Алжирҙа ислам — дәүләт дине булып тора, ил халҡының 98,2 проценты ислам динен тота[1]. Бөтә донъя мосолмандарының 2,2 проценты Алжирҙа йәшәй[2].

Алжирҙа ислам
ғәр. الإسلام في الجزائر
Нигеҙләү датаһы VII быуат
Нигеҙләүсе Өмәүиҙәр[d] һәм Укба ибн Нафи[d]
Дәүләт  Алжир
 Алжирҙа ислам Викимилектә
 
Сиди Ганем Мәсете, Алжирҙа иң боронғоһо

Ислам Алжирҙа VII быуатта Төньяҡ Африканы ғәрәптәр баҫып алған саҡта барлыҡҡа килә. Бынан һуң, христиан һәм мәжүси общиналар Әл-Мурабиттар хакимлыҡ иткәнгә тиклем дауам итһә лә, ислам Алжирҙың күпселек өлөшөндә тиҙ тарала. XVIII быуат аҙағында Алжирҙың күпселек өлөшө менән ибәдиҙәр сектаһына ҡараған рустамидтар идара итә.

909 йылда ал-фатимийундар шиғыйҙар династияһы тарафынан ҡыйратылған һәм Сахаралағы Мзаб үҙәненә ҡаса. Унда уларҙың нәҫелдәре әле лә күп осраҡта ибәди булып ҡала. Әл-фатимийундар исмәғилилек доктринаһы Мәғрибта популяр булмағанлыҡтан, фатимийундар киткәндән һуң, был биләмәләр сөнниҙәр тәғлимәтен тотоуын дауам итә. Көньяҡ Алжирҙағы туағуралар (тугарелар) ғына исламды ХХ быуатта ғына ҡабул итә.

Алжирҙа таралған мәлик мәҙһәбен ил халҡының күпселеге ҡабул итә, хәнәфи мәсхәбенә Ғосман хакимлығы осоронда Алжирға күскән төрөктәрҙең нәҫелдәре генә инә[3]

1830 йыл француздар Алжирҙы яулап ала. Уларҙың баҫып инеүе йыш ҡына дини характерҙағы ҡаршылыҡ тыуҙыра. Был ваҡытта суфыйлыҡ туғанлыҡтары — тәриҡәттар. мөһим роль уйнай башлай. Француз колониаль идараһы осоронда колониаль хакимиәт, башҡа дин кешеләренә ҡаршы дини көрәш байрағы аҫтында ил бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшселәрҙең тупланыуынан ҡурҡып, исламдың таралыуына һәр яҡлап ҡамасаулай.

Франция законы буйынса мосолмандар йәмәғәт йыйылыштарын үткәрә һәм утлы ҡорал йөрөтә алмай. Мосолман мәғарифының булмауы исламдың традицион ағымының көсһөҙләнеүенә һәм мөртәтлеккә нигеҙләнгән дини ағымдың барлыҡҡа килеүенә килтерә. Мосолман диненә өндәүсе (вәғәзсеһе) Бен Бадис 1931 йылда Алжир мосолман улемы ассоциацияһын исламды хөрәфәттәргә ышаныу һәм фетишизмдан таҙартыу маҡсатында булдыра[4]. Алжир халҡының азатлыҡ көрәшендә ислам мөһим роль уйнай. Алжир бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, ислам был илдең дәүләт дине була..

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә
 
Төҙөлөп ятҡан мәсет Джамаа әл-Джазаир, Алжирҙа иң ҙуры

Алжирҙа 34,780,000 мосолман йәшәй, был ил халҡының 98,2 % тәшкил итә. Алжирҙағы мосолмандарҙың күпселеге мәлик мәҙһәбенең сөнниҙәре, шулай уҡ илдә хәнәфи мәҙһәбенең вәкилдәре, башлыса төрөктәрҙең тоҡомдары бар. Кабелияла шиғыйҙар аҙ, ә Мзаб үҙәнендә бер нисә ибәдид общинаһы йәшәй. Суфыйҙар берләшмәләре XIX быуатта ҡарағанда аҙ таралған булһа ла, әле лә һиҙелерлек йоғонто яһай[5]. Алжирҙа ислам дәүләт дине булып тора һәм граждандарҙың бөтә тормош өлкәләрен тиерлек көйләй. Мосолманды исламдан баш тартырға һәм башҡа дин ҡабул итергә саҡырыусы һәр кемгә шелтә биреүҙе күҙ уңында тотҡан закон бар[6]. Алжирҙарҙа мосолман изге ҡурсалаусылары йолаһы бар. Сиди Абдеррахман, Алжирҙың изге ҡурсалаусыһы, , уларҙың иң билдәлеһе[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Table: Religious Composition by Country, in Percentages  (инг.), Pew Research Center's Religion & Public Life Project (18 December 2012). 6 апрель 2018 тикшерелгән.
  2. Mapping the Global Muslim Population  (инг.), Pew Research Center's Religion & Public Life Project (7 October 2009). 6 апрель 2018 тикшерелгән.
  3. Louis A. Gordon, Ian Oxnevad. Middle East Politics for the New Millennium: A Constructivist Approach. — Lexington Books, 2016-10-07. — 257 с. — ISBN 9780739196984.
  4. ABDELHAMID BEN BADIS  (фр.), Centerblog (16 avril 2011). 6 апрель 2018 тикшерелгән.
  5. James Morrow. Algeria. — Simon and Schuster, 2014-10-21. — 151 с. — ISBN 9781633559813.
  6. За призывы отречься от ислама и принять другую религию в Алжире будут сажать и штрафовать, NEWSru.com. 6 апрель 2018 тикшерелгән.
  7. Hamilton Alexander Rosskeen Gibb. The Encyclopaedia of Islam. — Brill, 1967. — 1448 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә