Алфёрова Ирина Ивановна

Алфёрова Ирина Ивановна (13 март 1951 йыл) — СССР һәм Рәсәй актрисаһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2007)[6].

Алфёрова Ирина Ивановна
рус. Ирина Ивановна Алфёрова
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2][4][5] (73 йәш)
Тыуған урыны Новосибирск, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Сергей Мартынов[d]
Балалары Алфёрова Ксения Александровна
Һөнәр төрө театр актёры, кино актёры, актёр
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Дуҫлыҡ ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Почёт ордены
Рәсми сайт irinaalferova.com

Биографияһы үҙгәртергә

Ирина Ивановна Алфёрова 1951 йылдың 13 мартында Новосибирск ҡалаһында тыуған. Уның ата-әсәһе актёр түгел, ааһы — Алферов Иван Кузьмич (1981 йылда вафат була[7]) һәм әсәһе Ксения Архиповна Алферова (02.1922)[8]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм һуғыштан һуң, белем алғас, икеһе лә юрист-адвокат була. Иринаның өлкән апаһы — Алферова Татьяна Ивановна (1.04.1950—09.1997), юрист, адвокат.

Ирина Новосибирск ҡалаһының 29-сы урта мәктәбендә уҡый. Артабан икенсе мәктәптә уҡый һәм 170-се урта мәктәпте тамамлай[9].

Ул мәктәптең өлкән кластарында уҡыған саҡта Новосибирскиҙың Академҡаласығындағы Ғалимдар йорто янындағы театр студияһында шөғөлләнә[8].

1968 йылда урта мәктәпте тамамлау менән әсәһе менән Мәскәүгә А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтына (ГИТИС-ҡа) уҡырға йүнәлә. Ҡабул итеү имтихандарының һөҙөмтәләре буйынса Дудин Владимир Федорович курсында уҡый башлай һәм уны 1972 йылда уңышлы тамамлай.

Кино һәм телевидениела эшләүе үҙгәртергә

Дүртенсе курста уҡыған саҡта Ирина Алферовағаяһында Даша ролен башҡара (1977). Әммә режиссёр Василий Ордынский уға бер үк ваҡытта театрҙа уйнамаҫҡа тигән бер шарт ҡуя. Ирина ризалаша. Был ролдә уйнау яңы ғына кинемотографияға аяҡ баҫҡан актрисаның данын бөтә союзға таныта. Алферов былай тип хәтерләй: «минең бер ниндәй ҙә практик тәжрибәм булманы, профессионализмға киноға төшөрөү майҙансығында өйрәндем. Биш йыл кинолға төшкәндән һуң мин театрҙа уйнай башланым һәм ни өсөн минең күҙҙәремдән аҡҡан йәштең тамаша залында халыҡҡа күренмәгәненә башта ныҡ аптыраным»[10].

Кинолағы киләһе ҙур роле — был «Д ' Артаньян һәм өс мушкетер» мажаралы музыкаль телефильмындағы (1978) Констанция роле. Был ролгә башта режиссёр Георгий Юнгвальд-Хилькевич Симонова Евгенияны алырға теләй, Госкино етәкселеге Алферова Иринаны төшөрөргә мәжбүр итә. Режиссерға буйһонорға тура килә, ләкин ул был роль өсөн Алферованың музыкаллелеге етмәй тип һанай. Шунлыҡтан ролдең тауышын Анастасия Вертинская башҡара, сөнки был роль өсөн режиссёр Иринаның тауышын артыҡ түбән һәм тупаҫыраҡ тип таба. Юнгвальд үҙенең бер хәтирәләр китабында һәм үҙ интервьюларының береһендә актриса Алферованы төшөргәне тураһында бик ҡырҡа һүҙҙәр әйтә: "«От Ирины Алфёровой у меня оскомина до сих пор. Эта Констанция мне всю картину испортила, она же типичная кухарочка из приличного дома, хорошенькая, но вовсе не приближённая фрейлина королевы Франции. Актриса Алфёрова, по-моему, никакая. Она, например, не могла, танцуя, петь, то есть рот открывать. Пела за неё Елена Дриацкая из питерского театра оперетты. Балетмейстер фильма — великий Юлий Плахт, промучившись с Алфёровой около двух часов, написал заявление о расторжении договора и отказался от дальнейшей работы на фильме. Еле уболтали продолжать. В результате она только танцует в картине. А рот не открывает! Ну, не смогла. Плахт называл её „инвалидом 1812 года“. Может, я и стал для Боярского папой Карло, но не знаю, кем надо быть, чтобы из такого полена, как Алфёрова, что-нибудь вытесать. Говоришь ей: „Помаши, уходя, рукой д’Артаньяну, но незаметно для господина Бонасье, — она пальчиками перебирает. — Ну чего ты пальчиками-то? Ручкой помаши вот так, чуть-чуть“, — показываю как. Не может! Это тоже осталось в фильме. Ей, конечно, тяжело: не своей профессией занимается. Поэтому мне, в отличие от многих, Алфёрова красивой не кажется. И мне понятно, почему Абдулов изменял ей на всех углах.».[11][12] Әммә фильм ҙур уңыш ҡаҙана, һәм унда Алферованың уйнауы тамашасыларға ныҡ оҡшай.[11][13] Фильм тамашасыларҙа тағы ла ҙур популярлыҡ яулай

Александр Абдулов менән ул «С любимыми не расставайтесь» (1979) һәм «Предчувствие любви» (1982) мелодрамаларында төшә.

Һуңынан «Василий Буслаев» (1982) кинофильмында, «ТАСС уполномочен заявить…» (1984) сәйәси детективында, «Ночные забавы» мелодрамаһында ролдәр башҡара(1991).

1990-сы йылдарҙа Алферова эштәренә иғтибар кәмей, берҙән-бер яҡшы роле «Ермак» [1996) киносериалында күренә.

1990 йылда Ирина Александр Серовтың «Ещё раз о любви (Ты меня любишь)» клибында төшә.

Клип киң танылыу ала. «Маркиза» телетапшырыуҙарында ҡатнаша

2000 йылда «Потерянный рай» тигән украин фильмында төшә. 2002 йылда «Лиса Алиса» исемле рәсәй-француз мажаралы фильмында француз дипломаты ҡатынының ролен башҡара.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Рәсәй федерацияһының дәүләт наградалары үҙгәртергә

  • 1992 — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» — сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн[14].
  • 2007 — «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» — сәнғәте өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн[6].
  • 2011 — Дуҫлыҡ ордены — Ватан театр сәнғәтен һәм кинематографияны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн[15].
  • 2017 — Почет ордены — ватан мәҙәниәт, сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн һәм күп йыллыҡ емешле эшмәкәрлеге өсөн[16].

Сит дәүләттәр наградалары үҙгәртергә

  • 2016 — почет ордены «Һамар тәреһе» (Болгария) почет ордены— Рәсәй һәм Болгарияның мәҙәни һәм рухи мөнәсәбәттәре үҫешенә индергән өлөшө өсөн[17].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #62628632 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #129456799 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Ирина Алфёрова // Discogs (ингл.) — 2000.
  5. Irina Alfjorova // ČSFD (чеш.) — 2001.
  6. 6,0 6,1 Указ Президента Российской Федерации В. Путина от 14 февраля 2007 года № 160 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Официальный сайт Президента Российской Федерации // kremlin.ru
  7. Ольга Емельянова, Дмитрий Лифанцев. Хождение по мукам Ирины Алфёровой. «Экспресс-газета» // eg.ru (20 июля 2007 года)
  8. 8,0 8,1 Валерия Шпакова. Ирина Алфёрова: «Муж предлагал усыновить Сашу». — «Выйдя замуж за Сашу, я опять начала плакать. Каждый день. А после того, как расстались, перестала». Сайт журнала «7 дней» // 7days.ru (17 марта 2011 года)
  9. Ирина Ивановна Алфёрова. Народная артистка Российской Федерации. Биография. Официальный сайт Ирины Алфёровой // irinaalferova.com
  10. М. Карапетян. «Знакомьтесь: Ирина Алфёрова и Александр Абдулов». — Навстречу III Всесоюзному совещанию молодых кинематографистов.(недоступная ссылка) Интервью актёров журналу «Советский экран» (1980 год) на официальном сайте Московского государственного театра «Ленком» // lenkom-bilet.ru
  11. 11,0 11,1 Георгий Юнгвальд-Хилькевич. Мушкетеры и Высоцкий
  12. Георгий и Наталия Юнгвальд-Хилькевич. За кадром. — М.: Центрполиграф, 2000. — (Наше кино). — ISBN 5-227-00627-X.
  13. Георгий и Наталия Юнгвальд-Хилькевич. За кадром. — М.: Центрполиграф, 2000. — (Наше кино). — ISBN 5-227-00627-X.
  14. Указ Президента Российской Федерации Б. Ельцина от 31 декабря 1992 года № 1716 «О присвоении почётных званий Российской Федерации творческим работникам». Официальный сайт Президента Российской Федерации // kremlin.ru
  15. Указ Президента Российской Федерации Д. Медведева от 13 марта 2011 года № 296 «О награждении орденом Дружбы Алфёровой И. И.». Официальный сайт Президента Российской Федерации // kremlin.ru
  16. Указ Президента Российской Федерации В. Путина от 17 августа 2017 года № 373 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Официальный сайт Президента Российской Федерации // kremlin.ru
  17. Посол Болгарии наградил актрису Алфёрову почётным орденом «Самарский крест». РИА «Новости» // ria.ru (10 декабрь 2016). Дата обращения: 10 декабрь 2016.

Һылтанмалар үҙгәртергә