Альтерман Исай Моисеевич
Альтерман Исай Моисеевич (21 сентябрь 1910 йыл, — 1 ноябрь 1985 йыл) — совет дирижеры. Молдавия ССР-ының, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1963)[1] Литва ССР-ының атҡаҙанған артисы (1957).
Альтерман Исай Моисеевич | |
рус. Исай Моисеевич Альтерман | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 21 сентябрь 1910 |
Тыуған урыны | Орёл, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1 ноябрь 1985 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Кишинёв, Молдавия Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | дирижёр |
Эш урыны | Санкт-Петербург консерваторияһы |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург консерваторияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИсай Моисеевич Альтерман 1910 йылдың 21 сентябрендә Орёл ҡалаһында тыуған[2]. 1930 йылдан алып 1939 йылға тиклем Н. А. Римский-Корсаков исемендәге Ленинград консерваторияһында скрипка һәм композиция класы буйынса уҡый[2]. 1934 йылдан алып консерватория эргәһендәге опера студияһында дирижер булып хеҙмәт итә. 1937—1939 йылдарҙа Ленинград радио тапшырыу оркестры дирижеры, Ленинград блокадаһы осорондa оркестр ҡалала ҡала[3]. 1942—1945 — старший инструктор политотдела армии Ленинград фронты армияһы сәйәси бүлегенең өлкән инструкторы, капитан званиеһында[4]. 1946—1953 йылдарҙа — Ленинград консерваторияһында уҡыта (уның уҡыусылары араһында — Римас Юозович Генюшас)[5].
1953—1958 йылдарҙа — Вильнюстағы Литва дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры, 1958—1961 йылдарҙа Исай Альтерман Кишинев опера һәм балет театрының баш дирижеры Д. Г. Гершефельдты алмаштыра[2]. 1961—1966 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театрының баш дирижеры һәм художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә[6] . 1966—1969 йылдарҙа — Һарытау опера һәм балет театры дирижеры.[7]. 1969 йылдан алып ғүмеренең аҙағынаса Молдавия дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры булып эшләй. Музическу исемендәге Кишинев сәнғәт институтында уҡыта (уҡыусылары араһында — Юрий Насушкин, Валентин Дони)[8]
Ҡатыны — Надежда Михайловна (Хаимовна) Геселевич (1904—1963), Ленинград консерваторияһын тамамлаған (1928)[9].
Маҡтаулы исемдәр һәм башҡа бүләктәр[4]
үҙгәртергә«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы (02.06.1943)
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Isai Alterman Biografie . Дата обращения: 10 июнь 2011. Архивировано 10 декабрь 2011 года. 2011 йыл 10 декабрь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 [1] 2020 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ Л. М. Маргулис «Человек из оркестра»(недоступная ссылка)
- ↑ 4,0 4,1 Память народа
- ↑ Римас Генюшас в Энциклопедии музыки
- ↑ Ватандаш 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Юрий Базацов «Все оперные партии, о которых мечтал, я исполнил…»
- ↑ Yury Nasushkin-Labovsky(недоступная ссылка)
- ↑ Их сын — политолог Анатолий Георгиевич Орлов (род. 1939), специалист по политическим системам стран Латинской Америки