Викидатала элемент юҡ

Баймөхәмәт — башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙә ир балаларға ҡушылған исем.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Баймөхәмәт башҡорт теленә башҡортү һәм ғәрәп телендәге һүҙҙәр ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән исем: бай + мөхәмәт (данлы, маҡтаулы) мәғәнәһен аңлата[1]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Туғыҙбаев Баймөхәмәт Вилдан улы (18841965) — башҡорт дин әһеле.

Фамилияла

үҙгәртергә

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы (27 октябрь 1988 йыл) — матбуғат эшмәкәре, яҙыусы, журналист. 2020 йылдың 17 февраленән «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының колегия ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар (2014) һәм Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).

Баймөхәмәтов Эдуард Миржан улы. Ҡыйғы районының почетлы гражданы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған табибы, табип-юғары категориялы хирург.

Баймөхәмәтов Ринат Бикбулат улы (28 март 1953 йыл) — СССР хоккейсыһы, һөжүмсе. Ҡурған хоккейы тәрбиәләнеүсеһе.

Атаһының исемендә

үҙгәртергә

Арыҫланов Йәрмөхәмәт Баймөхәмәт улы (1910 йыл — 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы ҡыҙылармеецы (дәлилләгән мәғлүмәттәр юҡ). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Зәбиров Хамат Баймөхәмәт улы (1917 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән лейтенанты..

Шөғәйепов Хәсән Баймөхәмәт улы (рус. Шугаипов Хасан Баймухаметович) ([[1921 йыл] — 22 март 1943 йыл (башҡа сығанаҡ буйынса 24 февралдә) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия) дивизияһының миномет полкы яугиры. Дивизия штабы разведчигы (башҡа сығанаҡ буйынса элемтәсе).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ