Архангельский Сергей Иванович (тарихсы)

Архангельский Сергей Иванович (22 ғинуар 1882 йыл7 октябрь 1958 йыл) — СССР-ҙың ғалим-тарихсыһы, Горький дәүләт университеты тарих факультетының 1-се деканы. СССР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, тарих фәндәре докторы (1939), профессор (1934).

Архангельский Сергей Иванович (тарихсы)
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 22 ғинуар 1882({{padleft:1882|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1]
Тыуған урыны Семёнов[d], Түбәнге Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 октябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2] (76 йәш)
Вафат булған урыны Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Красный зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш урыны Н. И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты
Уҡыу йорто Мәскәү университетының тарих-филология факультеты[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Иванович Архангельский 1882 йылдың 22 ғинуарында Түбәнге Новгород губернаһы Семенов ҡалаһында тыуған. Дворяндарҙан. Атаһы ваҡ чиновник булып хеҙмәт иткән.

1900 йылда Түбәнге Новгород дворяндар институтын алтын миҙал менән тамамлай. Мәскәү университетының тарих һәм филология факультетында уҡый. Уның уҡытыусылары араһында П. Г. Виноградов, Р. Ю. Виппер, В. О. Ключевский, Д. М. Петрушевский, А. Н. Савин бар. 1902 йылда революцион сыуалыштарҙа ҡатнашҡан өсөн ҡулға алына. 1906 йылда Мәскәү университетын беренсе дәрәжә диплом менән тамамлай. 1906 йылдан 1917 йылға тиклем Түбәнге Новгород Мария ҡыҙҙар гимназияһында тарих һәм әҙәбиәт уҡыта. 1917 йылдан Түбәнге Новгород педагогия институтында эшләй.

1934 йылда профессор вазифаһына һайлана, 1939 йылда «тарих фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһен ала (фәнни хеҙмәттәр йыйылмаһы буйынса).

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда урындағы ваҡытлы матбуғатта сығыш яһай, Рәсәйҙең һәм башҡа славян дәүләттәренең батыр үткәндәре тураһында лекциялар уҡый.

1946 йылда Горький дәүләт университетының тарих һәм филология факультетын тергеҙеү инициаторы була, уның беренсе деканы (1950 йылға) һәм Дөйөм тарих кафедраһы мөдире.

1946 йылда ул СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

Ғалим 1958 йылдың 7 октябрендә Горький ҡалаһында вафат була.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

үҙгәртергә

Медиевистика, антик тарих, тыуған яҡты өйрәнеү өлкәһендә эшләй, үҙенә яңы тарих буйынса тикшеренеүҙәр менән билдәлелек ала (Англияла XVII быуат революцияһы ваҡытында ер тураһында закондар һәм аграр мөнәсәбәттәр).

Түбәнге Новгородта урта быуаттарҙа һәм хәҙерге ваҡыт Англияның аграр тарихы мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Аграрное движение в Нижегородской губернии 1861—1906 гг. // Мат-лы по истории революционного движения. — Н. Новгород, 1922. — Т. IV.
  • Крестьянство и крестьянское движение в Нижегородском крае в период 1906—1917 гг. // Нижегородский край. — Н. Новгород, 1926. — Ч. III.
  • Локальный метод в исторической науке // Краеведение. — М., 1926. — № 2.
  • Аграрное законодательство великой английской революции 1643—1648 годов. — М.—Л., 1935.
  • История средних веков: Учебник. — Горький, 1937.
  • Аграрное законодательство английской революции 1649—1660 гг. — М.—Л., 1940.
  • Очерки по истории промышленного пролетариата Нижнего Новгорода и Нижегородской области XVII—XIX вв. — Горький, 1950.
  • Крестьянское движение в Англии в 40—50-х гг. XVII в. — М., 1960.
  • Английская революция XVII в. и аграрные отношения в Англии 1640—1641 гг. // Историк-марксист. — 1935. — № 5—6. 2020 йыл 20 февраль архивланған.

Библиография

үҙгәртергә
  • Интеллектуальная элита Нижегородской области. — Н. Новгород, 1998.
  • Зыбко Н. В. С. И. Архангельский и нижегородское краеведение // Нижегородский край в эпоху феодализма. — Н. Новгород, 1991.
  • Кеткова И. В., Телегина Э. П. Сергей Иванович Архангельский // Портреты историков. Время и судьбы. Т. 2. Всеобщая история. — М.—Иерусалим, 2000.
  • Кузнецов Е. В. Метод и результат: к оценке творчества С. И. Архангельского //Англия и Европа: проблемы истории и историографии. — Арзамас, 2001.
  • Лукоянов В. В. С. И. Архангельский — ученый, педагог // Проблемы британской истории и наследие С. И. Архангельского. — Н. Новгород, 1999.
  • Минеева Т. Г. С. И. Архангельский в отечественной историографии // Исследования по истории России. — Н. Новгород, 1996.
  • Парусов А. И. С. И. Архангельский как историк нашего края // Из истории нашего края. (УЗ ГГУ. Вып. 135). — Горький, 1971.
  • Седов А. В. Сергей Иванович Архангельский // Записки краеведов. — Горький, 1983.
  • Седов А. В., Телегина Э. П. Сергей Иванович Архангельский // Горьковский государственный университет. Выдающиеся учёные. — Горький, 1988.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  2. Архангельский Сергей Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.

Һылтанмалар

үҙгәртергә