Мюлуз
Мюлуз (фр. Mulhouse [myˈluːz]), Мюльхаузен (нем. Mülhausen); эльз.Mehlhüsa — Францияның төньяҡ-көнсығышында Гранд-Эст төбәге ҡалаһы һәм коммунаһы[16] (элекке Эльзас — Шампань — Арденны — Лотарингия), Үрге Рейн департаменты, Мюлуз округы, Мюлуз-1, Мюлуз-2 һәм Мюлуз-3 кантондары[17]. 2015 йылдың мартына тиклем бөтөрөлгән Мюлуз-Нор, Мюлуз-Сюд, Мюлуз-Уэст һәм Мюлуз-Эст (Мюлуз округы) кантондарының административ үҙәге булып торған.
Үрге Рейн департаментының иң ҙур ҡалаһы һәм Эльзаста әһәмиәте буйынса икенсе ҡала. Коммунаның майҙаны — 22,18 км², халыҡ һаны — 110 514 кеше[18][19] (2006) тотороҡлолоҡ тенденцияһы менән: 110 755 кеше[20] (2012), халыҡ тығыҙлығы — 4993,5 кеше/км² тәшкил итә.
Топонимы
үҙгәртергәНемецсә Мюль (нем. Mühle) «тирмән» тип тәржемә ителә. Шунан ҡаланың исеме барлыҡҡа килә, унда бер нисә йорт араһында Страсбургтың изге Этьен аббатлығына ҡараған тирмән торған.
Тарихи белешмә
үҙгәртергә1275 йылда Мюлуз империя ҡалаһы статусын ала. 1354 йыл ҡала эльзас Декаполисы составына инә. 1395 йылдан Мюлуз ирекле ҡала статусын ала. 1515 йылда Мюлуз Декаполистан сыға һәм киң автономия хоҡуғында Швейцария союзы составына инә.
XVIII быуаттың уртаһында Мюльхаузен иң ҙур туҡыу үҙәгенә әйләнә, унда буялған туҡымалар етештерелә (шул иҫәптән, ситса). 1798 йылда француздарҙың импорт тауарҙарға юғары пошлина ҡуйыуы арҡаһында ҡала халҡы Францияға ҡушылыу өсөн тауыш бирә.
1904 йылда Серне ҡалаһы янында ҙур калий ятҡылығы асыла, был Мюлузда химия сәнәғәтенең үҫешенә булышлыҡ итә.
1870—71 йылдарҙағы Франция-пруссия һуғышынан һуң Мюльхаузен 1918 йылға тиклем Германия империяһы составына инә, 1919 йылдан — яңынан француз дәүләте составында.
Хәҙерге Мюлуз — Францияның эре сәнәғәт үҙәге.
Халҡы
үҙгәртергә2011 йылда халыҡ һаны 110 351 кеше тәшкил итә[21], ә 2012 йылда — 110 755 кеше[20].
1962 | 1968 | 1975 | 1982 | 1990 | 1999 | 2006 | 2008 | 2011 | 2012 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
108995 | 116336 | 117013 | 112157 | 108357 | 110359 | 110514 | 111860 | 110351 | 110755 |
Иҡтисады
үҙгәртергә2010 йылда 70 721 эшкә яраҡлы (15 йәштән 64 йәшкә тиклем) 47 605 кеше иҡтисади яҡтан әүҙем, 23 116 — әүҙем булмаған (әүҙемлеге күрһәткестәре 67,3 %, 1999 йылда — 69,2 процент). 47 605 эшкә яраҡлы әүҙем кешенән 36 213 кеше эшләгән (19 657 ир-егет һәм 16 556 ҡатын-ҡыҙ), 11 392 эшһеҙ иҫәпләнгән (6103 ир-егет һәм 5289 ҡатын-ҡыҙ). 23 116 эшкә яраҡлы әүҙем булмаған граждандарҙың 7686 уҡыусы йәки студент, 4341 — хаҡлы ялда, ә тағы 11 089 кеше— башҡа сәбәптәр менән әүҙем булмаған[22][23].
2011 йыл дауамында коммунала 45 490 һалым түләүсе йорт хужалығы иҫәпләнә, уларҙа 103 623 кеше йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта килем медианаһы бер һалым түләүсегә 13 443 евро тәшкил иткән[24].
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәМюлуз музейҙары:
- Туҡымаларға биҙәк һалыу музейы.
- Һынлы сәнғәт музейы.
- Француз тимер юлы музейы (Train Cite du).
- Ағалы-ҡустылы Шлюмпфтарҙың автомобиль музейы (de l ' Automobile Cité 2015 йыл 18 апрель архивланған.).
- Электр музейы Электрополис 2016 йыл 17 май архивланған. (Le Musée EDF Electropolis 2016 йыл 17 май архивланған.).
Тимер юл музейы экспонаттары араһында тепловоз CC 65000, электровоз CC 7100 бар (1955 йылда рельстарҙа тиҙлеккә абсолют рекорд ҡуйыла)[25].
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Уильям Уайлер — голливуд кино режиссерҙары тарихында иң билдәлеләренең береһе.
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ Sandre
- ↑ Populations de référence 2022 (фр.) — INSEE, 2024.
- ↑ 6,0 6,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ 7,0 7,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 8,7 https://www.mulhouse.fr/ma-mairie/relations-internationales-et-cooperation-transfrontaliere/jumelages-europe-asie/
- ↑ https://www.primariatm.ro/timisoara/index.php?meniuId=2&viewCat=86
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Saint-Julien T., Sillère G. CD Atlas de France (фр.) — La Documentation française, 2007. — ISBN 978-2-11-006504-9
- ↑ https://www.data.gouv.fr/fr/datasets/defibrillateurs-sur-mulhouse/
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ 13,0 13,1 Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 https://lannuaire.service-public.fr/grand-est/haut-rhin/mairie-68224-01
- ↑ 15,00 15,01 15,02 15,03 15,04 15,05 15,06 15,07 15,08 15,09 15,10 15,11 15,12 15,13 15,14 15,15 15,16 15,17 15,18 15,19 15,20 15,21 15,22 15,23 15,24 15,25 15,26 15,27 15,28 15,29 15,30 15,31 15,32 15,33 15,34 15,35 15,36 15,37 15,38 15,39 15,40 15,41 15,42 15,43 15,44 15,45 15,46 15,47 15,48 15,49 15,50 15,51 15,52 15,53 15,54 15,55 15,56 15,57 https://www.data.gouv.fr/fr/datasets/mariages-depuis-1960-et-pacs-depuis-1999-a-mulhouse/
- ↑ Décret n° 2016-1262 du 28 septembre 2016 portant fixation du nom de la région Grand Est (фр.). Декрет от 28 сентября 2016 года. legifrance.gouv.fr. Дата обращения: 13 ноябрь 2016. Архивировано 2 октябрь 2016 года.
- ↑ Décret n° 2014-207 du 21 février 2014 portant délimitation des cantons dans le département du Haut-Rhin (фр.). Директива от 21 февраля 2014. legifrance.gouv.fr. Дата обращения: 15 ғинуар 2016. Архивировано 19 октябрь 2015 года.
- ↑ Population selon le sexe et l'âge...2006 (фр.). Распределение населения по полу и возрасту (2006). INSEE. Дата обращения: 15 ғинуар 2016. Архивировано 4 сентябрь 2012 года.
- ↑ Численность населения в 2006 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 15 ғинуар 2016. Архивировано 25 октябрь 2015 года.
- ↑ 20,0 20,1 Численность населения в 2012 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 15 ғинуар 2016. Архивировано 25 октябрь 2015 года.
- ↑ Численность населения в 2011 году (фр.). INSEE. Дата обращения: 15 ғинуар 2016. Архивировано 25 октябрь 2015 года.
- ↑ Base chiffres clés: emploi — population active 2010 (фр.). INSEE. Дата обращения: 15 ғинуар 2016. (последние данные приведены за 1999 год, временная занятость учтена частично)
- ↑ Base chiffres clés: emploi — population active 2010 (фр.). INSEE. Дата обращения: 15 ғинуар 2016. (последние данные приведены за 1999 год, временная занятость учтена частично)
- ↑ Revenus fiscaux des ménages en 2011 (фр.). Облагаемые налогом доходы домашних хозяйств (2011). INSEE. Дата обращения: 15 ғинуар 2016. Примечание: дети и внуки, которые проживали в двух местах учтены как 0,5 человека. Глава домашнего хозяйства — один налогоплательщик (НП), другие взрослые члены семьи — по 0,5 НП, дети до 14 лет — по 0,3 НП.
- ↑ Франция . Дата обращения: 29 ноябрь 2010. Архивировано из оригинала 8 декабрь 2011 года. 2011 йыл 8 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мюлуз // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)