Аҡкөбәков Хөрмәт С.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы кавалерисы. Ҡыҙылармеец

Аҡҡөбәков Хөрмәт С. (рус. Аккубяков Хурмат С.; 19131942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы кавалерисы. Ҡыҙылармеец[1].

Аҡкөбәков Хөрмәт С.
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Көйөргәҙе районы
Вафат булған көнө 7 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Вафат булған урыны Икенсе Тербуны, Больше-Полянский район[d], Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Хөрмәт Аҡкөбәков 1913 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Төкән ауылында тыуған.

Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Ҡыҙылармеец Аҡҡөбәков Хөрмәт 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы кавалерисы була.

1942 йылдың 7 июлендә барған дәһшәтле алыштарҙа Курск өлкәһе (хәҙер — Липецк өлкәһе) Икенсе Тербуны районы биләмәләрендә хәбәрһеҙ юғала[2].

Хөрмәт Аҡкөбәковтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Көйөргәҙе районы Төкән ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында яугир хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен ҡаҙып сығарҙы. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәләк булыусыларҙың, шул иҫәптән, ҡыҙылармеец Аҡҡөбәков Хөрмәттең һөйәктәре лә, хәрби хөрмәт күрһәтелеп, Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнә.

Ҡәберлек һәйкәлендәге мемориал таҡтаға батырҙарҙың исемдәре уйылып яҙылған[4][5].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә