Архангел заказнигы

тәбиғәи ҡомартҡыһы

Архангел заказнигы (рус. "Архангельский" заказник ) — республика әһәмиәтендәге дәүләт зоологик ҡурсаулығы. Һунар йәнлектәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында ойошторола (1967).

Архангел заказнигы
урыҫ "Архангельский", заказник
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1912,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты25 июль 1967 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБР-ның айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары Дирекцияһы 
Урынлашыуы
54°24′14″ с. ш. 56°46′47″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Архангел заказнигы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Архангел заказнигы

Ландшафты

үҙгәртергә

Архангел ауылының көнсығыш ситендә Аҫҡын йылғаһының[1] һыубаҫар туғайында урынлашҡан. Ҡурсаулыҡтың тәбиғәт комплексы киң япраҡлы һәм ҡайын урмандарын, болондарҙы һәм үлән һаҙлыҡтарын, һөрөнтө ерҙәрҙе берләштереүҙән ғибәрәт.

Майҙаны — 1912,0 га, шуның 45,1 % урман тәшкил итә, 21,4 % һаҙлыҡ, быуа бар. Рельефы тигеҙ, тау алды — убалы.

Хайуандарҙың һунар-промысла төрҙәре комплексын: мышы, ҡоралай, төлкө, бурһыҡ, Һыуһар, америка шәшкеһе, ҡондоҙ, ондатра, аҡ ҡуян тәшкил итә.

Һыу яны һәм болон-һаҙлыҡ ҡоштарынан: ышылдаҡ аҡҡош (бөҙрә аҡҡош), ҡаңғылдаҡ аҡҡош, һоро ағуна, һоро торна һәм һуна өйрәк, ҡурпысыҡ (вальдшнеп), Һаралйындар төйәк итә.

Һирәк осрай торған ҡош һәм йәнлек төрҙәре: ҡаңғылдаҡ аҡҡош, ышылдаҡ аҡҡош, һоро торна, ҡара ярғанат (северный кожан), этбаш ярғанат (ночница Наттерера), боған, үлән тәлмәрйене, европа бәрҙеhе, ҡашҡалаҡ — күсмә йөрәк (свиязь) Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ҡурсаулыҡ ресурс, фәнни һәм экологик әһәмиәткә эйә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Инйәр йылғаһы ҡушылдығы

Һылтанмалар

үҙгәртергә