Бахвалов Николай Сергеевич

Бахвалов Николай Сергеевич (29 май 1934 йыл, Мәскәү — 29 август 2005 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй ғалим-математигы, иҫәпләү математикаһы белгесе. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы.

Бахвалов Николай Сергеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 май 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 29 август 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Перловское кладбище[d]
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө ғәмәли математика[d], иҫәпләү математикаһы, теория функций[d] һәм математика
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Ғилми исеме профессор[d], РФА ағза-корреспонденты[d] һәм РФА академигы[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Колмогоров Андрей Николаевич, Сергей Львович Соболев[d] һәм Годунов, Сергей Константинович[d]
Аспиранттар Шарыгин, Игорь Фёдорович[d], Борис Иванович Березин[d], Feliksas Ivanauskas[d][1], Григорий Панасенко[d][1], B. D. Bojanov[d][1] һәм Artūras Štikonas[d][1]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Почёт ордены «Почёт Билдәһе» ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Бахвалов Николай Сергеевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Сергеевич Бахвалов Мәскәү университетының физика һәм математика факультеты профессоры С. В. Бахвалов ғаиләһендә тыуған.

1950 йылда Мәскәүҙәге 310-сы урта мәктәпте тамамлай.

1955 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика һәм математика факультетын һәм 1957 йылда унда аспирантураны тамамлай.

Физика-математика фәндәре кандидаты (1958). Диссертация темаһы: «О составлении уравнений в конечных разностях при приближенном решении задачи Дирихле для уравнения Лапласа» (фәнни етәксеһе С. Л. Соболев).

Физика һәм математика фәндәре докторы (1964). Диссертацияһының темаһы «Об оптимальных на классах функций способах интегрирования с заданным числом узлов».

1966 йылда «профессор» фәнни исеме ала.

Мәскәү дәүләт университетының механика һәм математика факультеты иҫәпләү математикаһы кафедраһы профессоры (1966—1970).

Мәскәү дәүләт университетының иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика факультеты Иҫәпләү математикаһы кафедраһы профессоры (1970 — 1981).

1981 йылдан Мәскәү дәүләт университетының механика һәм математика факультетының иҫәпләү математикаһы кафедраһы мөдире һәм СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.

1991 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы академигы.

Халыҡ-ара фәндәр академияһының Юғары мәктәбе академигы.

СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1985). «Почёт Билдәһе» (1980), Почёт (2005) ордендары менән бүләкләнгән. 1994 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеме бирелә.

Николай Сергеевич Бахвалов 2005 йылдың 29 августында 71 йәшендә вафат була. Уны Перловский зыяратында ерләйҙәр (1 ур.)

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе

үҙгәртергә

Иҫәпләү һәм ғәмәли математика, һан ысулдары, алгоритмдарҙы оптимизациялау, функциялар теорияһы, төрлө составлы мөхит механикаһының, айырым алғанда композит материалдарҙың математик проблемалары, тулҡын физикаһы мәсьәләләре.

Баҫмалары

үҙгәртергә
  • Бахвалов Н. С. Численные методы, 2 изд. М. 1975.
  • Бахвалов Н. С., Панасенко Г. П. Осреднение процессов в периодических средах — математические задачи механики композиционных материалов. 1984
  • Бахвалов Н. С., Жидков Н. П., Кобельков Г. М. Численные методы. 2003
  • Бахвалов Н. С. (ред), Воеводин В. В. (ред) Современные проблемы вычислительной математики и математического моделирования. 2005 — в 2-х томах

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Математики. Механики. Биографический справочник / Сост. А. Н. Боголюбов. — Наукова думка, 1983. — С. 33. — 639 с.
  • Факультет Вычислительной математики и кибернетики: История и современность: Биографический справочник / Авт.-сост. Е. А. Григорьев — М., Изд-во Московского университета, 2010. — 616 с. ISBN 978-5-211-05838-5
  • Профессора Московского университета. 1755—2004. Биографический словарь. В 2-х томах / авт.-сост. А. Г. Рябухин, Г. В. Брянцева — М., Изд-во Московского университета, 2005
  • Факультет Вычислительной математики и кибернетики: биографический справочник / авт.-сост. Е. А. Григорьев — М., Изд-во Московского университета, 2005
  • Энциклопедия Московского университета: Научно-исследовательский вычислительный центр / под общ. ред. А. В. Тихонравова — М., МАКС Пресс, 2005
  • Учёные Московского университета — действительные члены и члены-корреспонденты РАН (1755—2004). Биографический словарь / авт.-сост. Ю. М. Канцур — М., Изд-во Московского университета, 2004

Һылтанмалар

үҙгәртергә