Арбау
Арбау (рус. заговор, заклинание) — башҡорт йола поэзияһының йәки башҡорт йола фольклоры жанрының бер төрө, объектҡа тәьҫир итеүгә һәләтле һүҙ формулаһы, һамаҡ.
Тарихы
Арбауҙың тарихы исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа. Ул боронғо ышаныуҙар, им-томдар нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Маҡсаты: яуыз көстәрҙе ҡурҡытыу, алдаштырыу.
Боронғо заманда арбау тылсымлы хәрәкәт менән бәйле булған, һуңыраҡ һүҙ формаһы тылсымлы мәғәнәгә эйә булған. Шиғыр, шиғри-сәсмә, проза формаларында йәшәп килә. Арбау шиғырҙары һамаҡ стилендә башҡарыла.
төҙөлөшө буйынса башы, төп өлөшө һәм йомғаҡлау һүҙе була.
Арбауҙа телгә алынған эштәр ысынбарлыҡта көтөлгән һөҙөмтәгә килтерергә тейеш. Маҡтау, ҡурҡытыу, үҙеңә ҡаратыу һәм башҡа ысулдар ҡулланыла. Арбау үҙ эсенә йыш осраҡта үтенес йәки бойороҡ менән аллаларға, атай-олатайҙар рухтарына һәм әүлиәләргә, тәбиғи көстәргә, тәбиғәт объекттарына, тотем хайуандарына һ.б. мөрәжәғәт итеүҙе ала.
Башҡорттар араһында йыландарҙы арбау ҙа киң таралған булған. Арбауҙы баҡсы, арбаусы башҡарған. Арбау элементтары байтаҡ фольклор жанрҙарында (алғыш, ҡарғыш, һарнау һ.б.) бар. Күп кенә халыҡтарҙың фольклорында йәшәп килә[1].
Йөкмәткеһе
Йөкмәткеһе буйынса дауалау (халыҡ медицинаһында ҡулланыла), хужалыҡ эшмәкәрлеге, кәсеп-һөнәр (ямғыр, ҡояш һ.б. саҡырыу, шулай уҡ игенселектә, һунарсылыҡта, балыҡсылыҡта һәм башҡаларҙа уңышҡа йүнәлтелгән), кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү (мөхәббәттә үҙеңә ҡаратыу һәм үҙеңдән биҙҙереү, мәрхәмәтлек һәм ихтирам йәлеп итеү өсөн) һамаҡтары айырыла.
Халыҡ медицинаһында арбауҙар
Халыҡ телендә им-том тип атала, ләкин ул йөкмәткеһе буйынса бик күп төрлө. Имләү, ҡот ҡойоу, татран ҡыуыу, бүҫер ҡыуыу, биртек ҡыуыу тигән исемдәре бар. Был арбауҙар халыҡ медицинаһында ярҙамсы роль уйнай. Мәҫәлән, Бала сирләһә:
|
— тип һамаҡлағандар[2].
Хужалыҡ эшмәкәрлеге, кәсеп-һөнәр арбауҙары
Башҡорт халыҡ ижадында һунарҙа әйтелгән арбауҙар (йыланды арбағанда, ҡош сөйгәндә, ҡуянға ауға барғанда, һарыҡ йөнөн ҡырҡҡанда[3] һәм башҡалар) булған һәм һаҡланып та ҡалған.
Мәҫәлән, йылан арбағанда әйтелгән һамаҡ:
|
Бәпес һөйгөстәр, һикерткестәр
|
Уҡ-янға арналған арбауҙар
Борон батырҙар уҡ атын ярышҡанда арбау әйткән. Мәҫәлән, башҡорт батыры Ҡарас[6] Ҡарас сәсән Ҡарымтаға килгән ҡаҙаҡ батыры Аҡша менән ярыш алдынан, үҙенең уҡ-һаҙағына мөрәжәғәт итеп, һамаҡ әйткәне һаҡланған:
|
Һарнау йыры
Был йыр ҡот ҡойғанда башҡарылған. Дауалаусының хәрәкәттәре ритмға һалына, сөнки улар йыр йәки көйләп һөйләү оҙатыуында башҡарылған. Һарнау сәнғәттең өс төрөн: һүҙҙе, музыканы һәм бейеүҙе берләштерә. Шуға күрә борон бейеү бындай йолаларҙа мөһим роль уйнаған.
|
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» [2]
- Салауат Галин. Тел асҡысы халыҡтаISBN 5-295-02592-6.|}} . — Өфө: Китап, 1999. — С. 11—13. — 328 с. —