Барсуков Евгений Захарович
Барсуков Евгений Захарович (28 март 1866 йыл, Смоленск - 21 ғинуар 1957 йыл, Рига) — Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, артиллерия генерал-майоры (1944). Хәрби фәндәр докторы, профессор, Артиллерия фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы.
Барсуков Евгений Захарович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 16 (28) март 1866 |
Тыуған урыны | Смоленск, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 21 ғинуар 1957[1] (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Рига, Латвия ССР-ы[d], СССР |
Ерләнгән урыны | кладбище Райниса[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто | Генераль штаб академияһы[d] |
Ғилми дәрәжә | хәрби фәндәр докторы[d] |
Хәрби звание | генерал-майор[d] |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЕвгений Захарович Барсуков дөйөм белемде Орел Бахтин кадеттар корпусында ала. 1885 йылда Александр хәрби училищеһын тамамлай һәм 25-се артиллерия бригадаһына кесе офицер итеп ебәрелә. 1888 йылда лейтенант дәрәжәһенә күтәрелә. 1895 йылдан штабс-капитан. Шул уҡ йылда Николаев Генераль штаб академияһын тамамлай. 1898 йылдан капитан Барсуков Тверь кавалерия училищеһында уҡыта.
1899 йылдан Төп артиллерия идараһында хеҙмәт итә. 1905 йылдан подполковник. 1908 йылдың 6 декабрендә хеҙмәттә ҡаһарманлығы өсөн уны полковник дәрәжәһенә күтәрәләр[2] . 1910-1915 йылдарҙа - артиллерия генерал-инспекторы янындағы йөкләмәләр өсөн канцелярия эштәре етәксеһе, Баш артиллерия идараһының артиллерия комитеты ағзаһы, артиллерия уставтарын һәм ҡулланмаларын төҙөү буйынса комиссияның һәм Генштабтың Баш идараһы янындағы армияны үҙгәртеп ҡороу буйынса комиссия ағзаһы була. Шул уҡ ваҡытта ул офицерҙар артиллерия мәктәбендә уҡыта. 1915 йылдың 6 декабрендә хеҙмәттәге ҡаһарманлығы өсөн генерал - майор дәрәжәһенә күтәрелә[3] .
Беренсе донъя һуғышында 1916 йылдың 5 ғинуарындағы иң юғары приказ менән генерал-майор Барсуков Юғары баш командующий янындағы ялан Артиллерия генерал-инспекторы хакимлығы башлығы итеп билдәләнә [4], махсус билдәләнештәге ауыр артиллерияны ойоштороу буйынса комиссия рәйесе (ТАОН) була.
1917 йылдың Октябрь революцияһынан һуң ул Совет власы яғына сыға. 1918 йылдың апреленән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында завеса отрядтарының Көнбайыш бүлегенең артиллерия инспекторы, сентябрҙән - завеса отрядтарының Көнбайыш бүлеге ликвидациялау комиссияһы рәйесе һәм Көнбайыш оборона районының хәрби етәксеһе ярҙамсыһы, октябрҙән - Көнбайыш Армия командиры ярҙамсыһы, 1918 йылдың декабренән 1919 йылдың октябренә тиклем - Көнбайыш округы хәрби етәксеһе.
1924 йылдың октябренән ул Хәрби-тарихи бүлектә (1925 йылдың февралендә Һуғыш тәжрибәһен өйрәнеү һәм файҙаланыу идараһына үҙгәртелә), 1926 йылдың июлендә - Ҡыҙыл Армия штабының Фән һәм юридик бүлегендә махсус йөкләмәләр башҡара.
1932 йылдың майынан - Ҡыҙыл Армия штабы ҡарамағында. 1934 йылдың 22 июлендә ул хеҙмәттән азат ителә.
1944 йылдың сентябренән отставкалағы артиллерия генерал-майоры.
Ригала Райнис зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- СССР
- Ленин ордены [5]
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (5.12.1944 )
- Сталин премияһы ( 1942 )
- Рәсәй империяһы
- 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены, (1904)
- 2-се дәрәжә Изге Анна ордены (1906)
- 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены (1912)
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Подготовка России к мировой войне в артиллерийском отношении. — M., 1926;
- Русская артиллерия в мировую войну. Т. 1—2.— М., 1938—40;
- Артиллерия русской армии (1900—1917 гг.). Т. 1 — 4. — М., 1948—49.
- Барсуков Е. З. Мое военное прошлое. Воспоминания 1866—1954 гг. — Смоленск, Край Смоленский, 2018
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Барсуков Евгений Захарович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Списки офицерам по старшинству. Часть I, II и III. Составлен по 1-е марта 1911 г. — Санкт-Петербург, 1911. С. 907
- ↑ Список генералам по старшинству. Исправлен по 10 июля 1916 г. — Пг. — 1916. с. 174
- ↑ Приказы о чинах военных 1916 года. — СПб., 1916
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 31 марта 1941 года опубликованный в газете «Известия» № 76 (7452) от 1 апреля 1941 года
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хронос. Биографии. Барсуков Евгений Захарович(недоступная ссылка)
- Барсуков, Евгений Захарович — ЗСЭ
- Али Ага Шихлинский. Мои воспоминания. — Баку, 1944
- Шихлинский А. А. Мои воспоминания.
- Ибрагимов С. Д. Генерал Али Ага Шихлинский. (Жизнь и деятельность). — Баку, 1975
- Барсуков, Евгений Захарович (неопр.). // Проект «Русская армия в Великой войне».
- Сайт «Аукционы» 2021 йыл 29 ноябрь архивланған.
- «За Родину» (ПрибВО),14.01.1957 (некролог) // Горбачев А. Н. 10000 генералов страны. 5 изд. — М., Infogans, 2017, с. 162