Баргузин ҡурсаулығы

Баргузин ҡурсаулығы (рус. Баргузи́нский госуда́рственный приро́дный биосфе́рный запове́дник) — Бүрәт Республикаһының Төньяҡ Байкал районы территорияһындағы ҡурсаулыҡ. Тарихи үҙәге — Давша; 2012 йылдан ҡурсаулыҡ идаралығы Усть-Баргузин ҡасабаһында урынлашҡан.

Баргузин дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
Баргузин ҡурсаулығы
Баргузин ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны374 322 га 
Уртаса бейеклеге1640 м
Нигеҙләнгән ваҡыты11 ғинуар 1917 йыл 
Идара итеүсе ойошма«Заповедный Подлеморье» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы 
Урынлашыуы
54°30′00″ с. ш. 109°50′00″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБүрәт Республикаһы
Яҡындағы ҡалаСеверобайкальск, Улан-Удэ 

zapovednoe-podlemorye.ru
Рәсәй
Точка
Баргузин дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
 Баргузин ҡурсаулығы Викимилектә

Ҡурсаулыҡ тарихы

үҙгәртергә

Баргузин ҡурсаулығы — Рәсәйҙәге иң боронғо тәбиғәт ҡурсаулығы. Байкал аръяғы өлкәһенең Баргузин өйәҙе исеме менән аталған, уның территорияһында 1916 йылдың 29 декабрендә (1917 йылдың 11 ғинуары) кеш һанын һаҡлау һәм арттырыу өсөн Баргузин кеш ҡурсаулығы булараҡ ойошторола. Барлыҡҡа килгән мәлдә бары тик 20 — 30 кеш, хәҙер — 1 км²-ға 1 — 2 тура килә. Был илдә 1917 йылғы революцияға тиклем булдырылған берҙән-бер дәүләт ҡурсаулығы. 1930-сы йылдар уртаһынан, кеш буйынса маҡсатлы программа үтәлгәс, комплекслы ҡурсаулыҡтар рәтенә күсә.

1966 йылдың 2 декабрендә ҡурсаулыҡ РСФСР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Һунарсылыҡ һәм ҡурсаулыҡ баш идаралығының Баргузин кешен тикшереүҙә, һаҡлауҙа һәм арттырыуҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләнә[1].

1986 йылдан алып ЮНЕСКО-ның биосфера резерваттары иҫәбенә инә. 1996 йылда ҡурсаулыҡ территорияһы тулыһынса ЮНЕСКО-ның «Байкал күле» Бөтә донъя тәбиғәт мираҫы объекты составына инә.

1997 йылдан Баргузин ҡурсаулығының барлыҡҡа килеү көнө Рәсәй Федерацияһында Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө булараҡ билдәләнә.

2011 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы тарафынан Баргузин ҡурсаулығы һәм Байкал аръяғы милли паркы базаһында «Баргузин ҡурсаулығы һәм Байкал аръяғы милли паркының берлектәге идаралығы» Федераль дәүләт бюджет учреждениеһын булдырыу тураһында бойороҡ сыға. Ул үҙ эсенә ошо ике һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһен һәм Фролихин дәүләт заказнигын үҙ эсенә ала.

Филателия

үҙгәртергә

1966 йылда Баргузин ҡурсаулығының 50 йыллығына СССР-ҙың почта маркалары сығарыла.

Шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 3, 1967. стр. 47

Һылтанмалар

үҙгәртергә