Саҡырыуҙар — .йола фольклорының бер төрө, күренештәргә, тәбиғәт күренештәренә, тәбиғи көстәргә шиғри мөрәжәғәт итеү төрө, үтенеү, ялбарыу, магик мәғәнәгә эйә булған сәләмләү һәм саҡырыу һүҙҙәре. Рекламаланған тауарҙы маҡтауҙы үҙ эсенә алған ҡыҫҡаса рифмалы әйтем.

Саҡырыуҙар боронғо календарь йолаларға һәм арбауҙарға барып тоташа. Ул монолог формаһында әйтелә. Уларҙы бик күп мөрәжәғәттәрҙе, ҡабатлауҙарҙы һ.б. художестволы тасуирлау сараларын файҙаланыу айырып тора. Йышыраҡ 2 — 4 юллыҡ строфа формаһында йәшәй.

Башҡорттарҙың күп дини йолаларында кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге, тәү сиратта ауыл хужалығы, эре мөгөҙлө малсылыҡ менән аныҡ бәйләнеш бар. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың аныҡ датаһы булмаған һәм тәбиғәт көстәренә йоғонто яһауға һәм шуның менән иҡтисади эштәрҙә именлекте һәм уңыштарҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Йолаларҙы үткәреүҙә бөтә ауыл халҡы йәки айырым ғаилә ағзалары, һирәгерәк, бер кеше ҡатнаша.

Ямғыр теләү

үҙгәртергә

Яҙғы-йәйге цикл йолалары комплексында төрлө исем аҫтында билдәле («ямғыр теләге», «ямғыр теләү», «ямғыр бутҡаһы», «теләк») ямғыр саҡырыу йолаһы мөһим урын биләй. Башҡорттарҙа ямғыр саҡырыу йолаһы бөтә ерҙә лә таралған булған. Ҡайһы бер урындарҙа «ямғыр теләү» йолаһы яҙ көнө — йәй башында баҫыу эштәре тамамланғандан һуң «Ҡарға бутҡаһы» байрамында ла уҙғарылған. Дөйөм табындан һуң байрамда ҡатнашыусылар ямғыр саҡырып доға ҡыла, һуңынан бер-береһен һыу менән ҡойондора. «Теләк» йолаһы тәбиғәткә рәхмәт әйтеп, киләһе йылда мул уңыш алыуҙарын һорап башҡарыла. Бутҡаның ҡалған өлөшөн ағастарҙа ҡарғаларға ашарға ҡалдыралар. Ләкин күпселек осраҡтарҙа ямғыр саҡырыу йолаһы («ямғыр теләге», «ямғыр теләү», «ямғыр саҡырыу», «теләк теләү») йолаһы ҡоролоҡта йәки оҙаҡ ваҡыт ямғыр булмаған осорҙа үҙ аллы йола булараҡ үткәрелгән.

Миҫал

Ямғыр, яу, яу, яу!
Иген үҫһен тау, тау,
Ваба сире булмаһын,
Астан халыҡ үлмәһен,
Яу, ямғырым, яу, яу!
Ҡара тәкә һуйырмын,
Башын һиңә ҡуйырмын,
Майын үҙем ашармын,
Тояғын һыуға һалырмын,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Майлы бутҡа бирермен,
Тәтәй ҡашыҡ бирермен,
Ямғырҡайым, яу, яу!
Беҙ булайыҡ һау, һау!
Яу иләктән,
Яу силәктән! Яу! Яу!
[1]

Тағы ямғыр саҡырыу тураһында өҫтәп уҡығыҙ: Ямғыр теләү йолаһы Аманат журналы 19 май 2021[2]

Йоланың был төрө төрки халыҡтарҙа ғына түгел, ә славян халыҡтарында ла бар. Шуға күрә уны боронғо һәм күп халыҡтарҙа таралған, тип иҫәпләп була.

«Ҡояш саҡырыу» йолаһы

үҙгәртергә

Ямғырҙар оҙаҡҡа һуҙылып китһә, элек башҡорттар «ҡояш саҡырыу» йолаһы үтәлгән йәки балалар һыу инеп сыҡҡас, өшөп китһәләр йә ҡыҙынырға кәрәк булһа, ҡояшҡа өндәшәләр:

Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ!
Һалҡын елкәй, кит, кит!
Һимеҙ тәкә һуйырмын,
Майын һиңә бирермен!
«Ямғыр саҡырыу» йолаhы.
Ямғыр яу, яу, яу,
Майлы бутҡа бирермен,
Тәтәй ҡашыҡ бирермен,
Тәтәй ҡашыҡ баҙарҙа,
Майлы бутҡа ҡаҙанда!

Ҡот саҡырыу

үҙгәртергә

Ул — күңел, йәшәү көсө саҡырыу йолаһы. Ҡотто өс мәртәбә ҡоялар һәм «Ҡотом, кил, ҡотом, кил!» тип яулыҡ болғап ҡот саҡыралар[3].

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сөләймәнова Р. Ә. Башҡорттарҙың ҡоролоҡ ваҡытында ямғыр саҡырыу маҡсатында үткәрелгән боронғо йолаһы. Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан.
  2. Ямғыр теләү йолаһы // Аманат : журнал. — 2021. — 21 мая. Ямғыр теләү йолаһы
  3. Ф. Г. Хисамитдинова. Мифологический словарь башкирского языка. — М., 2010. — ISBN 978-5-02-037580-2.
  4. Телестудия КУГАРЧИ ТВ. Ямғыр теләү йолаһы // Youtube : видео. — 2020. Ямғыр теләү йолаһы

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» ЗАКЛИЧКА