Ф.Ғ. Хисамитдинова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2011. — 432 б. ISBN 978-5-295-05389-4 (т. 1) ISBN 978-5-295-05388-7

урыҫ телендә

үҙгәртергә
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
  • Башкирские топонимы от личных имен / По материалам географических названий бассейна реки Дёмы // Башкирский языковедческий сборник. Уфа, 1975. — С.109-115.
  • Камалов А. А. Башкирская топонимия. Уфа, 1994.
  • Кусимова Т. Х. Башкирские имена. Уфа, 1976.
  • Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с.
  • Отводная книга по Уфе" как источник по топонимии Башкирии // Археография и лингвистическая текстология Южного Урала. — Уфа, 1977. — С.84-88.
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
  • Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа, 1980.
  • Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. — 256 с.
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа: Башкнигоиздат, 1991;
  • Шакуров Р. З. По следам географических названий. Уфа, 1986;
  • Шакуров Р. З. Историко-стратиграфическое и ареальное исследование башкирской топонимии Южного Урала и Предуралья : Дисс.. — Уфа, 2002.
  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. Челябинск, 1989. — 160 с.
  • Г.Бухарова. Башкирские топонимы индоиранского происхождения

Һылтанмалар

үҙгәртергә