Алғыш — магик ғәмәл, төрки халыҡтарҙа кешегә изге теләктәр йә иһә рәхмәт әйтеү йолаһы.

Алғыш универсаль (мәҫәлән, «Аҡ бәхеттәр һиңә юлдаш булһын») һәм махсус («Ағы-түлегеҙ үҙегеҙгә насип булһын!») була. Кеше тормошондағы төрлө ваҡиғалар ваҡытында әйтелә. Алғышҡа ҡапма-ҡаршы төшөнсә ҡарғыш була.

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1 се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995.