А. П. Чехов исемендәге Таганрог драма театры

А. П. Чехов исемендәге Почёт орденлы Таганрог драма театрыТаганрогтағы театр. 1827 йылда нигеҙ һалынған. Заманса бина 1866 йылда архитекторҙар Лондерон һәм Н.В. Трусов проекты буйынса төҙөлгән. 1944 йылда Таганрог театрына А.П. Чехов исеме бирелә[2].

А. П. Чехов исемендәге Таганрог драма театры
Тармаҡ креативная экономика[d]
Нигеҙләү датаһы 1827
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таганрог
Архитектор Трусов, Николай Васильевич[d][1]
Рәсми асылыу датаһы 1866
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Адрес 347900, Ростовская обл., г. Таганрог, ул. Петровская, д. 90
Рәсми сайт chehovsky.ru
Тасуирлау биттәре theatre-museum.ru/theate…
Карта
 А. П. Чехов исемендәге Таганрог драма театры Викимилектә

1808 йылда Таганрогтың беренсе генераль планы тикшерелгән ваҡытта, ҡала үҙидаралығы ҡалала театр төҙөүҙе һорай. Фараз ителеүенсә, был ҡаланың үҙәк өлөшөндә айырым торған бина буласаҡ.

1827 йылда драма артистарының бер төркөмө дворян Петровский етәкселеге аҫтында театрҙың тәүге составын ойоштора. Шул ваҡытта крепостной театр сауҙагәр Караяниның келәте төкәтмәһендә Петровский урамы, 27 (хәҙер— 55) адресы буйынса урынлаша. 1828 йылда алпауыт Е.Корнеевтан ҡала властары 15 000 һумға инструмент һәм ноталары менән 13 крепостной музыкантты һатып ала. Театрҙың беренсе директоры ҡала башлығы тарафынан тәғәйенләнгән Александр Гор була.

Тәүге ҡиәфәтендә актёрҙар составы Дондағы Ростовта, Новочеркасскта гастролдәргә күп тапҡырҙар сығып 20 йыл дауамында үҙгәрешһеҙ эшләп килә. Репертуарында комедиялар һәм водевилдәр менән бер рәттән Шекспирҙың, Гоголдең пьесалары буйынса спектаклдәр ҡуйыла. 1845 йылда Таганрог театры үҙенең сәхнәһендә беренселәрҙән булып «Горе от ума» спектаклен ҡуя, бының өсөн режиссёр Петровский эштән бушатыла.

1845 йылдан башлап ҡала властары батша хөкүмәтенә яңы опера бинаһы өсөн аҡса бүлеүҙе һорап мөрәжәғәт итә, әммә үтенес ыңғай хәл ителмәй. Һөҙөмтәлә театр ҡала халҡы аҡсаһына төҙөлә. 1863 йылда ҡала төҙөлөшөнөң өсөнсө генераль планына ярашлы буласаҡ театр бинаһының урыны билдәләнә. 1865 йылда акционерҙар йәмғиәте төҙөлә, уны ойоштороуҙа Чеховтың атаһы ла ҡатнаша. 1866 йылдың 2 апрелендә беренсе таш һалыу тантанаһы үтә. Неоклассицизм стилендәге ике ҡатлы бина итальян архитекторы К.Лондерон һәм рус архитекторы Н. Трусов проекты буйынса төҙөлә. Төҙөлөшкә сығымдар 55 000 һум тәшкил итә. 1866 йылдың 25 ноябрендә беренсе тамаша — итальян операларынан фрагменттар ҡуйыла. Дирекция ағзаһы, сауҙагәр С.И.Мавро үҙенең аҡсаһына итальян «Ла Скала» опера театрына оҡшатып театрҙың эске биҙәлешен башҡара. 1874 йылда ҡала, театр бинаһын үҙенең милкенә алып, акцияларҙы түләп ала.

1866 йылдан алып 1886 йылға тиклем театрҙа ике труппа — итальян антрепренёры Луиджи Росси де Руджеро еткәселеге аҫтында итальян операһы һәм Н. Новиков идаралығы аҫтындағы рус драма театры була. Опера, үҙенең составында яҡынса 100 башҡарыусыға эйә булып, драмалағы 20 актёрға ҡарата киңерәк танылған була. Театр репертуарында Россини, Верди, Глинка, Чайковский опералары башҡарыла, ә сәхнәлә билдәле итальян йырсылары Белатти, Зангери сығыш яһай.

1870 йылдарҙа драма труппаһы ике тапҡырға киңәйә һәм популярлыҡ яулай. Таганрог театрына гастролдәргә билдәле трагик актёрҙар Айра Олдридж, Эрнесто Росси, Томазо Сальвини килә.

1895 йылда Лев Толстойҙың тыйылған «Власть тьмы» пьесаһын сәхнәгә ҡуйған өсөн антрепренёр Н.Синельников енәйәти яуаплылыҡҡа йәлеп ителә.

1896 йылда театрҙа ҙур уңыш менән А.П. Чеховтың «Чайка» әҫәре ҡуйыла[3].

1901 йылда театр бинаһында Таганрог ҡалаһында беренсе киносеанс уҙғарыла.

Революция алды һуңғы алты йыл эсендә театрҙа антрепренёр ханым Н.К. Шатлендың труппаһы эшләй[4].

Революциянан һуң театр эшмәкәрлегендә торғонлоҡ күҙәтелә, хатта театрҙы ябыу тураһында мәсьәлә күтәрелә. Шатлендың театр китапханаһынан пьесалары 20-се йылдарҙа ҡала китапханаһына тапшырыла[4].

1920 йылда театр национализациялана һәм халыҡ-сәнғәт театры тип атала. Уның сәхнәһендә, классик драматургия әҫәрҙәре менән бер рәттән, яңы пьесалар — А. Безыменскийҙың «Выстрел», А. Луначарскийҙың «Королевский брадобрей », М.Горькийҙың «Васса Железнова» ҡуйыла. Яңы театрҙың ойоштороусылары булып С.Д. Орский һәм В.Г. Ордынский тора, Ордынский һуңынан төп режиссёр һәм художество етәксеһе була. Театр сәхнәһенә элеккесә үҙәк театрҙарҙың билдәле артистары гастролдәр менән килә, мәҫәлән, МХАТ-тан О.Книппер-Чехова, А. Л. Вишневский, И. М. Москвин, А.К. Тарасова һ.б. Артабанғы йылдарҙа театр менән А. Б. Надеждин, аҙаҡ К.Т. Бережной етәкселек итә, актёрҙар М. Н. Куликовский, Г. Е. Леондор, Е.. А. Алмазов, Ф. В. Григорьев һәм башҡалар.

1941 йылда Таганрог немец оккупацияһында була. Күп кенә актёрҙар фронтҡа ебәрелә, йәһүд сығышлылары фашистар тарафынан атыла. Һуғыш ваҡытында театр үҙ эшен туҡтатмай, әммә спектаклдәр ҙә, профессионал булмаған актёрҙарҙың уйыны ла түбән сифатлы була. Тап ошо ваҡытта немецтар оркестр соҡоро булдыра.

1943 йылда ҡала немец-фашист илбаҫарҙарынан азат ителә.

Ҡала азат ителгәндән һуң театрҙың үҙенең труппаһы булмай, сәхнәлә гастролгә йөрөүсе билдәле эстрада һәм кино артистары, башҡа театр коллективтары сығыш яһай[5]. СССР халыҡ комиссарҙары ҡарары менән театрға Антон Павлович Чехов исеме бирелә. Труппа составына Михаил Тархановтың ГИТИС курсын тамамлаусылар Л. Антонюк, Е. Солодов, Н. Богатырев, Н. Подовалова инә. Был курстың режиссёр-педагогтары В.Мартьянова, В Белокуров була. 1945 йылдың 10 ғинуарында чехов театры сәхнәһендә курстың дипломлы эше — Чеховтың «Три сестры» пьесаһы ҡуйыла.

Һуңғы 20 йыл таганрог театры тарихында иң емешле осор була һәм ҡала тамашасылары хәтерендә изге һәм тәрән эҙ ҡалдыра. Ижади фекерҙәштәр коллективы 1960 йылдарҙа барлыҡҡа килә, шул саҡта Чехов театрына йәш актёр Петр Шелохонов килә һәм уны тәжрибәле сәхнә партнерҙары — Клара Тузова, В. Шагов, К. Киреева, В. Карпащиков, С Коваль О. Воробьева һәм труппаның төп составы уңышлы ярҙам итә. «Театр» журналы» (1965 йылдың 8-се һаны) яҙып сыҡҡан А.. П. Чеховтың. «Иванов» спектакле ҙур уңыш яулай. Иванов ролен был спектаклдә Петр Шелохонов башҡара, тиҙҙән ул Ленинградҡа саҡырыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,Таганрог театрының иң талантлы артистары ваҡыт үтеү менән Ленинградҡа йәки Мәскәүгә китә

60-сы йылдар аҙағында һәләтле фекерҙәштәр коллективы тарҡала — күп совет театрҙары өсөн бер типлы һәм труппаның даими яңырыуы менән характерлы булған, ижади яҡтан алыҫ торған конфликттар һәм етәкселәренең йыш алмашыныуы менән бәйле яңы осор башлана. 1966 йылдан алып 1979 йылға тиклем театрҙың баш режиссёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Владимир Станиславович Цесляк була.

1967 йылда Ростов сәнғәт училищеһын тамалаусыларҙың сығарылышы була, ул тотош Чехов театрының составына инә — Тамара Беленко, Нелли Ергакова, Нина Пантелеева, Солохин Валерий, Семен Краснюк. Театр ветерандары О. Воробьева, К. Тузова, В. Гармашев, А.Ионов эшләүен дауам итә. Театр менән Владимир Станиславович Цесляк етәкселек итеүен дауам итә, ул рус классикаһы менән бер рәттән заманса совет пьесларын сәхнәгә ҡуя: Б. Лавренев «Разлом», Г Гориндың «Забыть Герострата», Б. Васильеватың «В списках не значился», В.Розовтың «Четыре капли», А.А Арбузовтың «Сказки старого Арбата» әҫәрҙәре ҡуйыла. Таганрогта беренсе тапҡыр А.Вампиловтың «Прощание в июне» пьесаһының премьераһы үтә, ул 1967 йылда ҡуйыла, автор был осраҡ буйынса Таганрогҡа килә[6].

1977 йылда 150-йыллыҡ юбилейы йылында театр Мәскәүгә «Дядя Ваня» спектакле менән саҡырыла, уны Таганрог сәхнәһенә Моссовет исемендәге театр режиссёры П. Хомский ҡуя. Астров ролен был спектаклдә Аристарх Ливанов башҡара, гастролдән һуң ул Мәскәүҙә Моссовет исемендәге театрҙа ҡала. Ә Елена Андреевна роленды йәш актриса Елена Федоровская сығыш я8ай. Артабанғы йылдарҙа ул Таганрог театрының танылған актрисаһы була, Антон Павловичтың пьесаларындағы бөтә тиерлек ҡатын-ҡыҙҙар образын һынландыра һәм 1998 йылда Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы була.

«Дяди Ваня» спектакленән тыш Мәскәү тамашасыһына Рахмановтың «Беспокойная старость», Мольнарҙың «Ривьера», Матуковскийҙың «Последняя инстанция» спектаклдәре һәм Устиновтың «Бочка меда» әкиәте күрһәтелә. Ольга Воробьеваға, Анатолий Ионовҡа, Нелле Ермаковаға атҡаҙанған артист исеме, театрҙың баш рәссамы Николай Левадзеға РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре тигән исем бирелә.

1977 йылдың октябренән алып 1980 йылға тиклем театрҙың баш режиссёры булып Тамерьян Юлий Авдеевич тора, 1980 йылдан 1985 йылға тиклем Георгий Всеволодович Цветков була, ул бәләкәй сәхнәләрҙе үҙләштерә башлай: спектаклдәр «Чехов кибетендә», Чехов гимназияһында ҡуйыла. Геннадий Щёткиндың ижади етәкселеге осоронда театр сәхнәһендә М. Шолоховтың «Тихий Дон», М. Рощиндың «Спешите делать добро», Чеховтың «Чёрный монах» спектаклдәренең премьераһы үтә. 1985 йылдан 1987 йылға тиклем театрҙың баш режиссёры булып Щукин исемендәге Мәскәү театр училищеһын тамамлаусы Иваненко Александр Васильевич тора. Театрға йәш актёр Владислав Ветров килә.

1987 йылдан алып 1990 йылға тиклем театрҙа баш режиссёр Михаил Викторович Изюмский эшләй. Марк Захаров һәм Анатолий Васильевтың уҡыусыһы М.В. Изюмский театр тормошона яңы, үҙенсәлекле репетиция алымдары, яңы репертуар индерә. Юрий Олешаның «Зависть» пьесаһы буйынса төп ролдәрҙә Владислав Ветров менән Ольга Чкалова ҡатнашлығында һәм Александр Урбанович постановкаһында Булгаковтың «Мастер и Маргарита» спектаклдәре йәш тамашасылар араһында ла, шулай уҡ өлкән театралдар араһында ла ҙур уңыш яулай. Режиссёрҙар Изюмский һәм Урбанович менән эшләүсе йәш актёрҙар төркөмө үҙҙәренең сағыу һәм һәләтле ролдәре менән иҫтә ҡала. Ошо уҡ ваҡытта сәхнәлә талантлы йәш актриса Ольга Белошапка барлыҡҡа килә.

1990 йылдың ғинуарында директор вазифаһына һайланған әҙәбиәтсе, театр тәнҡитсеһе һәм журналист Владимир Федоровкский театр менән етәкселек итә. 1990 йылдың көҙөндә (директор һәм труппаның өлөшө менән килешмәүсәнлек арҡаһында) театрҙан режиссёр Михаил Изюмский, ә һуңынан Александр Урбанович һәм Владимир Рогульченко китә, улар режиссёр Светлана Ливада менән режиссёрҙар коллегияһында була һәм театр менән коллектив етәкселек итеүҙе башҡарырға тырышалар. Улар киткәс Федоровский театрҙа баш режиссёрҙар институтын тергеҙә һәм был вазифаға Борис Горбачевскийҙы саҡыра, ул театрҙы 1994 йылдың аҙағына тиклем етәкләй.

В.Г. Федоровский театрҙа 1994 йылдың көҙөнә тиклем эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул Таганрогта биш театр фестивален, Мәскәү режиссёрҙары ширҡәте менән берлектә инглиз театр һәм кино актрисаһы Кэролайн Блэкистон ҡатнашлығында «Вишнёвый сад» постановкаһы проектын (режиссёры - Ю. А. Калантаров) ойоштора.

Таганрогта үҙенең эше тураһында тәьҫортаттарын һуңынан Блэкистон «Чёрный хлеб и огурцы» моноспектаклендә сағылдыра, уның менән бер нисә тапҡыр ул Лондонда һәм 1993 йылда Мәскәүҙә сығыш яһай. Был пьеса тексы «Драматург» журналында баҫылып сыға ( № 4, 1994).

«Вишнёвый сад» презентацияһы 1991 йылдың 18 мартында Мәскәүҙә, «Эрмитаж» театрында үтә. Унда Израилдән һәм Бөйөк Британиянан илселәре ҡатнаша. Был сәфәрҙән тыш театр йыл һайын бөтә чехов фестивалдәренә «Чайка», «Три сестры», «Дядя Ваня», «Вишнёвый сад» һәм «Медведь» спектаклдәре менән Ялтаға, Мәскәүгә, Владимирға бара. Таганроглыларҙың бөтә акцияларында тиерлек академик Владимир Яковлевич Лакшин етәкселегендә Рәсәйҙең төп театр тәнҡитселәре ҡатнаша. Таганрог фестивалдәренә Бөйөк Британияның билдәле театр белгесе Стив Ле Флеминг бара. Ошо йылдар эсендә Таганогҡа Олге Ефремов етәкселенедә өс тапҡыр МХАТ килә, ул Федоровскийҙың театрҙы үҙгәртеү буйынса башланғыстарын хуплай һәм әүҙем булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Олег Николаевич талабы буйынса 1991 йылдың яҙында Рәсәй Федерацияһы Министрҙар советы Таганрог театрын реставрация һәм реконструкциялау буйынса финанслау тураһында ҡарар ҡабул итә (2007 йылда реконструкция тамамлана), О.Н. Ефремов ярҙамында театр 1991 йылда Чехов театрының Мемориаль статусын ала. РФ мәҙәниәт министрлығы һәм МХАТ ярҙамы менән ҡала театры федераль ҡарамаҡҡа күсергә (Стратфорде-на-Эйвондағы Шекспир мемориаль театры өлгөһөндә) һәм дөйөм рәсәй һәм халыҡ-ара ижади лаборатория булырға һәм Чехов драматургияһы постановкаларының донъя тәжрибәһен өйрәнеү һәм йыйыу буйынса методик үҙәк булырға тейеш була. Был маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа О.Н. Ефремов, В.Я. Лакшин, Стив Ле Флеминг, Кэролайн Блэкистон күп эшләй. Улар Таганрогтың Ялтанан эстафетаны эләктереп, «А.П. Чеховтың тыуған ерендә халы-ара театр фестивалдәрен» уҙғарыу өсөн ҙур ойоштороу эштәре башҡара. Беренсе шундай фестивалде В.Г. Федоровский билдәле театр белгесе һәм театр тәнҡитсеһе Лана Гарон менән берлектә 1993 йылдың май айында ойоштора һәм үткәрә. Унда Рәсәй, Грузия, Италия һәм Японияның иң яҡшы театрҙары ҡатнаша.

1991 йылда театр труппаһын йәштәр менән тулыландырыу өсөн Федоровский инициативаһы менән йәштәр студияһы ойошторола, уны режиссёр Светлана Ливада һәм театр актёры Александр Топольсков етәкләй. Студия янында ҡурсаҡ театры артистары төркөмө эшләй башлай. Һуңынан студия нигеҙендә ҡала музыка училищеһында актёрҙар курсы ойошторола, уны Борис Горбачевский етәкләй. Әлеге көндә был курсты тамамлаусылар төп мәскәү театрҙарында уңышлы эшләп килә.

1994 йылдың июлендә үҙенең реформаларына труппаһында яҡлау тапмай, В. Г. Федоровский «Таганрогская правда» гәзитендә килеп сыҡҡан хәлде аңлатҡан мәҡәләһе менән сығыш яһай һәм театрҙан китә. Директор вазифаһында уны Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тамара Прокофьевна Бувалко алмаштыра. Уның етәкселеге йылдарында (19942006 йй.), статусын мемориалдән муниципалгә алмаштырып, театр төплө үҙгәртеп ҡорола. Штатлы расписаниенан баш режиссёр, сираттағы режиссёрҙар, баш рәссам, әҙәби бүлек мөдире, музыкаль бүлеге мөдире һ.б. вазифалар төшөп ҡала. Ижади фекерҙәр төрлөлөгө арҡаһында Борис Горбачевский китә. Театр бер тапҡыр саҡырыла торған режиссёрҙар менән даими эшкә күсә.

Ошо йылдарҙа «Скрипка Ротшильда», «Леший» һәм «Иванов» ҡуйыла. Башҡа спектаклдәрҙән Булгаков буйынса «Бег» һәм Д. Мережковскийҙың «Царевич Алексей» әҫәрҙәрен билдәләргә мөмкин.

1998 йылдың яҙында «Мир без границ» француз ассоциацияһы Таганрог театрын «Алтын пальма» призы менән бүләкләй. Чехов театры Рәсәй «Алтын битлек» фестивалендә ҡатнашыуға саҡырыу ала.

2006 йылдан алып театрҙың директоры һәм художество етәксеһе булып ике тапҡыр[7] Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Герт тора.

Репертуары

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта театр репертуарындағы спектаклдәр:

  • Шекспирҙың «Гамлеты» Кавтарадзе Георгий постановкаһында
  • А.Арбузов «Мой бедный Марат!»
  • Мольер «Царевич Алексей», «Тартюф» ,
  • Н.В.Гоголдең «Женитьба» әҫәре Иванов Анатолий постановкаһында

балалар өсөн спектаклдәр:

  • «Маленький Мук»
  • «Пеппи Длинный чулок»
  • «Тайна волшебного королевства»
  • «Две Бабы Яги»
  • «Все мыши любят сыр» (Дюла Урбан)

Театрҙың билдәле хеҙмәткәрҙәре

үҙгәртергә
  • Антонюк Людмила Сергеевна (19212004) — актриса, Рәсәйҙең халыҡ артисы.
  • Бондарчук Сергей Федорович (19201994) — СССР-ҙың халыҡ артисы, Ленин премияһы лауреаты, кинорежиссёр[8].
  • Бражников Александр Николаевич — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
  • Бабаев, Владимир Владимирович (1956) — актёр.
  • Ветров, Владислав Владимирович (1964) — актёр, режиссёр, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
  • Герт Сергей Давыдович — театрҙың художество етәксеһе — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Ростов өлкәһе Хакимиәте башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет ағзаһы, Ростов өлкәһе театр эшмәкәрҙәре союзы идаралығы ағзаһы, Рәсәй театр менеджерҙары һөнәри гильдияһы ағзаһы.
  • Гнутов Александр Михайлович — тауыш режиссёры (2012 йыл)
  • Дворжецкий Вацлав Янович (19101993) — актёр.
  • Климов Марк Митрофанович (19311975) — актёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы[9].
  • Краснюк-Яблокова Тамара Алексеевна (19392008) — актриса, Рәсәйҙең халыҡ артисы.
  • Ливада Николай Николаевич (1941) — рәссам-ҡуйыусы.
  • Ливанов Аристарх Евгеньевич (1947) — актёр, Рәсәйҙең халыҡ артисы.
  • Надеждов Аркадий Борисович (18861939) — Рәсәй театр режиссёры, Велемир Хлебниковтың пьесаларын ҡуйыусы.
  • Рогульченко Владимир Дмитриевич (1950) — Рәсәй театр режиссёры, актёр, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Краснодар муниципаль йәштәр театрының төп режиссёры.
  • Саратов Александр Викторович — яҡтыртыусы (2011 йылдан алып)
  • Солодова Елизавета Михайловна — РСФСР-ҙың халыҡ артисы
  • Урбанович Александр Григорьевич —Рәсәй режиссёр-ҡуйыусыһы
  • Феденко Анатолий Семенович (1942 йылда тыуған) — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
  • Швец Надежда Федоровна (1959) — рәссам-ҡуйыусы.
  • Шелохонов Петр Илларионович (19291999) — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
  • Черенков Александр Алексеевич — актёр.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.theatre-architecture.eu/db/?theatreId=2720 (ингл.)Arts and Theatre Institute.
  2. Таганрог Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 1998. — 624 б.. — ISBN 5-88040-017-4.
  3. Фоминых Н. Д. Чехов и Таганрогский театр // Вехи Таганрога. — 2004. — № 20.
  4. 4,0 4,1 Мамченко Ю. Чеховтың — 157. Чеховский театр — 190 // таганрог Яңы курьер. — 2017. — 13 тревельянды. — С. 4.
  5. В Мартов Чеховский театр Легенда. — Таганрог: Лукоморье, 2009. — 13 б. — ISBN 978-5-902450-28-3.
  6. В Мартов Чеховский театр Легенда. — Таганрог: Лукоморье, 2009. — С. 285. — ISBN 978-5-902450-28-3.
  7. Собств. корр. Дважды заслуженный // Таганрогская правда. — 2012. — 24 июля.
  8. Таганрог Энциклопедия. — Ростов-на-дону: Ростиздат, 2003. — 512 б.. — ISBN 5-7509-0662-0.
  9. Шмульян Т. Г., В. А. Глушко Климов Марк Митрофанович // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 393. — ISBN 978-5-88040-064-5.