Али мөсхәфе
Али мөсхәфе (рус. Мусхаф Али) — был Ҡөрьән йыйынтығы (мөсхәф) Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы һәм кейәүе Али ибн Әби Талип тарафынан йыйылған. Али Ҡөрьәнде беренсе күсереп яҙыусыларҙың береһе була.Үҙенең мөсхәфендә ул, моғайын, Ҡөрьән аяттарын Мөхәммәт Пәйғәмбәргә иңдерелгән ваҡыты буйынса тәртипкә килтергән булғандыр. Шулай уҡ Али йыйынтығында Ҡөрьәндең юҡҡа сығарылған аяттары тураһында өҫтәмә мәғлүмәт булыуы тураһында хәбәр ителә. Шиғый сығанаҡтар раҫлауынса, Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң Али рәсми ҡулланыу өсөн үҙенең мөсхәфен тәҡдим итә, әммә кире ҡағыла[1]. Был нөсхә һаҡланғанмы, билдәле түгел, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул һәр шиғый имамынан уның вариҫына улар өсөн тейешле булған эзотерик тәғлимәт сиктәрендә тапшырылып килгән[2][3][4]
Али мөсхәфе | |
Кем хөрмәтенә аталған | Али |
---|---|
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Али мөсхәфе Викимилектә |
Тарихи бәхәс
үҙгәртергәШиғый имамдар Ҡөрьән үҙгәртелгән тигән фекерҙе кире ҡағалар. Модарресси әйтеүенсә, шиғый имамдар тәүге өс хәлифәне тәнҡитләгәндә, Ҡөрьән тексын боҙоп күрһәтеүҙә ғәйепләмәй. Уның урынына улар хәлифәләр һәм уларҙың эйәрсендәре тексты һаҡлап ҡалған, әммә уның мәғәнәһен боҙған, тип раҫлай. Ғосман кодексында һаҡланған Ҡөрьән тексының ысын булыуына ышаныу шиғый имамдарға таянған күп һанлы риүәйәттәрҙә сағылыш таба. Уларҙың Ғосман кодексы менән риза булмаған берҙән-бер пункты булып 93, 94, 105 һәм 106-сы сүрәләр тора. Уларса105-се һәм 106-сы сүрәләр, Ғөбәй кодексында күрһәтелгәнсә, берҙәм сүрә булып тора. Шулай уҡ 93-сө һәм 94-се сүрәләр бер сүрә тәшкил итә тип һанағандар. Һуңғы раҫлауҙар менән ҡайһы бер иртә мосолман ғөләмәләре, шул иҫәптән Ғүмәр ибн Ғәбдел-Ғәзиз һәм Тауис ибн Ҡайсан риза булған[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Modarressi Hossein. Tradition and Survival: A Bibliographical Survey of Early Shi'ite Literature. — Oneworld, 2003. — Vol. 1. — P. 2. — ISBN 978-1-85168-331-4.
- ↑ رامیار محمود. تاریخ قرآن. — موسسه انتشارات امیرکبیر, 2005. — P. 373, 374.
- ↑ Bar-Asher, Meir M. (2021), "Shīʿism and the Qurʾān", in McAuliffe, Jane Dammen, Encyclopaedia of the Qurʾān, Brill Reference Online, <https://referenceworks.brillonline.com/entries/encyclopaedia-of-the-quran/shiism-and-the-quran-EQCOM_00181>
- ↑ Momen Moojan. An Introduction to Shi'i Islam. — Yale University Press, 1985. — P. 150. — ISBN 9780853982005.
- ↑ Modarressi, Hossein (1993). «Early debates on the integrity of the Qur'ān: a brief survey». Studia Islamica (JSTOR): 5—39.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Обсуждение Мусхафа Али (видео)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |