Аллабирҙин Шаһивәли Әбделкәрим улы
Аллабирҙин Шаһивәли Әбделкәрим улы (1896 йыл — 16 март 1976 йыл) — совет хужалыҡ эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, ҡыҙылармеец[1][2].
Аллабирҙин Шаһивәли Әбделкәрим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1896 |
Тыуған урыны | Татлыбай, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 16 март 1976 |
Һөнәр төрө | колхозник |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәШаһивәли Әбделкәрим улы Аллабирҙин 1896 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Татлыбай ауыл хакимиәте үҙәге) Татлыбай ауылында тыуған. Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, ҡыҙылармеец[3].
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1908—1915 йылдар — Татлыбай ауылындағы кулак хужалығында ялланып эшләй.
1915—1917 йылдар — Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.
1917—1919 йылдар — Татлыбай ауылында миҙгел эштәрендә хеҙмәт итә.
1919 йылдың 15 мартына тиклем — аҡтар армияһы рядовойы.
1919—1921 йылдар — үҙ ирке менән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә, аҡ бандаларҙы тар-мар итеүҙә ҡатнаша.
1921—1923 йылдар — Татлыбай ауылындағы кулак хужалығында көтөүсе.
1923—1925 йылдар — приискы эшсеһе.
1925—1927 йылдар — БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы составындағы Йәнйегет ауыл советы рәйесе.
1927—1928 йылдар — БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы башҡарма комитеты рәйесе.
1929—1930 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозында етештереү участкаһы мөдире.
1930—1931 йылдар — Мәскәү ҡалаһында курстарҙа белемен камиллаштырыусы курсант.
1931—1932 йылдар — Сталин исемендәге колхозды партия комитеты секретары.
1932—1933 йылдар — Өфө ҡалаһында Башҡортостан өлкә балалар комиссияһының кадрҙар бүлеге мөдире.
1933—1934 йылдар — БАССР-ҙың Бөрйән районында ер бүлеге мөдире.
1934—1938 йылдар — сәйәси золом ҡорбаны[4][5].
1938—1953 йылдар — бөтә төр ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген мотлаҡ тапшырыу буйынса СССР заготовкалар министрлығының (райуполминзаг) һәм май төшөрөү сәнәғәтенең район уполномоченный (вәкәләтле) агенты.
1953—1957 йылдар — БАССР-ҙың Баймаҡ районы Сталин исемендәге колхозының һарыҡ аҫырау-тауар фермаһы (ОТФ) мөдире.
1957 йылдан — БАССР-ҙың Баймаҡ районы «Сибай» совхозының иген ырҙын табағы (зерноток) мөдире, ҡарауылсыһы.
1976 йылдың 16 мартында вафат була[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Аллабердин Шагивалей Абдулкаримович
- Известные люди Баймакского района 2022 йыл 19 ғинуар архивланған.
- Жертвы политического террора. Аллабердин Шагивалей Абдулкаримович 2021 йыл 4 октябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Аллабердин Шагивалей Абдулкаримович
- ↑ Известные люди Баймакского района 2022 йыл 19 ғинуар архивланған.
- ↑ Аллабердин Шагивалей Абдулкаримович
- ↑ Известные люди Баймакского района 2022 йыл 19 ғинуар архивланған.
- ↑ Жертвы политического террора. Аллабердин Шагивалей Абдулкаримович 2021 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ Аллабердин Шагивалей Абдулкаримович
- ↑ Аллабердин Шагивалей Абдулкаримович