Байкал аръяғы милли паркы

Байкал аръяғы милли паркы (рус. Забайка́льский национа́льный парк) — Бүрәт Республикаһында урынлашҡан дәүләт милли паркы. Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағында. Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре категорияһына ҡарата талаптарына тулыһынса яуап биргән тәбиғәт биләмәләренең береһе.

Байкал аръяғы милли паркы
Категория МСОПII (Милли парк)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны269 мең га 
Нигеҙләнгән ваҡыты12 сентябрь 1986 йыл 
Идара итеүсе ойошма«Заповедное Подлеморье» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы 
Урынлашыуы
53°43′00″ с. ш. 109°13′00″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБурятия
РайонБаргузин районы
Яҡындағы ҡалаУлан-Удэ, Северобайкальск 

zapovednoe-podlemorye.ru
Рәсәй
Точка
Байкал аръяғы милли паркы
Рәсәй Бурятия
Точка
Байкал аръяғы милли паркы
 Байкал аръяғы милли паркы Викимилектә

Байкал аръяғы милли паркы территорияһы Урта Байкал көнсығыш климат өлкәһенә ҡарай. Климаты — континенталь. Ҡышы һалҡын һәм оҙайлы. Йәй йылы, ҡайһы берҙә ҡоро килә. Яр буйы климатына Байкал күле йоғонто яһай.

Ғинуарҙың уртаса температураһы −18-19, июлдә — 12-14 градус. Тауҙарҙа уртаса температура −23-25 градус, ә урыны менән (тау-ара уйпатлыҡтарҙа) −27 градусҡа тиклем түбәнәйә.

Байкал һыуы иң эҫе ваҡытта ла 14 градустан юғары һирәк йылына. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме яр буйында 350 мм-ҙан алып тауҙарҙа 450 мм-ға тиклем тәшкил итә. Көнбайыш һәм көньяҡ-көнбайыш елдәр өҫтөнлөк итә.

Геологияһы һәм рельефы

үҙгәртергә

Милли парк типик таулы тайга районы сиктәрендә урынлашҡан. Паркта ҙур орографик берәмектәр: Святой Нос ярымутрауы, Баргузин һырты, Чивыркуй муйыны һәм Ушкан утрауҙары айырылып тора.

Парк аша төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә ике тау һырты һуҙылған:

  • Баргузин һырты. Ул Баргузин ҡурсаулығынан Бармашёв күленә (парк сигендәге һырттың иң бейек билдәһе — диңгеҙ кимәленән 2376 метр) түбәнәйә;
  • Урта һырт. Святой-Нос ярымутрау үҙәгенән төньяҡҡа һәм көньяҡҡа табан түбәнәйә (урта өлөшөндә иң юғары нөктәһе — 1877 м).

Чивыркуй муйыны Святой Нос ярымутрауын Байкал күленең көнсығыш яры менән тоташтыра. Ушканьи утрауҙары Байкал уйпатлығын ике ҡаҙанға — төньяҡ һәм көньяҡҡа бүлгән Академик һырттың түбәләре булып тора.

Тәбиғәт һәм археологик ҡомартҡылар

үҙгәртергә
 
Змеиный сығанағы

Милли парк территорияһында уникаль тәбиғәт объекттары күп. Шуларҙың 17-һе парк булдырғанға тиклем үк тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.

  • Ландшафт ҡомартҡылары: Онгокон мороно, Ҙур Бакланий утрауы, Ушкан утрауҙары
  • геологик ҡомартҡылар: Кесе Черемшан мәмерйәһе, Йырлаусы ҡомдар, Оло һәм Кесе Кылтыгей утрауҙары, Камешек-Безымянный утрауы
  • һыу ҡомартҡылары: Йылан шишмәләре, Кулин һаҙлыҡтары, Нечаевский, Арангатуй күле
  • ботаник ҡомартҡылар: Черемшан сауҡалығы.

Парктың тарихи-мәҙәни комплексына тәбиғәт һәм тарихи ҡомартҡылар инә (Монахов, Нижнейзголовская, Зимовейномыская, Шимайская), күп археологик ҡомартҡылар, шул иҫәптән неолит осоро торамалары, беҙҙең эраға тиклем II быуатҡа ҡараған плиталы ҡәберлектәр һәм XIV—XV быуаттарҙағы һуңғы күскенселәр ҡәберҙәре, боронғо һуғарыу системаһы эҙҙәре, бронза һәм иртә тимер быуаттарҙың 35 тораҡ пункты.

Гидрография

үҙгәртергә

Идаралыҡ

үҙгәртергә

2011 йылдың сентябрендә ҡурсаулыҡты үҙгәртеп ҡороу башлана: Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Байкал аръяғы милли паркы һәм Баргузин ҡурсаулығы базаһында «Баргузин ҡурсаулығы һәм Байкал аръяғы милли паркының берләштерелгән идаралығы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһын булдырыу тураһында бойороҡ сығара[1].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә