Бағышаев Зәйнулла Абдулғәлим улы

Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре

Бағышаев Зәйнулла Абдулғәлим улы (16 ғинуар 1946 йыл) — ғалим-педагог, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт эшмәкәре, эске эштәр органдары ветераны. 1967 йылдан СССР Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре хеҙмәткәре; 1979 йылдан Эске ғәскәрҙәрҙең Һарытау юғары хәрби училищеһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан — конституцион һәм административ хоҡуҡ кафедраһы начальнигы. 1997 йылдан Өфө юридик институты начальнигы урынбаҫары; 1999 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта һөнәри белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2004). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2006).

Бағышаев Зәйнулла Абдулғәлим улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 16 ғинуар 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (78 йәш)
Тыуған урыны Аҡъяр, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] һәм Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации III созыва[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
 Бағышаев Зәйнулла Абдулғәлим улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Зәйнулла Абдулғәлим улы Бағышаев 1946 йылдың 16 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тыуған. 1967 йылда Һарытау Эске ғәскәрҙәр юғары хәрби училищеһын, 1977 йылда В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамлай.

1967 йылдан СССР Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Әзербайжан, Ҡарабах, Фирғәнә, Абхазия конфликттарында ҡатнаша.

1979 йылдан Һарытауҙағы Эске ғәскәрҙәр юғары хәрби училищеһында уҡытыусы;

1980 йылда Мәскәү олимпиадаһында хәүефһеҙлек тәьмин итеү мәсьәләләре менән шөғөлләнә.

1987—1991 йылдарҙа эске ғәскәрҙәр составында Әзербайжанда, Ҡарабахта, Фирғәнәлә, Абхазияла тыныслыҡ миссияһында ҡатнашҡан.

1992 йылдан конституцион һәм административ хоҡуҡ кафедраһы начальнигы;

1997 йылдан 1999 йылға ҡәҙәр — РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты етәксеһе урынбаҫары.

1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

2004 йылда «Инициирование и формирование стратегических векторов развития российского образования» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Был эшендә ул яңы теория һәм методология кимәлендә социаль-мҡтисади үҙгәрештәр шарттарында Рәсәй Федерацияһында мәғариф үҫешенең стратегик векторҙарын билдәләү мәсьәләләрен өйрәнә.

2007 йылдан Һарытау ҡалаһында П. А. Столыпин исемендәге Волга буйы дәүләт хеҙмәте академияһында уҡыта.

Сәйәси эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1999 йылдың декабрендә «Ватан — Бөтә Рәсәй» һайлау блогының федераль исемлеге буйынса Рәсәй Федерацияһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана. «Ватан — Бөтә Рәсәй» фракцияһы ағзаһы, Дәүләт думаһында регламент һәм эште ойоштороу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.

1999 йылдан «Бөтә Рәсәй» хәрәкәте аппараты етәксеһе.

2001 йылдың 1 декабрендә «Берҙәмлек һәм Ватан» бөтә Рәсәй партияһы ойоштороу съезында Генераль совет ағзаһы итеп һайлана, партия кадрҙарын әҙерләү һәм һөнәргә өйрәтеү мәсьәләләре менән шөғөлләнә.

2003 йылдың 7 декабрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының федераль исемлеге буйынса Рәсәй Федерацияһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт думаһына депутат итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Күп кенә хөкүмәт бүләктәренә лайыҡ булған, шул иҫәптән II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2006).

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

З. Бағышаевтың фәнни эшмәкәрлеге хәҙерге Рәсәйҙә хоҡуҡ һәм мәғариф үҫеше проблемаларын өйрәнеүгә арналған. Ул яҡынса 50 ғилми баҫма эштәр авторы булып тора.

  • Российское административное право. М., 1996 (соавт.);
  • Стратегии развития Российского образования. М., 2003;
  • Профессионально-педагогическая мобильность. М., 2004 (соавт.).
  • Багишаев З. А. Шевченко И. В. Новые информационные технологии как средство интенсификации образовательного процесса в высшем учебном заведении. Саратов, 1998. — 100 с.
  • Багишаев З. А., Коротич В. К. Педагогическая стратегия формирования готовности курсантов к организации служебно-боевой деятельности. -Саратов, 1999. 103 с.
  • Багишаев З. А., Вяткин Л. Г., Филипченко С. И., Шевченко И. В. Педагогическое мастерство преподавателя вуза Учебное пособие. Саратов: Изд-во СВКИ ВВ МВД РФ, 2001. — 78 с.
  • Багишаев З. А. Образовательная политика Российской Федерации в условиях вхождения в Болонский процесс // Болонский процесс и проблемысовременного гуманитарного и педагогического образования. Уфа: БПТУ, 2004.-С. 7-13.

Һылтанмалар

үҙгәртергә