Арыҫланова Индүсә Әмир ҡыҙы
Арыҫланова Индусә Әмир ҡыҙы (рус. Арсланова Индуса Амировна; 25 февраль 1941 йыл) — ашнаҡсы, башҡорт аш-һыуы пропагандисы, Башҡортостан Республикаһының туҡланыу сәнәғәте буйынса алдынғы белгестәренең береһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1996), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры, Рәсәй мастер-ашнаҡсыһы (2016), «Алтын торна» милли премияһы лауреаты.
Арыҫланова Индүсә Әмир ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 февраль 1941 (83 йәш) |
Тыуған урыны | Күкҡуян, Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ашнаҡсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИндүсә Әмир ҡыҙы Арыҫланова 1941 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылында тыуған. 1959 йылда мәктәпте тамамлағас, Медицина училищеһына уҡырға инергә теләй, ләкин рус теленән инеү имтиханынан үтмәй, сауҙа-кулинария училищеһына уҡырға инә. Унда икенсе категориялы ашнаҡсыларға уҡып сыға. Йүнәлтмә буйынса Өфө ҡалаһындағы «Нефтсе» ресторанына эшкә килә. Тәүҙә таратыуҙа эшләй, ә бер нисә айҙан производство мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
1968 йылда Өфөләге «Алтын башаҡ» ресторанының производство мөдире урынбаҫары булып эшләй башлай. Ике йыллыҡ юғары кулинария курстарында уҡырға инә, юғары квалификациялы ашнаҡсы категорияһы бирелә.
1977 йылда миңә Мәскәүҙәге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә Башҡортостандан кулинарҙар төркөмөн етәкләү йөкмәтелә. Башҡорт милли ризыҡтарын күрһәтергә кәрәк була.
Мәскәүҙә башҡорт һәм татар аш-һыуы гөрләп ҡабул ителә, барыһы ла ҡәнәғәт ҡала[1].
Татар коллегалары менән яҡшы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килде. Ә уларҙың шеф-ашнаҡсыһы, легендар кулинар, татар кухняһы буйынса китаптар авторы Юныс Әхмәтйәнов миңә: «Индуса, әйҙә, китап яҙ әле», — тине[1].
Башҡорт аш-һыуын системаға һалырға, китаптар сығарырға ҡарар итә. Артабанғы мөһим этап 1981 йылда Галле ҡалаһында (ГДР) «Башҡортостан» ресторанын асыу була. Команда етәксеһе итеп тәғәйенләнә , немец ашнаҡсыларын башҡорт аштарын әҙерләргә өйрәтә.
Башҡорт аш-һыуы буйынса 15 рецепт менән тәүге төҫлө открыткалар сығара. Милли колоритты иҫәпкә алып ризыҡтар уйлап сығара, эксперименттар яһай.
Йөҙҙәрсә төрлө рецепт менән кулинария буйынса тиҫтәгә яҡын китап нәшер итә.
Һәр халыҡтың мәҙәниәтендә милли аш-һыу мөһим урын биләй. Башҡорт аш-һыуы лайыҡлы танылыу яуланы. Ул үҙенең төрлөлөгө һәм ҡабатланмаҫ тәм сифаттары менән дан тота. Әммә һәр ваҡыт улай булмаған. Кулинарҙар ассоциацияһының почетлы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, был темаға бик күп китаптар авторы Индусә Арыҫланова башҡорт кулинарияһы үҫешенә тос өлөш индерҙе[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1996);
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры ();
- Рәсәй мастер-ашнаҡсыһы (2016);
- «Алтын торна» милли премияһы лауреаты ().
Библиография
үҙгәртергәКитаптарына бирелгән рецептарҙа ризыҡ әҙерләү технологияһы ентекле тасуирлана, уларҙың тәм сифаттарына һәм аҙыҡ-түлек ҡиммәтенә тәьҫир иткән бөтә нескәлектәр иҫәпкә алына: аҙыҡ-түлектең нисбәте, әҙерлек ваҡыты һәм температура режимы, ризыҡты тапшырыу ҡағиҙәләре һәм уны рәсмиләштереү алымдары күрһәтелгән[2].
Арсланова Индуса Амировна. «Башкирская кухня». — Өфө: «Китап», 1992 й. — С. 160.;
Арсланова Индуса Амировна. «Современная башкирская кухня / Заманса башкорт кухняhы». — Өфө: «Башкортосан», 2004 й. — С. 256.;
Арсланова Индуса Амировна. «Традиционная и современная башкирская кухня». — Өфө: «ИП Поляковский Ю. И», 2007 й.
Арсланова Индуса Амировна. «Кухня народов Башкортостана». — Өфө: «Китап», 2007 й. — С. 251.;
Арсланова Индуса Амировна. «Мусульманская кухня». — Өфө: «Деловая культура», 2010 й. — С. 236.;