Башмакова Лидия Ивановна
Лидия Ивановна Башмакова (1926—2012) — һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
Башмакова Лидия Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 август 1926 |
Тыуған урыны | Гагаринский район[d], СССР |
Вафат булған көнө | 9 август 2012 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Богородицкое[d], Смоленский район[d], Смоленск өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | һауынсы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛидия Ивановна Башмакова 1926 йылдың авгусында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 19 август[1]) авгусында[2] Лешково ауылында (хәҙер — Смоленск өлкәһе, Гагарин районы). 1941 йылда тулы булмаға урта мәктәптең алты синыфын тамамлай; шул уҡ йылда оккупацияла була.
Гжатск районы азат ителгәндән һуң ауыл хужалығын тергеҙеүҙә ҡатнаша, прицепщик булып эшләй; тракторсылар курсын тамамлай.
Тыуған ауылына ҡайтып, көтөүсе булып эшләй, артабан «Передовик» колхозында һауынсы, һуңынан Радищев исемендәге колхозда һауынсы булып эшләй. 1953 йылдан алып 1957 йылға тиклем алдынғы ысулдар индереү һөҙөмтәһендә үҙенә беркетелгән һәр һыйырҙан һөт һауып алыуҙы 1600 килограмдан алып 5875 килограмға тиклем арттыра.
СССР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 10 мартындағы указы менән Лидия Башмаковаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1964 йылда КПСС сафына инә. 1969—1981 йылдарҙа Радищев исемендәге колхоз ашханаһында эшләй.
1981 йылда пенсияға сыға; Гагарин районының Никольское ауылында йәшәй, һуңыраҡ Смоленск өлкәһенең Смоленск районы Богородицкий ауылына күсеп килә, 2012 йылдың 9 авгусында Богородицкий ауылы зыяратында ерләнә[1].
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В.И.Лениндың 100 йыллығы айҡанлы» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башмакова Лидия Ивановна . Смоленский некрополь. Дата обращения: 2013-6-25. Архивировано 30 июнь 2013 года.
- ↑ 2,0 2,1 И. Н. Беляев, 1991
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башмакова Лидия Ивановна // Беляев И. Н. Честь и слава — по труду: Биобиблиогр. справочник о смолянах — Героях Социалистического Труда, полных кавалерах ордена Трудовой Славы. — Смоленск, 1991.
Һылтанмалар
үҙгәртергәБашмакова Лидия Ивановна . «Герои страны» сайты.