Байда Мария Карповна

совет разведчигы, санинструктор, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы

Байда Мария Карповна (1 февраль 1922 йыл — 30 август 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, разведчик, санинструктор, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1942).

Байда Мария Карповна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1]
Тыуған урыны Аҡмәсет районы, Крымская АССР[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 30 август 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1] (80 йәш)
Вафат булған урыны Севастополь, Украина
Ерләнгән урыны Кладбище Коммунаров[d]
Место содержания под стражей Равенсбрюк[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы һәм Ғәскәр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) "Севастополде обороналаған өсөн" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы орден Богдана Хмельницкого орден Богдана Хмельницкого II степени В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
 Байда Мария Карповна Викимилектә

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән шәфҡәт туташтары курсын тамамлап, Севастополь оборонаһында ҡатнаша. 1942 йылда 7 июнендә 514-се уҡсылар полкы санитар инструкторы айырыуса батырлыҡ күрһәтә. Севастополь өсөн барған бер алышта, дошмандың 15 һалдатын һәм офицерын автоматтан атып һәм 4-ен приклад менән һуғып үлтереп, совет командирын һәм 8 яугирҙе әсирлектән ҡотҡара, шул уҡ ваҡытта дошман пулемётын һәм автоматтарын ҡулға төшөрә. Батырлығы өсөн, Приморье Армияһы хәрби уға Советтар Союз Геройы исемен биреүҙе юллай. 1942 йылдың июлендә, ҡаты яраланып, әсирлеккә эләгә, бер нисә немец концлагерын үтеп, 1945 йылдың 8 майында америка ғәскәрҙәре азат итә.

Биографияһы

үҙгәртергә

Мари́я Ка́рповна Ба́йда 1922 йылдың 1 февралендә, Яңы Сыуаш ауылында (1948 йылдан — Новосельское ауылы) РСФСР, Ҡырым АССР-ы Красноперекопский районы, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1936 йылда Джанкой[2] ҡалаһында 1-се һанлы тулы булмаған урта мәктәбен тамамлай.

Совхозда, дауаханала, һуңынан Ҡырымдың Красноперекопский районы[2] Воинка ауылы кооперативында эшләй.

Севастополь оборонаһы

үҙгәртергә

1941 йылдан[2] Ҡыҙыл армияла. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Мария тәүге көндәренән үҙ теләге менән истребителдәр батальонына яҙыла. Медицина шәфҡәт туташтары курстарын тамамлай. Совет ғәскәрҙәре Севастополгә сигенгәс, истребителдәр батальоны регуляр армия частарына ҡушыла.

1941 йылдың сентябренән М. К. Байда — санитарка, артабан Төньяҡ-Кавказ фронты Приморье армияһы 172-я уҡсылар дивизияһы 514-се уҡсы полкы санинструкторы, Севастополь оборонаһында[2][3] ҡатнашыусы. Алыш яланынан, ут эсенән Ҡыҙыл Армияның тиҫтәләгән командиры һәм яугирын алып сыға һәм ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала [4].

1941 йылдың декабрендә немец ғәскәрҙәре Севастополде штурмларға маташҡандан һуң, өлкән сержант М. К. Байда үҙен разведкаға күсереҙәрен һорай. М. К. Байда хәтерләүенсә, разведкаға барырға уны романтик теләк кенә түгел, ғәйәт дошманға ҡарата нәфрәт этәрә: «Мин шул тиклем ҡан һәм ғазаптар күрҙем, йөрәгем ташҡа әйләнде. Емерелгән өйҙәрҙе, үлтерелгән балаларҙы, ҡатын-ҡыҙ һәм ҡарттарҙы онота алманым. Һуғыш яланында минең күҙ алдымда ешеләр һәләк булды. Йәш кенә көйө, көслө, сәскә атҡан саҡтарында ҡорбан булдылар — уларға йәшәргә лә йәшәргә, бәхет өсөн эшләргә ине! Бына шуға ламедицинанан китеп, ғәскәри сафҡа баҫыу теләге тыуҙы. Көсөм һәм таһыллығым етерлек. Ата беләм, Людмила Павличенко кеүек үк түгел инде. Һиҙҙермәй, шым ғына хәрәкәт итә, урында ирекле йүнәлеш таба алам — сөнки йыш ҡына, яралыны эҙләп, „бер кемдеке лә булмаған“ һыҙаттарҙан, немец окоптарынан бер нисә тиҫтә метрҙа ғына шыуышырға тура килә ине бит…»[3]

Өлкән сержант М. К. Байда дошман тылына йөрөй, «тел» табып, командованиеға дошман тураһында мәғлүмәт килтерә. М. К. Байда хәтерләгәнсә, ул бер немец обер-ефрейторын әсирлеккә төшөрә, һәм уны үҙе йөкләп алып ҡайта. Ҙур кәүҙәле булыуынан тыш, ул ҡулдары бәйле булһа ла, төрлө юлдар менән ҡаршылыҡ күрһәтеп маташа. Килеп сыҡҡан тотҡарлыҡ заминка һөҙөмтәһендә, разведка төркөмө һуңлай һәм ут аҫтына эләгә: бер разведчик һәләк була, ә икенсеһе яралана. Дисциплинаны боҙған өсөн М. К. Байда өс тәүлеккә гауптвахтаға ябыла, әммә язаны тулыһынса үтәргә тура килмәй. Ике сәғәт үтеүгә, әсир һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартҡанлыҡтан, уны штабҡа саҡырталар. Үҙен тотҡан Марияны танып ҡалғанлыҡтан, әсир, ҡаты тулҡынлана һәм һөҙөмтәлә, теле лә тиҙ асыла. Дошман оборонаһы системаһы тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр биргән «тел» өсөн командир бөтә разведка төркөмөнә рәхмәт белдерә[3].

1942 йылдың 7 июне төнөндә дүрт кешенән торған разведчиктар төркөмө составында хәрби һаҡта ята, ә иртән дошман, авиация һәм артиллерия әҙерлегенән һуң, һөжүмгә күсә — немец ғәскәрҙәре Севастополде өсөнсө штурмлауын башлай. Өлкән сержант М. К. Байда, 2-се статья старшинаһы Михаил Мосенко һәм ике яугир ҡамауға эләгә. Улар көн буйы оборона тота, хатта граната ярсығы менән уң ҡулы һәм бите яраланһа ла, Мария автоматтан атыуын дауам итә. Йыш ҡына эш ҡул алышына саҡлы барып етә. Ҡараңғы төшкәс, төркөм йәшеренеп үҙ часына сыға. Госпиталдә бер нисә көн генә була, табиптарға: «Һуғышта төҙәлер, ә бында миңә күңелһеҙ»[4][3] ти.

Мария Карповна Байда батырлығын һүрәтләү

үҙгәртергә

1942 йылда 7 июнендә немецтәр Севастополь ҡалаһына сираттағы штурмын ойоштора Мария Байда һуғышҡан разведчиктар ротаһы Мекензиевы тауҙары районында оборона тота. Өҫтөнлөгө күп булыуға ҡарамаҫтан, гитлерсылар совет һалдаттары ҡаршылығын һындыра алмай.

Мария «хәрби тамуҡтың» иң үҙәгендә була, әммә үҙен ҡыйыу, ваҡыты менән хатта ҡурҡыу белмәҫ яугир итеп күрһәтә — автоматта патрондар бөтһә, ҡыҙ тәүәккәллек менән бруствер аша һикерә, һәм трофей автоматтар һәм магазиндары менән кире ҡайта. Шундай бер сәфәре ваҡытында уның эргәһендә немец гранатаһы шартлай — башы контузияланған һәм яраланған ҡыҙ аңын юғалта.

Байда кискә табан ғына һушына килә — ҡараңғы төшә башлаған була. Артабан билдәле булыуынса, немецтәр разведчиктарҙың уң позицияһында оборонаны өҙә һәм тылдан үтеп инә. Бөтә ротанан бер офицер һәм тиҫтә ярым яугир тере ҡала — улар, яралы килеш, немецтарға әсирлеккә эләгә.

Тиҙ арала хәл-торошто баһалап (разведчиктар окоптарында 20-нән ашыу гитлерсы, һәм улар барыһы ла бер урында була — әсирҙәрҙән йыраҡ тормай), Мария һөжүм итеү ҡарарын ҡабул итә. Әсиргә эләккән разведчиктарҙың ҡапыл эш итеүе һәм дөрөҫ реакцияһы һәм һөжүме арҡаһында, Мария немецтарға автоматтан ут аса, һәм бөтә немец та юҡ ителә.

Миналар ҡоролған яландарҙың схемаһын бик яҡшы белгәнлектән, Мария Байда, ҡараңғы төшөүҙән файҙаланып, яралы яугирҙарҙы үҙебеҙҙекеләр яғына сығара.

Бүләкләү

үҙгәртергә

СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 20 июнендәге указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән яуҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлығы өсөн» өлкән сержант Мария Карповна Байдаға, Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 6183) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Тиҙҙән бер алышта уның башы тағы яралана, башҡа яралары ҡанһырай башлай һәм температураһы күтәрелә. Инкерман штольняларына госпиталгә ебәрелә, һәм госпиталь карауатында Советтар Союзы Геройы исеме бирелеү хаҡында белә[3].

Һуғыштан һуңғы йылдары

үҙгәртергә

1942 йылдың 12 июлендә, ҡаты яраланып, әсиргә эләгә. Әсирлеккә эләкһә лә, үҙен батырҙарса тота һәм бирешмәй. «Славута», «Равенсбрюк» концлагерҙарын үтә. 1945 йылдың 8 майында[2] америка ғәскәрҙәре гестапонан ҡотҡара.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа

үҙгәртергә

Һуғыштан һуң демобилизациялана. 1946 йылда Ҡырымға ҡайта. 1961 йылдан Севастополдә йәшәй. 1951 йылдан[2] ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

Загс бүлеге мөдире булып эшләгәндә 1961 йылдан 1986 йылға саҡлы Севастополь ҡала башҡарма комитеты ЗАГС-ының Үҙәк бүлеге мөдире булып эшләй, 25 йыл хеҙмәте осоронда ул яҡынса 60 мең йәш ғаиләнең никахын теркәү тураһында таныҡлыҡ тапшыра һәм нәсихәт бирә, 70 меңдән ашыу яңы тыуған бәпесте теркәй. Күп тапҡыр ҡала советы депутаты итеп һайлана[2].

2002 йылдың 30 авгусында Севастополдә вафат була. Коммунарҙар зыяратында[2] ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Совет дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[2]:

1976 йылдан — Севастополь ҡалаһының почётлы гражданы. Ҡырым Автономиялы Республикаһының[2] почётлы гражданы.

2003 йылда М. К. Байда эшләгән Севастополь ҡалаһы Ленин районы ЗАГС-ы бинаһында (Очаковсылар урамы, 2-се йорт) мемориаль таҡта ҡуйылған (скульптор В. Е. Суханов)[2]. 2005 йылдың 20 сентябрендә Севастополь ҡалаһының Одесса урамы районындағы балалар паркына «Советтар Союзы Геройы Мария Байда исемендәге Комсомол паркы» тигән исем бирелде[2]. {{External media

Документтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Maria Karpovna Bayda // TracesOfWar
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 Уфаркин Н. В. Байда Мария Карповна. «Герои страны» сайты.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Пётр Гармаш. Не просто Мария. Крымская правда № 95 (3569) (27 май 2006). Дата обращения: 10 ноябрь 2014. Архивировано 12 май 2010 года. 2010 йыл 12 май архивланған.
  4. 4,0 4,1 Герои боёв за Крым, 1972
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему составу Красной Армии» от 20 июня 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1942. — 30 июня (№ 24 (183)). — С. 1.
  6. Указ Президент України від 5 травня 1999 року № 475/99 «Про нагородження відзнаками Президента України»
  • Мария Байда Карповна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Герои боёв за Крым / авт.-сост. Герой Советского Союза генерал-майор А. А. Казарян; авт. вступит. ст. Маршал Советского Союза, дважды Герой Советского Союза А. М. Василевский. — Симферополь: Таврия, 1972. — С. 33. — 287 с.
  • Кожевникова К. Маша, Мария Карповна // Героини. Вып. 1. (Очерки о женщинах — Героях Советского Союза). — М.: Политиздат, 1969. — С. 19—28.
  • Йондоҙҙар үлемһеҙ дан. 3-изд., и до Симферополь: Таврия, 1984. — С. 34-39.
  • Кузьмин М. К. Медик—Советтар Союзы Геройы. — 2-е изд., добролюбов. һәм том — М.: Медицина, 1970. — С. 196—199. — 233 с
  • Чикин М. Севастополь. Тарихи-әҙәби белешмә. «Вебер». Севастополь. 2008. — С. 38-39. ISBN 978-966-335-102-5.
  • О незабываемом // За родной Севастополь / Авт.-сост. П. Е. Гармаш. — 2-е изд., доп. — М.: Молодая гвардия, 1983. — С. 153—159. — 100 000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Байда Мария Карповна. «Герои страны» сайты.

  • Байда Мария Карповна (неопр.). Севастопольский новостной портал. — Лица города. Дата обращения 10 ноября 2014.
  • Благодарная память (неопр.) (недоступная ссылка). Слава Севастополя (29.5.2010). Дата обращения 10 ноября 2014. Архивировано 7 декабря 2014 года.
  • Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Пётр Гармаш. [ ].
  • Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Лев Рябчиков. [ ].
  • Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Олег Артюшенко. [ ].
Видео