Платонов Андрей Платонович
Платонов Андрей Платонович (1 сентябрь 1899 йыл, Воронеж, Рәсәй империяһы — 5 ғинуар 1951 йыл, Мәскәү, СССР) — рус совет яҙыусыһы, шағир, фәлсәфәсе, публицист һәм драматург.
Биографияһы
үҙгәртергәБала сағы
үҙгәртергәАндрей Платонович Платонов (төп фамилияһы Климентов) 1899 йылдың 20 авгусында (яңы стиль буйынса 1 сентябрь) Воронежда (Ямская биҫтәһе) тыуған.
Атаһы — Климентов Платон Фирсович (1870—1952) паровозда машинист һәм Воронеж тимер юл оҫтаханаһында слесарь булып эшләгән. . Уға ике тапҡыр Хеҙмәт Геройы (1920 һәм 1922) исеме бирелгән, ә 1928 йылда ул партияға ингән. Әсәһе — Лобочихина Мария Васильевна (1874/1875 — 1928/1929) — сәғәт оҫтаһының ҡыҙы, хужабикә, ун бер (ун) баланың әсәһе. Андрей —уның иң өлкән улы. Мария Васильевна һәр йыл һайын бала тапҡан өсөн, Андрей,өлкән бала булараҡ , туғандарын әсәһенә тәрбиәләүҙә һәм һуңыраҡ үҙҙәренең барлыҡ ағай-энеләрен аяҡҡа баҫтырыуҙа ярҙам итә.Яҙыусының ата-әсәһе Воронеждың Чугунов зыяратында ерләнгән.
1906 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбенә уҡырға инә. 1909 −1913 йылдарҙа ҡаланың 4 класлы мәктәбендә уҡый.. 1913 йылдан (йәки яҙ 1914) 1915 йыл бөткәнсе "Россия"йәмғиәтендә ялланып, малайлыҡта эшләп йөрөй; полковник Бек-Мармарчевтың Усть имениеһында локомобиль машинисенең ярҙамсыһы була. 1915 йылда торбалар эшләү заводында литейщикбулып эшләй. 1915 йылдың көҙөнән 1918 йылдың яҙы бөткәнсе күп кенә Воронеж оҫтаханаларында тирмән таштары эшләй.
Ҡыҙыл армияла хеҙмәт итеү. Һөнәри эше. Әҙәби эшмәкәрлегенең башланыуы
үҙгәртергә1918 йылда Воронеж тимер юл техник училищеһына[1] уҡырға инә, бары тик 1921 йылда, илдә барған хәрби хәрәкәттәр үтеп киткәс кенә, был уҡыу йортон тамамлай. Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлдарының төп революцион комитетында хеҙмәт итә."Тимер юл"(«Железный путь») журналы редакцияһында яҙыша. Фронт корреспонденты сифатында Граждандар һуғышында ҡатнаша. 1919 йылда бер нисә гәзит һәм журналдарҙа шағир, публицист һәм тәнҡитсе булараҡ яҙыша башлай. Шул уҡ йылда «Известия Совета Обороны Воронежского укрепленного района» гәзитенең корресподденты сифатында Новохоперскиҙә була. Шунан һуң РККА сафына мобилизациялана. Көҙгә тиклем паровозда, машинист ярҙамсыһы булып, хәрби ҡорамалдар ташый, һуңынан ЧОН-дың тимер юл отрядында ябай атыусы булып хеҙмәт итә. 1921 йылдың йәйендә бер йыллыҡ губерна партия мәктәбен тамамлай. Щул уҡ йылда уның беренсе брошюраһы «Электрификация»[2] баҫылып сыға. шулай уҡ коллектив йыйынтыҡта уның тәүге шиғырҙары ла баҫыла. 1922 йылда уның Платон исемле улы тыуа. Шул уҡ йылда Краснодарҙа «Голубая глубина» тигән китабы ла донъя күрә. Шул уҡ йылда Платонов губернаның ер бүлегендә гидрофикация комиссияһының рәйесе булып тәғәйенләнә. 1923 йылда В.Брюсов Платоновтың шиғырҙары тураһында бик йылы һүҙҙәр әйтә (Печать и революция. — 1923. — № 6). 1923—1926 йылдарҙа ул губернияла инженер-мелиоратор һәм ауыл хужалығын электрификациялау белгесе булып хеҙмәт итә (ул Губземуправлениеның электрификация бүлегендә бүлек етәксеһе булып эшләгәндә өс электростанция төҙөтә, шул иҫәптән, Рогачевка ауылында, тик һуңынан был станцияны кулактар яндырғандар)
1924 йылдың яҙында Беренсе бөтә Рәсәй гидрологик съездында ҡатнаша, ул өлкәне гидрофикациялау, уңышты ҡоролоҡтан һаҡлау проекттарын тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта, 1924 йылдың яҙында, яңынан РКП(б) сафына инергә ғариза яҙа һәм ГЗО ячейкаһында кандидатлыҡҡа ҡабул ителә, тик һуңынан партияға инмәй ҡала.1925 йылдың июнь айында Платонов Авиахим самолетында совет авиацияһының ҡаҙаныштарын «Лицом к деревне» тигән лозунгыһы аҫтында күрһәтеү өсөн Воронежға килгән В. Б. Шкловский менән осраша.1920-се йылдарҙа яҙыусы үҙ фамилияһы Климентовты Платоновҡа алыштыра (псевдонимды атаһының исеменән алған) .
1926 йылдың 8 декабренән 1927 йылдың 27 мартына тиклем Платонов Тамбовта эшләй, унда «Епифанские шлюзы», «Эфирный тракт», «Город Градов» тигән әҫәрҙәрен яҙған.
1927—1930 йылдарҙа Платонов үҙенең иң ҙур әҫәрҙәрен —"Котлован" повесын, «Чевенгур» романын яҙа. Теле һәм йөкмәткеһе буйынса ике әҫәре лә — Советтар Союзының индустриялаштырыу һәм коллективлаштырыу донъяһын абсурд сатиралы антиутопия жанрында сағылдырған новаторлыҡ әҫәре. Яҙыусы тере сағында был әҫәрҙең береһе лә баҫтырылмаған.
Репрессиялар
үҙгәртергәПлатоновтың 1931 йылда «Красная новь» журналында сыҡҡан повесын уҡып сыҡҡас, Сталин уның тураһында : «Талантлы яҙыусы, тик ҡәбәхәт кеше (сволочь)»[3][4]-тип яҙған. . Шул уҡ йылда Платоновтың күҙенә космос тураһында һәм уны тикшереүҙәр башлау тураһындағы мәҡәлә ташланған. Ул космонавтика тураһында, космосҡа осоу тураһында хыяллана башлай, тик Сталин уға космосҡа осоу өсөн күнегеүҙәр алып барырға ла рөхсәт итмәй. Тәрән депрессияла булған Андрей Платонович "Впрок"повесын баҫтырып сығара. Уның был әҫәрен Сталин менән Фадеев ныҡ тәнҡитләйҙәр. «Красная новь» журналының редакцияһына яҙған хатында Сталин Платоновтың повесы хаҡында "был әҫәр ил дошманы тарафынан колхоз хәрәкәтенең абруйын төшөрөү маҡсаты менән яҙылған, шуға күрә авторын һәм нәшер итеүселәрен язаға тарттырырға кәрәк"тип яҙған[5]. РАПП дөрөҫ сәйәсәт алып бармағанлыҡтан тарҡатылғас ҡына, яҙыусыны тәнҡитләүҙән туҡтағандар.
1934 йылда Платоновты Урта Азия буйынса яҙыусылар сәйәхәтенә лә алғандар— был инде уға ышаныс күрһәтеү билдәһе булып торған. Төркмәнстандан яҙыусы «Таҡыр» исемле хикәйәһен алып ҡайтҡан һәм яңынан эҙәрләүҙәргә дусар булған. «Правда» гәзите (18 ғинуар, 1935) уның был хикәйәһен тәнҡитләп сыҡҡандан һуң, Платоновтың әҫәрҙәрен бер генә журнал да баҫып сығармаған, ә элек алынғандарын уға кире ҡайтарып биргәндәр. Тик 1936 йылда «Фро», «Бессмертие», «Глиняный дом в уездном саду», «Третий сын», «Семен» хикәйәләре, 1937 — «Река Потудань» повесы баҫылып сыҡҡан.
Был ваҡытта Платонов билдәле фәлсәфәсе Георг Лукач һәм тәнҡитсе Михаил Лифшиц менән хеҙмәттәшлек итә. Был осор уларҙың «Әҙәби тәнҡитсе» журналында бергәләшеп эшләгән осор, яҙыусының әйтеүе буйынса, ул « Лукас—Лифшиц» ағымындағы түңәрәктә булған осор.[6]. Платонов был түңәрәктә ситләшеү һәм ирек тураһында алып барылған фәлсәфәүи дискуссияларҙа ҡатнашҡан.
1938 йылдың май айында яҙыусының ун биш йәшлек улы Платон ҡулға алынған, ул бары тик яҙыусының дуҫтары йүнселлек күрһәтеүе арҡаһында ғына 1940 йылдың көҙөндә туберкулездан төҙәлмәҫлек хәлдә иреккә сыҡҡан. Яҙыусы ауырыу улын ҡараған саҡта үҙенә туберкулез йоҡторған һәм үлгәнсе туберкулез менән ауырыған. 1943 йылдың ғинуарында Андрей Платоновтың улы Платон вафат була.
Хәрби корреспондент.
үҙгәртергәБөйөк Ватан һуғышы ваҡытында яҙыусы капитан дәрәжәһендә "Ҡыҙыл йондоҙ"гәзитендә хәрби корреспондент булып хеҙмәт итә. Был гәзиттә Платоновтың хикәйәләре баҫылып сыға.
Фронттағы көнкүрештә Платонов бик ябай кеше булған, ул күп ваҡытын фронттың алғы һыҙығында һалдаттар араһында үткәргән, һуғыштарҙа ҡатнашҡан[7]. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ул, башҡа корреспонденттарҙан, мәҫәлән, Симонов, Шолохов, Гроссман, Швецовтарҙан айырмалы рәүештә, бер ниндәй награда ла алмаған (уның бары тик «За победу над Германией» миҙалы ғына бар)[8].
1946 йылдың февраль айында Андрей Платонов ауырыу сәбәпле демобилизацияланған.
Һуңғы йылдарҙа
үҙгәртергә1946 йыл аҙағында Платоновтың «Ҡайтыу» (автор ҡуйған исеме — «Семья Ивановых») хикәйәһе баҫылып сыҡҡан. Был хикәйәһе өсөн Платонов тағы ла тәнҡит утына эләккән, уны «совет кешеләренә, совет ғаиләһенә, һуғышта еңеп өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡан һалдаттарға әшәке яла яғыуҙа» ғәйепләп сығалар. .
Һуңынан 1940-сы йылдарҙа яҙыусы хеҙмәте менән йәшәренә аҡса табыуҙан мәхрүм ителгән Платонов рус һәм башҡорт әкиәттәрен мөхәррирләү менән булыша, уларҙы балалар журналдарында баҫтырып сығарып, аҡса эшләй. Хатта Шолоховтың «Они сражались за Родину» романын Платонов аҡса эшләр өсөн яҙған икән тигән версия ла бар.[9].
Платонов Мәскәүҙә 1951 йылдың 5 ғинуарында төрмәнән сыҡҡан сирле улын ҡарағанда йоҡторған туберкулездан вафат була. Улының балаһы булған була, шулай итеп Платонов тере ваҡытында ҡартатай булып өлгөргән. Әрмән зыяратында ерләнгән.
Платоновтың ҡыҙы Мария Платонова (ул 2005 йылда вафат булған) ҡалған була, ул атаһының китаптарын нәшер итергә әҙерләп биреүсе[10].
Хәтер
үҙгәртергә- Таратута Е. А. үтенесе буйынса Ҡырым астрофизик обсерваторияһының астрономы Людмила Карачкина 1981 йылдың 7 сентябрендә асылған астероидты (3620) яҙыусының хөрмәтенә Платонов исеме менән атаған
- Воронежда яҙыусы исемен йөрөтәләр:
- урам
- китапхана
- гимназия
- әҙәби премия
- халыҡ-ара сәнғәт фестивале.
- Воронеж үҙәгендәге Революция проспектында торған Воронеж университетының бер корпусы алдында яҙыусыға һәйкәл ҡуйылған. Уға яҙыусының «Жена машиниста» хикәйәһенән алған бындай цитата яҙылған: «Минән башҡа халыҡ тулы түгел…»(«Без меня народ неполный…»)
- 2011 йылдың 15 декабрендә Воронеж әҙәби музейында яҙыусының тормошона һәм ижадына арналған даими күргәҙмә асылды.
Стиле һәм тематикаһы
үҙгәртергәАндрей Платоновтың ҡатмарлы донъяуи ҡарашы коммунизм, христианлыҡ, экзистенциализм элементтарын берләштергән, шунлыҡтан уға ябай ғына аныҡлау атамаһы биреү мөмкин түгел.
Платонов ижады үҙенсәлекле, рус теле әҙәбиәтендә аналогы булмаған оригинал тел менән яҙылған. Уның телен йыш ҡына «ҡырағай, артта ҡалған», «килбәтһеҙ, килешһеҙ», "үҙе уйлап сығарған " һ. б .тип йөрөтәләр. Платонов ситләштереп яҙыу ысулын әүҙем ҡулланған, уның лексикаһы һәм грамматикаһына бик күп хаталар хас, ҡай саҡ әҫәрҙәренең теле балалар телендә ҡулланылған һүҙҙәргә оҡшап тора. Ю. И. Левин Платоновҡа хас ошондай ысулдарҙы һанап киткән: артыҡлыҡ алымдары —- («Вощев… отворил дверь в пространство», «его тело отощало внутри одежды»), дөрөҫ булмаған синтаксис конструкцияларҙы ҡулланыу алымдары(мәҫәлән, ҡылым һәм урын хәлен ҡулланыу)-— («думаешь в голову», "ответил… из своего высохшего рта ", «узнал желанье жить в эту разгороженную даль»), киң мәғәнәле лексиканы тар мәғәнәне аңлатыу өсөн ҡулланыу алымдары(«природа», «пространство», «погода» һүҙҙәре менән ябай пейзажды һүрәтләүҙә), мәғәнәһе буйынса йыш ҡына артыҡ йәки логик мотивы булмаған һүҙҙәрҙе ҡулланыу алымдары. Ғалим- тикшеренеүсе уйынса, яҙыусы был алымдарҙы "пантеологик"киңлекте кәүҙәләндерер өсөн алған, сөнки әҫәрҙәге бөтә әйбер ҙә, хәл-ваҡиғалар ҙа бөтөн бер «тәбиғәт» ҡосағында һүрәтләнгән.[11].Шулай уҡ совет осоронда барлыҡҡа килгән бюрократизм һүҙҙәрен ҡулланыу ирониялы яҙыуҙы аңлатҡан (мәҫәлән, «конфисковать ее ласки»)[12]. Андрей Платоновтың ижадында форма менән әҫәрҙең йөкмәткеһе бер бөтөндө аңлатҡан, йәғни яҙыусының әҫәрҙәренең теле уның әҫәренең йөкмәткеһе булып тора.
Платонов ижадының төп темаһы — үлем һәм уны еңеп сығыу темаһы. Анатолий Рясин Платоновтың "үлем метафизикаһы "[13] тураһында былай тип аңлата. Платонов йәш сағында Николай Федоровтың идеяларының йоғонтоһонда булған, шуға күрә ул йыш ҡына үлемдән һуң ҡабат терелеү идеяһына мөрәжәғәт иткән. Был идея уның геройҙарының аңында коммунизмдың киләсәк тормошо менән бәйләнгән: («Прушевский! Сумеют или нет успехи высшей науки воскресить назад сопревших людей? —Нет…—Врешь! (…) Марксизм все сумеет. Отчего ж тогда Ленин в Москве целым лежит?») Платоновтың ижадында тағы ла бер ҡабатланыусы мотив —балаларҙың үлеме : «Котлован» повесының мотивы булып үҙҙәре тәрбиәгә алған балаға, Настяға, ҡәбер ҡаҙыусы эшселәрҙең коммунизмдың киләсәгенә һәм үлемде еңеп сығыуға ышаныстарының юғалтыуы тора. («Я теперь ни во что не верю!»)[14]. Бына ошондай алымдар менән яҙыусы Платоновты Левин экзистенциалист тип атаны.[11].
Фекерҙәр
үҙгәртергәИосиф Бродский үҙенең «Катастрофы в воздухе» тигән эссеһендә Андрей Платоновты Джеймс Джойс, Роберт Музил һәм Франц Кафка менән бер рәткә баҫтырҙы[15]. Михаил Волохов Платоновты Ионеско һәм Беккет менән сағыштырҙы[16].
Библиография
үҙгәртергә- 1920 — рассказ «Чульдик и Епишка»
- 1921 — рассказ «Маркун», брошюра «Электрификация»
- 1922 — книга стихов «Голубая глубина»
- 1926 — рассказ «Антисексус», повесть «Епифанские шлюзы»
- 1927 — повести «Город Градов», «Сокровенный человек», «Эфирный тракт», рассказы «Ямская слобода», «Песчаная учительница», «Как зажглась лампа Ильича»
- 1928 — повесть «Происхождение мастера», пьеса «Дураки на периферии», очерк «Че-Че-О» (в соавторстве с Б. А. Пильняком)
- 1929 — роман «Чевенгур» (в первой редакции — «Строители страны», 1927)
- 1929 — рассказы «Государственный житель», «Усомнившийся Макар»
- 1930 — «Котлован», «Шарманка» (пьеса)
- 1931 — «Бедняцкая хроника» «Впрок», пьесы «Высокое напряжение» и «14 красных избушек»
- 1933—1936 — «Счастливая Москва» (роман не окончен)
- 1934 — повести «Мусорный ветер», «Ювенильное море» и «Джан», рассказ «Такыр»
- 1936 — рассказы «Третий сын» и «Бессмертие», роман «Македонский офицер» (незаверш.)
- 1937 — рассказы «Река Потудань», «В прекрасном и яростном мире», «Фро», роман «Путешествие из Москвы в Петербург» (рукопись утеряна)
- 1938 — рассказ «Июльская гроза»
- 1939 — рассказ «Родина электричества»
- 1942 — «Под небесами родины» (сборник рассказов), вышел в Уфе
- 1942 — «Одухотворённые люди» (сборник рассказов)
- 1943 — «Рассказы о Родине» (сборник рассказов)
- 1943 — «Броня» (сборник рассказов)
- 1944 — пьеса «Волшебное существо»
- 1945 — сборник рассказов «В сторону заката солнца», рассказ «Никита»
- 1946 — рассказ «Семья Иванова» («Возвращение»)
- 1947 — книги «Финист — Ясный Сокол», «Башкирские народные сказки»
- 1948 — пьеса «Ученик лицея»
- 1950 — «Волшебное кольцо» (сборник русских народных сказок)
- 1951 — «Ноев ковчег» (незавершённая пьеса-мистерия)
Баҫмалар
үҙгәртергә- Платонов А. П. Собрание сочинений в трех томах. — М., Советская Россия, 1984—1985.
- Платонов А. П. Избранные произведения в двух томах. — М., Художественная литература, 1978
- Платонов А. П. Епифанские шлюзы. — М.: Молодая гвардия, 1927.
- Платонов А. П. Луговые мастера. — М., Молодая гвардия, 1928
- Платонов А. П. Сокровенный человек. — М., Молодая гвардия, 1928
- Платонов А. П. Происхождение мастера. — М., Федерация, 1929
- Платонов А. П. Река Потудань. — М., Советский писатель, 1937
- Платонов А. П. Июльская гроза. — М.-Л., Детиздат, 1940
- Платонов А. П. Одухотворенные люди. — М., Молодая гвардия, 1942
- Платонов А. П. Под небесами Родины. — Уфа, Башгосиздат, 1942
- Платонов А. П. Бессмертный подвиг моряков. — М., Военмориздат, 1943
- Платонов А. П. Броня. — М., Военмориздат, 1943
- Платонов А. П. Одухотворенные люди. — Магадан, Советская Колыма, 1943
- Платонов А. П. Рассказы о Родине. — М., Гослитиздат, 1943
- Платонов А, П. В сторону заката солнца. — М., Советский писатель, 1945
- Платонов А. П. Солдатское сердце. — М., Детгиз, 1946
- Платонов А. П. В прекрасном и яростном мире. Повести и рассказы / Вступ. ст. В. Дорофеева. — М.: Художественная литература, 1965. — 630 с.
- Платонов А. П. Избранное. Повести, рассказы / Вступ. Федот Сучков. — М.: Московский рабочий, 1966. — 541 с.
- Платонов А. П. Избранное / Сост. М. А. Платонова. — М.: Современник, 1977. — 445 с.
- Платонов А. П. Сокровенный человек (Рассказы. Повести). — Кишинёв: Литература артистикэ, 1981. — 640 с.
- Платонов А. П. Повести, рассказы, статья, из писем / Сост. и подгот. текста М. А. Платоновой; Вступ. ст. В. А. Свительского. — Воронеж: Центр.-Чернозём. кн. изд-во, 1982. — (Отчий край). — 453 с.
- Платонов А. П. Ювенильное море. Повести. Рассказы. Публицистика. Пьеса. — Воронеж: Центр.-Чернозем. кн. изд-во, 1988. — 431 с.
- Платонов А. П. Государственный житель: Проза, письма / Сост. М. А. Платонова; Вступ. ст. и коммент. В. А. Чалмаева. — М.: Сов. писатель, 1988. — 608 с. — ISBN 5-265-00404-1
- Платонов А. П. Записные книжки. Материалы к биографии / Сост. Н. В. Корниенко; Публ. М. А. Платоновой. — М.: Наследие, 2000. — 421 с. (2-е изд.: М.: ИМЛИ РАН, 2006.)
- Платонов А. П. Сочинения. Том 1: 1918—1927, Книга 1: Рассказы. Стихотворения. — М.: ИМЛИ РАН, 2004. — 644 с. — ISBN 5-9208-0146-8
- Платонов А. П. Сочинения. Том 1: 1918—1927, Книга 2: Статьи. — М.: ИМЛИ РАН, 2004. — 510 с. — ISBN 5-9208-0181-6
- Платонов А. П. Собрание сочинений в восьми томах / Сост. Н. В. Корниенко. — М.: Время, 2009—2011.
- Платонов А. П. Чевенгур / Илл. С. Филипповой. — СПб.: Вита Нова, 2008. — 560 с. — ISBN 978-5-93898-185-0.— ISBN 978-5-93898-185-0.
- Платонов А. П. «…я прожил жизнь»: Письма 1920—1950 / Сост., вступ. статья, ком. Н. Корниенко и др. — М.: Астрель, 2013. — 688 с. — (Наследие Андрея Платонова). — 3000 экз. — ISBN 978-5-271-46785-1[17].
Әҫәрҙәрен экранлаштырыу
үҙгәртергә- «Айна» (1930) — художественный фильм. Режиссёр Николай Тихонов, сценаристы «А. Платонов», М.Смирнова по рассказу Андрея Платонова «Песчаная учительница».
- «Фро» (1964) — по мотивам одноимённого рассказа.
- «Родина электричества» (1967/1987) — художественный фильм по мотивам одноимённого рассказа Андрея Платонова. Режиссёр Лариса Шепитько.
- «Рабыня» (1968) — художественный фильм Булата Мансурова по мотивам рассказа «Такыр».
- «Возвращение» (1968) — телеспектакль в постановке Академического театра им. Евгения Вахтангова.
- «Житейское дело» (СССР, 1976 год, Ленфильм) — состоит из трёх новелл, объединённых темой войны. «Житейское дело» (1 новелла), Мелодрама, поставленная по одноимённому рассказу Андрея Платонова.
- «Три брата» (1981)— итальянский фильм по мотивам рассказа «Третий сын», действие перенесёно в Италию.
- «Возлюбленные Марии» (1984) — фильм по мотивам «Реки Потудань», сюжет перенесённый в США.
- «Одинокий голос человека» (1987) — художественный фильм (киностудия «Ленфильм», 1987 год) Александра Сокурова по мотивам произведений Андрея Платонова «Река Потудань», «Сокровенный человек», «Происхождение мастера».
- «Маркун» (1989) — короткометражный фильм. Главную роль исполнил Иван Охлобыстин.[18]
- «Корова» (1989) — мультфильм Александра Петрова по одноимённому рассказу.
- «Домой!» (1982) — художественный фильм по мотивам рассказа «Возвращение».
- «Возвращение» (1997) — телеспектакль-чтение Авшарова Ю. М.
- «Опять надо жить» (1999) — художественный фильм по мотивам рассказов Андрея Платонова «На заре туманной юности», «В прекрасном и яростном мире», «Сокровенный человек».
- «Случайный взгляд» (2005) — по мотивам повести «Котлован».
- «Отец» (2007) — художественный фильм Ивана Соловова по мотивам рассказа «Возвращение».
- «Никита» (2011) — художественный фильм по мотивам рассказа «Никита». Режиссёр Марат Никитин.
Спектаклдәр
үҙгәртергә14 май , 1987 йыл . Саратов академия театры Платоновтың "14 красных избушек " пьесаһы буйынса шул исемдәге спектаклде күрһәтте, режиссеры — Александр Дзекун[19].
1999 йылда Бәләкәй драма театрында Лев Додин «Чевенгур» спектаклен ҡуйҙы.
2003 йылда Пушкин исемендәге Мәскәү драма театрында «Джан» спектакле ҡуйылды, режиссеры — Алла Сигалова.
2007 йылдың сентябрь айында "Драма сәнғәте мәктәбенең "Мәскәүҙәге сәхнәһендә Андрей Платоновтың «Һыйыр» хикәйәһе буйынса спектакль күрһәтелде[20][21].
2009 йылда «Театр сәнғәте студияһы» "Река Потудань"спектаклен ҡуйҙы.
2011 йылдың 9 мартында Гоголь исемендәге Мәскәү драма театрында «Дураки на периферии» спектакленең премьераһы уҙҙы. Был Андрей Платоновтың 2006 йылда баҫылып сыҡҡан «Ноев ковчег» исемле пьесалар йыйынтығына ингән пьеса буйынса эшләнгән спектакль булды.
24 сентябрь, 2011 йыл. Воронеж Камера театрында «Дураки на периферии» спектакленең премьераһы булды, режиссеры — Михаил Бычков.
"2011 йылда Мәскәүҙең «Әңгәмәләш» театрынан Николай Сутармин һәм Игорь Попков Андрей Платоновтың «Возвращение» хикәйәһе буйынса спектаклен ҡуйҙы. Спектаклдә шулай уҡ Булат Окуджаваның йырҙары яңғыраны[22].
2012 йылда Харьков дәүләт академия ҡурсаҡ театры. «Чевенгур» пьесаһын ҡуйҙы. Премьераһы 2012 йылдың 16 октябрендә булды[23][24].
2013 йылда Воронеж Камера театрында «14 красных избушек» спектакле ҡуйылды, режиссёры — Михаил Бычков.
21 июнь, 2014 йыл. Михаил Чехов исемендәге Рига рус театрында «Фро»(недоступная ссылка) спектакленең премьераһы уҙҙы, режиссёры — Руслан Кудашов.
18 ноябрь, 2014 йыл. Свердловск дәүләт академия театрында «Фро»һәм «Третий сын» хикәйәләре нигеҙендә "Платонов. Две истории"тигән драма ҡуйылды. Режиссёры— Дмитрий Зимин.
27 март, 2015 йыл. Воронеждың «Театр равных» артистары Платоновтың «Юшка», «Фро» һәм «Пустодушие» хикәйәләре буйынса «Пустодушие» тигән спектаклен күрһәттеләр. Режиссёры— Вадим Кривошеев.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История Воронежского техникума железнодорожного транспорта началась в 1878 г. Основание техникума (до 1922 года он назывался техническим железнодорожным училищем) явилось следствием бурного железнодорожного строительства в России во второй половине XIX века. Открытый обществом Козлово-Воронежско-Ростовской железной дороги, он с 1886 года перешел в ведение Министерства путей сообщения. http://www.vkgdt.vrn.ru/about_vkgdt.php 2014 йыл 22 февраль архивланған.
- ↑ Шубин Л. Андрей Платонов (рус.) // Вопросы литературы : журнал. — 1967. — № 6. — С. 26-54. — ISSN 0042-8795.
- ↑ Рой Медведев. Личная библиотека «корифея всех наук» // Вестник РАН. 2001. № 3. С. 264—267
- ↑ Nariman Skakov Introduction: Andrei Platonov, an Engineer of the Human Soul // Slavic Review : Journal. — 2014. — № 73:4. — С. 719.
- ↑ Огонёк: Даты недели 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Наталья Полтавцева. Платонов и Лукач 2013 йыл 23 октябрь архивланған. // Новое литературное обозрение № 107 (1/2011)
- ↑ Строки, опалённые войной: Воспоминания. Очерки. Размышления / Авторы-составители Б. С. Бурков, В. А. Мякушков. — М.: Политиздат, 1987.
- ↑ См.: Общедоступный электронный банк документов "Подвиг Народа в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. 2016 йыл 6 май архивланған.
- ↑ Журавлёв Н. Гений в недрах Родины. Неужели и «Они сражались за Родину» писал не Шолохов? 2017 йыл 9 август архивланған. // Новая газета. — 28.03.2005.
- ↑ Она была верной дочерью. На блаженную кончину Марии Андреевны Платоновой 2019 йыл 25 март архивланған. // Русское воскресение. — 25 октября 2005.
- ↑ 11,0 11,1 Левин Ю. От синтаксиса к смыслу и далее («Котлован» А. Платонова)(недоступная ссылка) // В кн.: Левин Ю. И. Избранные труды: Поэтика. Семиотика. — М.: Языки славянской культуры, 1998. — С. 392—419.
- ↑ Как читать «Котлован»?
- ↑ Анатолий Рясов.
- ↑ Варламов А. Н. Андрей Платонов (серия ЖЗЛ). — М.: Молодая гвардия, 2011.
- ↑ «Катастрофы в воздухе» Перевод А. Сумеркина. Текст печатается по изданию: Бродский И. Поклониться тени: Эссе. — СПб.: Азбука, 2001. — 320 с.
- ↑ pravda.ru «Ударим Платоновым по похабщине»
- ↑ Редкость быть человеком.
- ↑ [http://www.rudata.ru/wiki/%25D0%259C%25D0%25B0%25D1%2580%25D0%25BA%25D1%2583%25D0%25BD_(%25D1%2584%25D0%25B8%25D0%25BB%25D1%258C%25D0%25BC) � — RuData.ru] . www.rudata.ru. Дата обращения: 3 ноябрь 2015. 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Александр Дзекун — биография // Кино-Театр.
- ↑ Пресса о спектакле
- ↑ Информация о спектакле на сайте театра 2011 йыл 6 ғинуар архивланған.
- ↑ Театр «Собеседник» представляет спектакль по Андрею Платонову с песнями Булата Окуджавы 2013 йыл 29 октябрь архивланған. // (Контрабанда, 2 декабря 2011 г.; фоторепортаж Натальи Караковской)
- ↑ Паровоз в Чевенгур(недоступная ссылка) // Голос Украины, 01.12.2012, рецензия театроведа Юлии Коваленко)
- ↑ В Харькове «Чевенгур» стал «Губернией на берегу неба» 2013 йыл 29 октябрь архивланған. // газета «Время» (укр.), 22 ноября 2012 г.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Архив А. П. Платонова. Кн. 1. Научное изд. / Ответ.ред. Н. В. Корниенко. — М.: ИМЛИ им. А. М. Горького РАН, 2009. — 696 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9208-0341-2
- Балдин Андрей, Голованов Василий, Замятин Дмитрий. Империя пространства. К развалинам Чевенгура // НГ Ex libris. — 26 октября 2000 года.
- Баршт К. Анри Бергсон в «Котловане» Андрея Платонова 2016 йыл 2 ноябрь архивланған. // Вопросы философии. 2007. № 4. С. 144—157.
- Варламов А. Н. Андрей Платонов. — М.: Молодая гвардия, 2011. — (Жизнь замечательных людей. Вып. 1294). — 546 с. — ISBN 978-5-235-03411-2
- Васильев В. В. Андрей Платонов. — М.: Современник, 1982. — 232 с. — (Библиотека «Любителям российской словесности»). — 50 000 экз. (в пер., суперобл.)
- Каблуков В. В. Концептуализация мира в пьесе А. Платонова «Дураки на периферии» // Электронный журнал «Знание. Понимание. Умение». — 2008. — № 5 — Филология.
- Каблуков В. В. Сценарий национального поведения «от текста к телу» в пьесах А. Платонова и Н. Эрдмана // Электронный журнал «Знание. Понимание. Умение». — 2008. — № 5 — Филология.
- Каблуков В. В. Сценарий национального поведения русского человека «от сердца к разуму» в пьесах А. Платонова // Электронный журнал «Знание. Понимание. Умение». — 2008. — № 5 — Филология.
- Тарасов А. Б. «Третье царство» как попытка моделирования мира «нового» праведничества: А. Платонов и М. Цветаева // Электронный журнал «Знание. Понимание. Умение». — 2008. — № 5 — Филология.
- Ханс Гюнтер. «Страна философов» Андрея Платонова: проблемы творчества. Котлован и Вавилонская башня // По материалам второй Международной научной конференции, посвященной 95-летию со дня рождения А. П. Платонова. — М.: Наследие, 1995. — В. 2. — С. 145-151.
- Иосиф Бродский. Послесловие к «Котловану» А. Платонова
- Вроон Роналд. Хлебников и Платонов: предварительные заметки. // Сб. статей к 70-летию В. П. Григорьева. — М., 1996. — С. 55-65
- Замятин Д. Н. Империя пространства. Географические образы в романе Андрея Платонова «Чевенгур» // Вопросы философии. — 1999. — № 10. — С. 82—90.
- Замятин Д. Н. Географические образы в комедии Андрея Платонова «Ноев ковчег» // «Страна философов» Андрея Платонова: Проблемы творчества. Вып. 5, юбилейный. — М.: ИМЛИ, 2003. — С. 162—170.
- Замятин Д. Н. Круглая вечность. Образная геоморфология романа Андрея Платонова «Чевенгур» // «Страна философов» Андрея Платонова: Проблемы творчества. Вып. 6. — М.: ИМЛИ, 2005. — С. 5-18.
- Замятина Н. Ю. Локализация идеологии в пространстве (американский фронтир и пространство в романе А. Платонова «Чевенгур») // Гуманитарная география: Научный и культурно-просветительский альманах / Сост., отв. ред. Д. Н. Замятин; авт. Балдин А., Галкина Т., Замятин Д. и др. — Вып. 1. — М.: Институт Наследия, 2004. — С. 53-61.
- Ратьковский И. С. Перекрёстки судеб: А. С. Лаппо Данилевский, С. Ф. Платонов и Д. Б. Рязанов в 1918 г. // Клио. Журнал для учёных. 2013. № 12
- Хрящева Н. П. «Кипящая Вселенная» Андрея Платонова: динамика образотворчества и миропостижения в сочинениях 20-х годов. Екатеринбург — Стерлитамак: 1998.
- Хрящева Н. П., Когут К. С. Мотивная структура пьесы А. П. Платонова «Голос отца» // Филологический класс: региональный журнал учителей-словесников Урала. — Екатеринбург: УрГПУ, 2011. — № 26. — С. 14-19.
- Чалмаев В. А.. Андрей Платонов. — М.: Советская Россия, 1978. — 176 с. — (Писатели Советской России). — 25000 экз.
- Чалмаев В. А. Андрей Платонов: (К сокровенному человеку) / художник Александр Матрёшин. — М.: Советский писатель, 1989. — 448, [1] с. — 25 000 экз. — ISBN 5-265-01028-9.— ISBN 5-265-01028-9. (в пер.)
- «Страна философов» Андрея Платонова: Проблемы творчества: Вып. 1. — М.: ИМЛИ РАН, 1994; Вып.2. — 1995; Вып. 3. — 1999; Вып. 4. — 2000; Вып. 5. — 2003; Вып. 6. — 2005.
- «Страна философов» Андрея Платонова: Проблемы творчества: Вып. 7: По материалам Седьмой международной научной конференции, посвящённой 110-летию со дня рождения А. П. Платонова. 21-23 сентября 2009 года / Сост. Е. А. Роженцева, Н. В. Умрюхина; Отв. ред. Н. В. Корниенко. — М.: ИМЛИ РАН, 2011. — 652 с., ил. — 500 экз., ISBN 978-5-9208-0398-6
- Гюнтер Х. По обе стороны утопии: Контексты творчества А. Платонова. — М.: Новое литературное обозрение, 2012. — 216 с. — (Научное приложение. Вып. CV). — 1500 экз. — ISBN 978-5-86793-932-8
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сайт произведений и материалов о жизни и творчестве Андрея Платонова
- Максим Мошков китапханаһында Платонов Андрей Платонович библиотеке Максима Мошкова
- Произведения Андрей Платонова в электронной библиотеке классической литературы — Классика.ру 2007 йыл 17 октябрь архивланған.
- Подборка рецензий на произведения Андрея Платонова
- Платонов, Андрей Платонович энциклопедия «Кругосвет»
- Электронное собрание сочинений, воспоминания современников, материалы к биографии и критика в Библиотеке «Im Werden»
- Елена Грачева. «Воодушевление»: Неснятое кино Андрея Платонова // Журнал «Сеанс» № 25/26 (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2010)(Проверено 5 января 2010)
- Сталь Пензин. Песчаная учительница 2019 йыл 27 март архивланған.
- Андрей Платонов в воспоминаниях друзей и коллег
- Наталья Полтавцева. Платонов и Лукач 2013 йыл 23 октябрь архивланған. // Новое литературное обозрение № 107 (1/2011)