Матвеев Александр Константинович
Матвеев Александр Константинович (8 июль 1926 йыл — 9 октябрь 2010 йыл) — СССР һәм Рәсәй телсе-ғалимы; лексика һәм субстрат топонимика, шулай уҡ этимология, ономастика, фин-уғыр тел ғилеме, телдәр бәйләнеше белгесе. 1991 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1970), профессор (1971), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988).
Матвеев Александр Константинович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 июль 1926 |
Тыуған урыны | Екатеринбург, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 9 октябрь 2010[2] (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, Рәсәй[1] |
Ерләнгән урыны | Широкореченское кладбище[d] |
Балалары | Матвеева Анна Александровна[d] |
Һөнәр төрө | лексикограф, диалектолог, славист, лингвист, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | ономастика[d][1], славистика[d][1], финно-угроведение[d][1], тел ғилеме[1], этимология[d][1], лексикография[1], диалектология[d][1] һәм топонимика[d][1] |
Эш урыны | А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто | Тымыҡ океан дәүләт университетының педагогия институты[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Березович, Елена Львовна[d] һәм Рут, Мария Эдуардовна[d] |
Уҡыусылар | Березович, Елена Львовна[d] һәм Рут, Мария Эдуардовна[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлекса́ндр Константи́нович Матве́ев 1926 йылдың 8 июлендә Свердловск ҡалаһында тыуған.
1949 йылда Хабаровск педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған
1952 йылда — А. М. Горький исеменедәге Урал дәүләт университетын тамамлаған.
1961—2005 — ошо уҡ уҡыу йортонда рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Урал дәүләт университеты профессоры (Екатеринбург), Урал ономастика мәктәбенә нигеҙ һалыусы.
2010 йылдың 9 октябрендә Екатеринбургта вафат булған[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәА. К. Матвеев 270-тән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы, өлкәнең ономастика һәм топонимия буйынса фәнни мәктәбенең башлығы. Этимология, ономастика, диалектология, фин-уғырҙарҙың боронғо тарихының ғәмәли һәм теоретик проблемаларын тикшереүгә ҙур өлөш индерә. Танылған лектор, педагог, эрудит булған.
УрДУ-ның топонимик экспедицияһын булдырған шәхес — был уникаль фәнни йәмғиәт миллиондарса лексик һәм ономастик материалдары картотекалары булдырған. А. К. Матвеев етәкселегендә «Урта Урал урыҫ һөйләштәре һүҙлеге» («Словарь русских говоров Среднего Урала») (1981—1988) йыйынтығының төп өлөшө төҙөлгән. Ул Рәсәйҙең төньяғындағы урыҫ һөйләштәре һүҙлеген төҙөүгә лә етәкселек иткән («Словарь говоров Русского Севера» (тт. 1—3) һәм «Материалы к словарю финно-угро-самодийских заимствований в говорах Русского Севера» (т. 1, 2004)). А. К. Матвеев Уралдағы беренсе топонимик һәм беренсе оронимик һңҙлектәр төҙөгән.
А. К. Матвеев Бөтә Рәсәй «Вопросы ономастики» журналының тәүге һанынан алып үҙенең вафатына тиклем баш мөхәррире булған.
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Монографиялар
- «Неройки караулят Урал» (1976),
- «Географические названия Урала» (1980; 2-е изд. 1987),
- «Методы топонимических исследований» (1986),
- Матвеев А. К. Вершины Каменного Пояса 2018 йыл 1 июнь архивланған..— Челябинск: Юж.-Урал. кн. изд-во, 1990.—288 с. - ISBN 5—7688—0296—7
- «Вверх по реке забвения» (1990);
- «Субстратная топонимия Русского Севера» (чч. 1-4, 2001—2015),
- «Ономатология» (2006) и др.
- Мәҡәләләр
- «Финно-угорские заимствования в русских говорах Северного Урала» (1959),
- «Об отражении одного финно-угорского фонетического соответствия в субстратной топонимике Русского Севера» (1968) и др.
- «Древнеуральская топонимика и ее происхождение» // Вопросы археологии Урала (1961, вып. 1)
А.К. Матвеев һәм башҡорт топонимикаһы
үҙгәртергәА. К. Матвеев Уралдың географик атамалары тураһында яҙған хеҙмәттәрендә башҡорт топонимикаһын, этимологияһын да күрһәтә барған.Уның "Географические названия Урала.: Топономический словарь" тигән йыйынтығында Силәбе өлкәһендәге байтаҡ башҡортса атамаларҙың килеп сығышы яҙылған [4]. Тап ошо һүҙлек ярҙамында Силәбе өлкәһе Баҡал ҡалаһының атамаһы "баҡалы йылға" (лягушачья река) тигәндән килеп сыҡҡаны асыҡланды. Зингейка йылғаһының атамаһын ул "жингей" тигән ҡаҙаҡ һүҙе менән бәйләй, әммә башҡорт һөйләштәрендә лә "жиңгәй" варианты бар, һәм был ерҙәрҙә борон башҡорттар йәшәгән. Матвеев был хаҡта белмәгән, әлбиттә, әммә йылғаның исеме Еңгәкәй ниндәй һүҙҙән килеп сыҡҡанын теркәп ҡалдырып, дөрөҫ яуап табырға мөмкинлек тыуҙырған [5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://web.archive.org/web/20110716060812/http://www.usu.ru/usu/opencms/today/in_memoriam/article_0002.html
- ↑ Памяти А. К. Матвеева (недоступная ссылка — история). Официальный сайт УрГУ. Дата обращения: 11 октябрь 2010. Архивировано 4 июнь 2012 года. 2011 йыл 16 июль архивланған.
- ↑ Матвеев А.К. Географические названия Урала.: Топономический словарь. - Екатеринбург: ИД "Сократ", 2008, -352 с.
- ↑ Матвеев А.К. Географические названия Урала.: Топономический словарь. - Екатеринбург: ИД "Сократ", 2008, -352 с. - 95 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Александра Константиновича Матвеева РФА рәсми сайтында
- Не просто прожитая жизнь: Биография А. К. Матвеева в документах и воспоминаниях
- УрГУ в биографиях: Александр Константинович Матвеев(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2012)
- Статьи А. К. Матвеева в «Известиях УрГУ» 2012 йыл 12 октябрь архивланған.
- Интервью А. К. Матвеева в «Известиях УрГУ»(недоступная ссылка)