Викидатала элемент юҡ

Аҡназар — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Аҡназар (Аҡнаҙар) башҡорт һәм ғәрәп телдәрендәге аҡ һәм назар һүҙҙәренең ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән төрки сығанаҡлы исем. Балаға изге ҡарашлы, иғтибарлы, ярҙамсыл булһын тигән теләктә ҡушылған.[1].[2]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Аҡнаҙар хан — Ҡаҙаҡ ханлығы ханы, 1538−1580 йылдарҙа, Ҡасим хан улы. Үҙ-ара талаш-тартыштан һуң ханлыҡты тергеҙеү осорон Аҡнаҙар исеме менән бәйләйҙәр, ул хакимлыҡ иткән осорҙа дәүләттең эске һәм тышҡы сәйәсәтендә үҫеш күҙәтелә.

Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы (22 август 1924 йыл — 2 апрель 2000 йыл) — совет комсомол, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 6—9‑сы, РСФСР-ҙың 10-сы һәм 11‑се, Башҡорт АССР-ының 4—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1966—1971 йылдарҙа КПСС‑тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Аҡназар (Хәйбулла районы) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл.
Аҡназар (Мәләүез районы) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Аҡназар — Баязит Бикбайҙың билдәле «Ҡаһым түрә» драмаһында төп ыңғай образдарҙың береһе.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ