Амиранашвили Медея Петровна
Амиранашвили Медея Петровна (груз. მედეა ამირანაშვილი; 10 октябрь 1930 йыл - 2 декабрь 2023) — грузин опера йырсыһы (лирик сопрано), педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1976).
Амиранашвили Медея Петровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Грузия |
Тыуған көнө | 10 сентябрь 1930 |
Тыуған урыны |
Шорапани[d], Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР Тбилиси, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР |
Вафат булған көнө | 2 декабрь 2023 (93 йәш) |
Һөнәр төрө | опера йырсыһы, музыка педагогы |
Эш урыны | Вано Сараджишвили исемендәге Тбилиси дәүләт консерваторияһы |
Уҡыу йорто | Вано Сараджишвили исемендәге Тбилиси дәүләт консерваторияһы |
Йырсы тауышы | сопрано[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМедея Амиранашвили 1930 йылдың 10 октябрендә Шорапани ауылында (хәҙер Имеретияла, Грузия) (башҡа сығанаҡтар буйынса — Тбилиси)ҙа опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы Петр Амиранашвили менән йырсы Надеждя Цомая ғаиләһендә тыуа[1].
1953 йылда Вано Сараджишвили исемендәге Тбилиси дәүләт консерваторияһын тамамлай. 1951—1954 йылдарҙа — консерватория эргәһендәге опера студияһы солисткаһы.
1954 йылдан — Тбилиси опера һәм балет театры солисткаһы.
Польша, Чехословакия, Румыния, ГДР, Венгрия, Болгария, Австралия, Яңы Зеландия, Франция, Канадала гастролдәрҙә була.
1972 йылдан Тбилиси консерваторияһында уҡыта (1982 йылдан — профессор).
1991—2006 йылдарҙа — Кутаиси опера театрының художество етәксеһе.
Грузин ССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Атаһы — Пётр Амиранашвили (1907—1976), опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1950)
- Әсәһе — Надежда Цомая (1904—1973), опера йырсыһы, Грузин ССР-ының халыҡ артисткаһы (1943)
- Ире — Отар Парулава, скульптор
- Ҡыҙы — Маринэ Парулава, йырсы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- М. Глинка исемендәге Бөтә Союз вокалсылар конкурсы лауреаты (2-се премия, 1960)
- Мадам Баттерфляй партияһын иң яҡшы башҡарыу буйынса Халыҡ-ара конкурс лауреаты (3-сө премия, 1970, Осака)
- Грузин ССР-ының халыҡ артисткаһы (1965)
- СССР-ҙың халыҡ артисткаһы (1976)[2]
- Грузин ССР-ының З. П. Палиашвили исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1971)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (22.08.1986)
- «Почёт Билдәһе» ордены
- «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы (17.04.1958)
- З. Анджапаридзе исемендәге премия
- Кутаисиҙың почётлы гражданы[3].
Вокаль партиялары
үҙгәртергә- «Даиси», З. П. Палиашвили — Маро
- «Абесалом и Этери», З. П. Палиашвили — Этери, Мариха
- «Миндия», О. В. Тактакишвили — Мзия
- «Евгений Онегин», П. И. Чайковский — Татьяна
- «Иоланта», П. И. Чайковский — Иоланта
- «Пиковая дама», П. И. Чайковский — Лиза
- «Травиата», Дж. Верди — Виолетта
- «Трубадур», Дж. Верди — Леонора
- «Аида», Дж. Верди — Аида
- «Отелло», Дж. Верди — Дездемона
- «Дон Карлос», Дж. Верди — Елизавета
- «Богема», Дж. Пуччини — Мими
- «Мадам Баттерфляй», Дж. Пуччини — мадам Баттерфляй
- «Фауст», Ш. Гуно — Маргарита
- «Нана», Р. Габичвадзе — Нана
- «Лела», Р. И. Лагидзе — Лела
- «Алеко», С. В. Рахманинова — Земфира
- «Лоэнгрин», Р. Вагнер — Эльза
- «Паяцы», Р. Леонкавалло — Недда
Фильмография
үҙгәртергә- 1966 — «Абесалом и Этери» — Этери партияһы
- 1971 — «Даиси» — Маро партия
- 1983 — «Ратили» — операларҙан ариялар
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Том 1. А — Гонг. 1072 стб. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1973 год
- ↑ Большая Российская энциклопедия: В 30 т. / Председатель науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред С. Л. Кравец. Т. 1. А — Анкетирование. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2005. — 766 с.: ил.: карт. (стр 616)
- ↑ Победившая соловья (Медея Амиранашвили) 2014 йыл 29 апрель архивланған.