Басир — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Басир исеме бар.

Басир

Этимологияһы

үҙгәртергә

Басир ғәрәп теленән үтә һиҙгер, аҡыллы, зирәк тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы (15 февраль 1933 йыл — 2 июнь 2014 йыл) — ғалим-геолог, геология-минералогия фәндәре кандитаты (1974), БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы (1986), СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).

Аҡсурин Басир Ғәйфулла улы (10 июнь 1945, Батыр (Фёдоровка районы), БАССР) — СССР һәм Рәсәй фәлсәфәсеһе, социологы, уҡытыусы. Социология фәндәре кандидаты (1996), философия фәндәре докторы (2004).

Инусилов Басир Магомедович — авар совет актёры. Дағстан АССР-ының халыҡ артисы (1958). РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (23.04.1960).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ