Антонов Николай Павлович

Антонов Николай Павлович (12 декабрь 1909 йыл, Иваново-Вознесенск, Рәсәй империяһы — 3 ғинуар 1985 йыл, Иваново, СССР) — СССР философы, онтология һәм танып белеү теорияһы өлкәһендә белгес. Иваново фәлсәфәүи традицияларына нигеҙ һалыусы, ноосфера фәлсәфә мәктәбен ойоштороусы. Философия фәндәре докторы, профессор. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.[1][2][3]

Антонов Николай Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 12 декабрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Иваново, Шуйский уезд[d], Владимир губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 ғинуар 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Иваново, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә
Эш урыны Новосибирск дәүләт университеты
Уҡыу йорто Академия общественных наук при ЦК КПСС[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Портнов, Александр Николаевич[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Николай Павлович Антонов 1909 йылдың 12 декабрендә Иваново-Вознесенскев ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.[1][3]

1929—1931 йылдарҙа Иваново педагогия техникумында уҡый. Һуңынан мәктәптә эшләй.[3]

1932 йылда комсомол өлкә комитеты путевкаһы буйынса А.И.Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтының тәбиғи факультетына уҡырға инә , уны 1937 йылда тамамлай[1][3]

1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[1][3]

1950 йылда ВКП(б) Үҙәк комитеты ҡарамағында ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай һәм философия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә дәғүә итеп, «„Развитие абстрактного мышления и онтогенеза“» темаһы буйынса диссертация яҡлай.[1][3]

1950—1953 йылдарҙа  — доцент (1951) һәм марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире, 1953—1955 йылдарҙа һәм 1965—1973 йылдарҙа профессор һәм Иваново дәүләт педагогия институтының философия кафедраһы мөдире .[1][3]

1960—1964 йылдарҙа — доцент, профессор, һәм Новосибирск дәүләт университеты (НДУ) ижтимағи фәндәр кафедраһы мөдире. Диалектик материализм һәм тәбиғи фәндәрҙең философия мәсьәләләре буйынса НДУ студенттарына, СССР Фәндәр академияһы аспиранттары һәм ғилми хеҙмәткәрҙәренә лекциялар уҡый[1][3]

19601969 йылдарҙа мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы һәм 19701975 йылдарҙа  — «Философские науки» журналының ғилми консультанты[3]

1963 йылда философия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Сознание как свойство мозга, отражение бытия» темаһына диссертация яҡлай[3]

19701975 йылдарҙа  — СССР Философия йәмғиәтенең Иваново өлкә бүлексәһе рәйесе[2][3]

19731979 йылдарҙа — Иваново дәүләт университетының философия кафедраһы мөдире һәм профессоры[1][2][3]

1979 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[1][3]

19811982 йылдарҙа — философия буйынса кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың рәйесе.[3]

Николай Павлович Антонов 50 ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Уның ғилми етәкселеге аҫтында 30-ҙан ашыу диссертация әҙерләнә һәм яҡлана, уларҙан 2 диссертация докторлыҡ булып тора.[3]

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Н.П. Антоновтың иртә хеҙмәттәрендә диалектик материализм ысулдары ярҙамында аңдың асылы һәм килеп сығышы мәсьәләләре ҡарала. Уның тарафынан тере һәм тере булмаған тәбиғәттә сағылыш формаларына, психик сағылыштың иң юғары форма булараҡ аң үҙенсәлектәренә, сағылыш структураһында һәм эстәлегендә объектив һәм субъектив бәйләнештәр мәсьәләләренә, шулай уҡ аң структураһының кәрәкле эстәлекле компоненты булараҡ идеаль формалашыу мәсьәләләренә иғтибар итә[1][3]

1970 йылдар аҙағы — 1980 йылдар башында аң формаһы булараҡ ноосфера менән бәйле мәсьәләләр ҡарала. Н.А. Антонов тарафынан «ноосфера» төшөнсәһенең материалистик аңлатмаһы бирелә, шулай уҡ биосфераның ноосфераға күсеү закондары һәм йәмғиәт һәм тәбиғәттең үҙ-ара эш итеү барышында аңдың экологиялаштырыу мәсьәләлер өйрәнелә[1][3]

Һуңғы йылдарҙа Н. Антонов «Учение В. И. Вернадского о переходе биосферы в ноосферу» фәнни-практик конференцияһын әҙерләү менән шөғөлләнә, ул 1983 йылда Иваново дәүләт университетында үткәрелә[3]

Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1940 йылда БССР-ҙң Браслово ҡала советы депутаты итеп һайлана. 1952 йылдан — Иваново ҡалаһы КПСС Сталин РК ағзаһы, ә 1961 йылдан — Новосибирск КПСС Совет РК ағзаһы. НДУ партия комитеты ағзаһы[3]

Шәхесенең баһаһы үҙгәртергә

Н. П. Антонов социаль йүнәлешле философтың айырым төрөнә ҡараған һәм үҙенең педагогик һәм ғилми эшмәкәрлеге менән көндәлек тормошта социаль үҙ-үҙеңде сикләүҙең һәм фәлсәфәүи хөр фекерлелектең ҡатмарлы диалектикаһын сағылдыра».[3]

Хәтер үҙгәртергә

Иваново ҡалаһында йыл һайын Н.П.Антонов иҫтәлегенә Антонов уҡыуҙары үтә[2]

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

Мәҡәләләре үҙгәртергә

  • Антонов Н. П. Происхождение и сущность сознания // Учёные записки ИГПИ. — Т. 20. — Иваново, 1959.
  • Антонов Н. П. О неразрывной связи мышления и языка // Большевик. — 1952. — № 15.
  • Антонов Н. П. Сознание и мозг // Учёные записки ИГПИ. — Иваново, 1955.
  • Антонов Н. П. Специфика индивидуального сознания человека как высшей ступени развития психики // Вопросы психологии. —1958. — № 6.
  • Антонов Н. П. К вопросу о природе психического // Философские науки. — 1965. — № 4.
  • Антонов Н. П. К вопросу об онтологическом и гносеологическом понимании сознания // Философия в эпоху научно-технической революции. — Л., 1974.
  • Антонов Н. П. Роль сознания в оптимизации взаимодействия общества и природы в условиях становления коммунизма и ноосферы // Сознание и диалектика процесса познания. — Иваново, 1979.
  • Антонов Н. П. Роль субъективного фактора в переходе биосферы в ноосферу // Человек. Эволюция. Космос. — София, 1984. — Кн. 4 (I).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 Дмитриевская, Смирнов, 2002
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Ерахтин, 2012, с. 25—26
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 3,19 Антонов, Николай Павлович // «Профессора НГУ (1959—2009): Электронный биографический справочник»

Әҙәбиәт үҙгәртергә