Батиниҙар
Батиниҙар (ғәр. الباطن — әл-ба́тин; эске, йәшерен; рус. Батини́ты) — Ҡөрьәнде һәм сөннәтте ирекле, аллегорик рәүештә шәрехләүҙе яҡлаусыларҙың дөйөм атамаһы. Һүҙмә-һүҙ, тура мәғәнәлә генә аңлатыусы Ҙаһири мәҙһәбкә ҡапма-ҡаршы, батиниҙар Ҡөрьәндә һәм сөннәттә «йәшерен», эзотерик мәғәнә эҙләй. Аллегорик аңлатмалар индереү кәрәклегенең нигеҙен батиниҙар Ҡөрьәндең үҙендә тапҡандар. Айырым аяттарҙа Аллаһтың асыҡ һәм йәшерен мәрхәмәте, асыҡ һәм йәшерен гонаһ, асыҡ һәм йәшерен Аллаһ, шәфҡәтлелек («эске») һәм яза («тышҡы») һ.б. ҡаршы ҡуйыла.
Батиниҙар | |
ғәр. باطنية | |
Дин: |
ислам |
---|---|
Нигеҙләнгән: |
VIII быуат |
Нигеҙләүселәр |
Абу Мансур аль-Иджли, аль-Мугира ибн Саид и др. |
Союзниктар: |
исмәғилиҙәр, имамиҙар, мөтәзилиҙәр, фәләсифа |
Ҡаршы тороусылар: |
ҙаһириҙар |
Тарихы
үҙгәртергәҠөрьәнде аллегорик аңлатыу ысулы (тәьүил) Ираҡта VIII быуатта барлыҡҡа килә[1] .
Исмәғилиҙәрҙә батин артабанғы үҫеш ала. «Батин», «тәьүил» һәм «әл-хәссә» төшөнсәләре исмәғилиҙәрҙең дини-философик доктринаһында мөһим урын алып тора. Мосолман дин белгестәре батиниҙарға сакраль текстарҙы символик аңлатыу мөмкин тип һанаған суфыйҙарҙы, мөтәзилиҙәрҙе һәм «фәйләсуфтарҙы» (фәләсифа) индерәләр)[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Әл-Әхзәб 33:72
- ↑ Ислам: ЭС, 1991, с. 38—39
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Прозоров С. М. ал-Батинийа // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 38-39. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |