Балаково сүс материалдар заводы

Балаково сүс материалдар заводы — Рәсәй компанияһы, совет осоронан ҡалған Балаково предприятиеларының береһе. Эре вискозалы корд, штапель ебе, вискозалы туҡыма ебе, полипропилен сүсе етештереүсе предприятие. Бында шулай уҡ көкөрт кислотаһы көкөртлө углерод, целлофан һәм углеродлы сүстәр етештерелә.

Балаково сүс материалдар заводы
Нигеҙләү датаһы 1959
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Балаково, Һарытау өлкәһе, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Сүс урау цехы

«Химволокно» комбинатын төҙөү тураһындағы ҡарар 1958 йылдағы КПСС Үҙәк Комитетының химия сәнәғәтен үҫтереүҙе тиҙләтеү тураһындағвы ҡарарына ярашлы ҡабул ителә.

Комбинат Бөтә союз удар комсомол төҙөлөшө итеп иғлан ителә. Комбинаттың беренсе төҙөүселәре булып Водянин етәкселегендәге монтажсылар бригадаһы була. Тап Водянин комбинаттың беренсе нигеҙе блогын һалыу хоҡуғына лайыҡ була. Беренсе блок 1959 йылдың 15 мартында һалына.

17 октябрь, 1961 йыл. Комбинаттың тәжрибә-эксперименталь цехы тәүге продукцияны — корд епте етештереп сығара.

1962 йылдың декабрендә тәүге «Корд-1» продукцияһы сығарыла.

26 июнь, 1963 йыл. Көкөрт кислотаһы цехы эшләй башлай, уның ҡеүәте йылына 240 мең тонна тәшкил итә, цех реконструкцияланғандан һуң, уның ҡеүәте 280 мең тоннаға тиклем арта. Бөтә цех продукцияһы дәүләт сифаты билдәһенә эйә була. Етештерелгән продукцияның 36%-ы вискоза етештереүҙә ҡулланыла, 64 % -ы яҡшыртылған көкөрт кислотаһы һәм олеум алыуға китә.

31 октябрь, 1964 йыл. Көкөрт углероды цехы тәүге продукцияһын сығара.

1964 йылдың мартында «Корд-2» етештерелә башлай.

1966 йылда вискозалы штапель сүс етештереү башлана.

1968 йылда буялған сүс етештереү башлана.

1969 йылда комбинатта целлофан ярыһы сығарыла башлай. Целлофан етештереү цехында яһалма бөйөр аппараты өсөн «Ультрацелла» фильтрлау материалы сығарыла.

1971 йылда юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн комбинатҡа В. И. Ленин исеме бирелә, ә комбинат өлкәнең Данлы хеҙмәт коллективтары китабына индерелә. Ошо уҡ йылда «Корд-2» етештереү базаһында келәмдәр сәнәғәте өсөн полипропилен еп етештерелә башлай.

9 ғинуар, 1972 йыл. «Корд-3» етештереү сафҡа инә. 1974 йылдың 5 авгусында вискоза ептән туҡыма етештерелә башлай. «Корд-3» етештереүҙә иң беренсе көкөрт һәм көкөртлө углеродтарҙы тотоп газдан таҙартыусы ҡоролма ҡуялар.

17 февраль., 1976 йыл. СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән комбинат Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1982 йылда Ленин исеменләге «Химволокно» етештереү берекмәһе ВДНХ-ның СССР Бөтә Союз Почёт таҡтаһына индерелә.

1998 йылға тиклем — «Химволокно» производство берекмәһе илдә иң эре вискоза сүс һәм ептәр етештереүсе предприятие була. Завод элеккесә «Миллиардерҙар клубы» ағзаһы булып тора. Әлеге мәлдә заводта «Спанлейс» материалын булдырыу программаһы өҫтөндә эш алып барыла[1].

2017 йылдан алып комбинат ғәмәлдә юҡ. Уның территорияһында «Аргон», «Вагондар төҙөү заводы», «Балаково-центролит» һәм башҡа төрлө предприятиелар тора. Етештереү цехтарының күбеһе тиерлек тулыһынса емерелгән, һүтелгән, завод ҡорамалдары һүтелгән һәм металлоломға тапшырылған.

Предприятиеның ҡала өсөн роле

үҙгәртергә

Химволокно комбинаты Балаково ҡалаһының үҫеше өсөн ҙур этәргес биреүсе энергетика, химия сәнәғәте үҙәге[<span style="" title="не указан источник на утверждение (4 июня 2012)">сығанаҡ 2456 көн күрһәтелмәгән</span>] булып торған. Уның арҡаһында Балаковола ТЭЦ асыла, химия сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләүсе ПТУ № 43 барлыҡҡа килә. Беренсе булып ҡаланың химктар йәшәгән 200 фатирына газ индерелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. БЗВМ. Zawod.ru. Дата обращения: 12 февраль 2012. Архивировано 5 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 9 август архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә