Алексеева Татьяна Ивановна (антрополог)

Алексеева Татьяна Ивановна (7 декабрь 1928 йыл, Ҡазан22 июнь 2007 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй антропологы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2000), тарих фәндәре докторы, профессор, Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының төп ғилми хеҙмәткәре, МДУ-ның Антропология музейында һәм Ғилми-тикшеренеү институтында физик антропология һәм кеше экологияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр етәксеһе, Европа антропологтарының Рәсәй бүлеге ассоциацияһы рәйесе. Кешенең Бөтә донъя биологтары ассоциацияһы ағзаһы.

Алексеева Татьяна Ивановна (антрополог)
рус. Татьяна Ивановна Алексеева
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 февраль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) или 7 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 июнь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1]
Вафат булған урыны Вязьма[d], Смоленск өлкәһе, Рәсәй
Ерләнгән урыны Пятницкое зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө антропология
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Институт археологии РАН[d]
Научно-исследовательский институт и Музей антропологии имени Д. Н. Анучина[d]
Уҡыу йорто биолого-почвенный факультет МГУ[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми исеме РФА академигы[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d] һәм тарих фәндәре докторы[d] (1969)
Ғилми етәксе Бунак, Виктор Валерианович[d]
Аспиранттар Бужилова, Александра Петровна[d] һәм Медникова, Мария Борисовна[d]
Уҡыусылар Бужилова, Александра Петровна[d] һәм Медникова, Мария Борисовна[d]
Кемдә уҡыған Бунак, Виктор Валерианович[d] һәм Рогинский, Яков Яковлевич[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены медаль «В память 850-летия Москвы» «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Татьяна Ивановна Алексеева 1928 йылдың 7 декабрендә Ҡазанда тыуа[2]. 1951 йылда Мәскәү дәүләт университетының биология факультетында антропология кафедраһын тамамлай[3]. Т.И. Алексееваның артабан ғалим кеүек үҫешенә совет антропологы В.В.Бунак менән берлектәге оҙайлы эше ҙур йоғонто яһай[4].

1969 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (темаһы «Антропологический состав восточнославянских народов и проблемы их происхождения»)[3]. Оҙаҡ ваҡыт Мәскәү дәүләт университетының Д.Н.Анучин исемендәге Ғилми-тикшеренеү институтында эшләй, ә һуңғы йылдарҙа был институттың һәм Мәскәү дәүләт университеты Антропология музейының директоры була[4].

1991 йылдың 7 декабрендә Т. И. Алексеева Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана , Йәмәғәт һәм гуманитар фәндәр секцияһы («Рәсәй тарихы» белгеслеге). 2000 йылдың 26 майында тарих-филология фәндәре бүлеге (тарих секцияһы) буйынса Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана[2].

Мәскәү дәүләт университеты биология факультетының антропология кафедраһында уҡыта[5]. «Российская археология», «Вопросы антропологии», «Opus. Междисциплинарные исследования в археологии» журналдарының мөхәрририәт советы ағзаһы булып тора[3].

2007 йылдың 22 июнендә Мәскәүҙә вафат була.[2][3]. Пятницкий зыяратында ире антрополог Валерий Павлович Алексеев менән йәнәш ерләнә[4].

  • В. П. Алексеев һәм Т. И. Алексеева иҫтәлегенә «Алексеева уҡыуҙары» үтә.
  • 2018 йылдың 5 декабрендә Ғилми-тикшеренеү институтында һәм Мәскәү дәүләт университетының Антропология музейында Рәсәй һәм Японияның фәнни «Физиологическая антропология и экология человека: аспекты изучения современного и древнего населения» симпозиумы эш башлай антропология музейы эш башлай (РФА академигы Т.И.Алексееваның 90-йәш тулыуына)[6] .

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Т. И. Алексееваның фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре этник антропология һәм кеше экология өлкәһенә ҡарай[7]. Кеше расалары һәм популяциялары араһында антропологик айырмаларҙың килеп сығышын өйрәнгәндә, ул «адаптив типтағы» формалашыу гипотезаһын тирә-яҡ мөхит йоғонтоһона мираҫ итеп беркетелгән биологик реакция нормаһы булараҡ күрһәтә, ул кеше тарафыннан ойкумендар үҙләштереүҙең башланғыс стадияларында барлыҡҡа килгән һәм кешелек тарихының төрлө осорҙарында — хатта хәҙерге заманға тиклем күрһәтелә. СССР-ҙың һәм Монголияны үҙ эсенә алған бөтә территорияларҙа антропологик экспедицияларҙың ойоштороусыһы һәм етәксеһе була[3]

Ҡыңғырау рәүешле кубоктар мәҙәниәте халҡының славян антропологик тибына[8] тура килгәнлеген билдәләй

Хәҙерге Австрия, Швейцария, Төньяҡ Италия, Көньяҡ Германия, Венгрия һәм Балҡан ярымутрауының төньяҡ-көнбайыш территорияһын үҙ эсенә алған боронғо рус (һәм хатта хәҙерге заман Днепр буйы) халҡының һәм Альп алды зонаһы халыҡтарының антропологик яҡынлығын асыҡлай һәм нигеҙләй[3].

Антропология һәм этнография ҡаҙаныштарын популярлаштырыуҙа әүҙем шөғөлләнә [4].

Бүләктәре һәм премиялары

үҙгәртергә
  • Дуҫлыҡ ордены (1999) —Рәсәй Фәндәр академияһының 275 йыллығы айҡанлы ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе һәм квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн[9]
  • «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы[3]
  • Н Н.Миклухо-Маклай исемендәге премия лауреаты — «Homo Sungirensis. Верхнепалеолитический человек: экологические и эволюционные аспекты исследования» коллектв монография өсөн[2]

Баҫмалары

үҙгәртергә

Көнсығыш Европа халыҡтарының этник антропологияһы проблемалары, кешене Ерҙең төрлө экологик урындарына, тарихи антропоэкология проблемаларына яраҡлаштырыу буйынса 250-нән ашыу ашыу ғилми хеҙмәт һәм монография авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән:

  1. Происхождение и этническая история русского народа // Труды Ин-та этнографии АН СССР. М., 1965 (В соавторстве с Бунаком В. В.)
  2. Этногенез восточных славян по данным антропологии. М.: МГУ, 1973.
  3. Истоки антропологических особенностей славян // Антропология и геногеография. – М., 1974. – С. 44.
  4. Географическая среда и биология человека. М.: Мысль, 1977.
  5. Адаптивные процессы в популяциях человека. М.: МГУ, 1986.
  6. Неолит лесной полосы Восточной Европы (антропология Сахтышских стоянок). Ред. Т. И. Алексеева. М.: Научный Мир, 1997. 191 с. (Ответственный редактор и автор 4 разделов)
  7. Восточные славяне. Антропология и этническая история. Ред. Т. И. Алексеева. М.: Научный Мир, 1999. 336 с. (Ответственный редактор и автор 4 разделов)
  8. Адаптация человека в различных экологических нишах Земли (биологические аспекты). М.: МНЭПУ, 1998. 280 с.
  9. Homo sungirensis. Эволюционные и экологические аспекты исследования человека верхнего палеолита. Ред. Т. И. Алексеева и Н. О. Бадер. М: Научный мир. 2000. 468 с. (Ответственный редактор и автор 4 разделов)
  10. Антропология. Онлайн учебник.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Алексеева Татьяна Ивановна. Историческая справка. // Официальный сайт РАН. Дата обращения: 31 ғинуар 2017.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Алексеева Т. И. // Сайт «Российская антропология» Содружества физических антропологов России. Дата обращения: 31 ғинуар 2017. 2017 йыл 3 февраль архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Россия лишилась выдающегося антрополога. // Сайт «Полит.ру». Дата обращения: 31 ғинуар 2017.
  5. Из истории кафедры антропологии. Татьяна Ивановна Алексеева (1928—2007). // Сайт кафедры антропологии биологического факультета МГУ. Дата обращения: 31 ғинуар 2017. 2016 йыл 2 ноябрь архивланған.
  6. Новости НИИ и Музея антропологии
  7. Алексеева Татьяна Ивановна. Направления деятельности. // Официальный сайт РАН. Дата обращения: 31 ғинуар 2017.
  8. Перевезенцев С. В. . Россия. Великая судьба. — М.: Белый город, 2009. — 704 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-7793-1855-6. — С. 16—17.
  9. Указ Президента Российской Федерации от 4 июня 1999 года № 701 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Российской академии наук». // Официальный сайт Президента России. Дата обращения: 21 ғинуар 2017.
  • Арутюнов С. А. К юбилею Т. И. Алексеевой // Российская археология. 1998. № 4
  • Бужилова А. П. Татьяна Ивановна Алексеева (1928—2007). — М.: Наука, 2009. — 87 с. — ISBN 978-5-02-035428-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә