Бахвалов Сергей Владимирович
Сергей Владимирович Бахвалов (1898—1963) — совет математигы, педагог.
Бахвалов Сергей Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 26 август 1898 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 30 сентябрь 1963 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | математик |
Эшмәкәрлек төрө | геометрия, аналитик геометрия, һыҙма геометрия[d] һәм математика |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының физика-математика факультеты |
Ғилми етәксе | Сергей Фиников[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Биографияһы
үҙгәртергә1917 йылда армияға саҡырыла һәм румын фронтында артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә. 1918 йылдың көҙөндә Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә, әммә 1919 йылда Ҡыҙыл армияға мобилизациялана, унда 1924 йылға тиклем хеҙмәт итә, ике йылында Көнсығыш фронтында батарея командиры була, ә 1922 йылдың көҙөнән, хәрби частары Мәскәүгә күсерелеү менән бәйле, армияла хеҙмәт иткән көйө университетта уҡыуын дауам итә.
1922 йылда «Об автополярных кривых» исемле үҙенең тәүге фәнни эшен яҙа. Артабан уның тикшеренеүҙәр даирәһенә кәкрелектең төп радиусы һаҡланып ҡалған өҫлөктәрҙе бөгөү мәсьәләләре; конгруэнцияларҙың ҡатламланыусы парҙарының метрик теорияһын төҙөү һәм өйрәнеү, күпҡырҙарҙа геодезик һәм өҫкө йөҙҙәрҙә һыҙыҡтар системалары инварианттарын тикшеренеү инә.
1925 йылда, университетты тамамлап, математика һәм механика институты янындағы аспирантураға уҡырға инә. Бында С. П. Фиников етәкселеге аҫтында 1929 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. С. П. Финиковтың рецензияһынан::
Сергей Владимирович — һүҙҙең теүәл һәм тулы мәғәнәһендә ысын геометр, тере геометрик образдарҙа аныҡ фекер йөрөтөүсе геометр, уның өсөн аналитик аппарат геометрик үҙенсәлектәрҙе һәм мөнәсәбәттәрҙе асыу өсөн генә хеҙмәт итә.
1930 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем университеттың физика-математика (һуңынан механика-математика) факультетында эшләй, 1935 йылдан — профессор вазифаһында. 1940 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.[1]
Бахвалов Мәскәү дәүләт университетының математика ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағындағы геометр Н. А. Глаголев етәкселегендәге махсус номографик бюро эшендә әүҙем ҡатнаша. Был бюрола әҙерләнгән номограммалар Хәрби-диңгеҙ флотында, дошмандың һауа һөжүменән һаҡлаусы зенит артиллерияһы частәрендә ҡулланыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Бахвалов артиллерия уты менән идара итеү приборҙары теорияһын эшләй.[2]
Бахвалов аналитик, проекцион һәм һыҙма геометрия буйынса лекциялар уҡый һәм айырыуса семинарҙар үткәрергә ярата, матур һәм ҡыҙыҡлы мәсьәләләр һәм уларҙы сығарыу ысулдарын тәҡдим итә. Уның педагогик эшмәкәрлеге хеҙмәттәштәре А. С. Пархоменко һәм И. С. Моденов менән берлектәге «Сборник задач по аналитической геометрии» (1948 — 1-се баҫмаһы, 1957 — 2-се баҫмаһы.) һәм педагогия институттары өсөн дәреслектәрҙе: «Аналитическая геометрия» (Л. И. Бабушкин һәм В. И. Иваницкая менән берлектә, 1958 — 1-се баҫмаһы) һәм «Основания геометрии» (В. И. Иваницкая менән берлектә, 1972) яҙыуҙа ла сағыла.
Бахвалов төрлө махсус семинарҙар, шул иҫәптән — Н. А. Глаголев менән берлектә — номография буйынса дөйөм Мәскәү семинары алып бара. 1953 йылда юғары геометрия һәм топология кафедраһында номография кабинеты асыла, С. В. Бахвалов уның етәксеһе була. Уның вафатынан һуң кабинет бөтөрөлә.
С. В. Бахвалов — 34 ғилми хеҙмәт һәм 7 дәреслек һәм уҡыу әсбаптары авторы; уның етәкселегендә 12 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана. Ул зенит артиллерияһы утына идара итеү приборы эшләй (ПУАЗО).
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә (1951)[1].
С. В. Бахваловтың улы математик Н. С. Бахвалов.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 78. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Биография
- Бахвалов. Большая Биографическая энциклопедия
- Бахвалов Сергей Владимирович (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения: 1 мая 2020. (