Айманов Шәкен Кенжетай улы

совет һәм ҡаҙаҡ актёры һәм театр һәм кино режиссёры
(Айманов Шакен Кенжета улы битенән йүнәлтелде)

Шәкен Кенжетай улы Айманов (ысын исеме — Шаһкәрим (Шаһкерім[1]ҡаҙ. Шәкен Кенжетайұлы Айманов; 19141970) — совет һәм ҡаҙаҡ актёры һәм театр һәм кино режиссёры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1959).

Айманов Шәкен Кенжетай улы
ҡаҙ. Шәкен Кенжетайұлы Айманов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 2 (15) февраль 1914
Тыуған урыны Баянаул[d]
Вафат булған көнө 23 декабрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем сәбәбе переезд[d]
Ерләнгән урыны Центральное кладбище (Алма-Ата)[d]
Һөнәр төрө актёр, кинорежиссёр, театр режиссёры, сценарий яҙыусы
Эш урыны Ҡаҙаҡфильм
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Кинематографистар союзы[d]
Жанр социалистик реализм[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы
 Айманов Шәкен Кенжетай улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1914 йылдың 2 (15) февралендә Баян-Ауылда (башҡа сығанаҡтар буйынса — Баянауыл районында[2]) (хәҙер —(хәҙер Ҡаҙағстандың Павлодар өлкәһе) малсы-крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Сығышы менән Арғын Урта ҡәбиләһенең Һөйөндөк ырыу составындағы Айҙабол ырыу араһынан.

1928 йылда урта мәктәпте тамамлай[3].19311933 йылдарҙа Семипалатинскиҙа Ҡаҙаҡ педагогия техникумында уҡый.

1933 йылда яҙыусы Г. М. Мусрепов саҡырыуы буйынса Алматыға килә һәм Ҡаҙаҡ драма театрының труппаһына ҡабул ителә (хәҙер М. О. Ауэзов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театры), 19471951 йылдарҙа — ошо театрҙың баш режиссёры һәм художество етәксеһе, унда 1953 йылға тиклем эшләй.

Театрҙа эшләгән осорҙа психологик характеристика сағыулығы хас булған актёрлыҡ оҫталығын күрһәтә[4].

1938 йылдан кинола төшә, 1954 йылда — «Каҙаҡфильм» киностудияһы режиссёры.

Үҙенең ҡаҙаҡ драма театрында карьераһын башлай һәм уғ 20 йыл ғүмерен арнай. Йәш актёрҙан алып баш режиссёр һәм художество етәксеһенә тиклем юлды үтә[5]

1953 йылда театрҙан киноға күсә. «Мин театрҙы яратам, әммә кино кеүек театр тамашасаны шул тиклем солғап ала алмай. Спектакль бер генә теартҙа, иң яҡшы осраҡта — бер нисә театрҙа, бара. Ә фильмды тиҫтәләрсә мең кеше ҡарай»[5].

Отелло образы — Аймановтың йондоҙло роле. Шекспирҙың 400 йыллығын байрам иткәндә ул сәхнәнән Отелло монологын уҡый, һәм был һәм был иҫ киткес ваҡиға була. Ул саҡта бөйөк Шекспир сәхнәнән тәүге тапҡыр ҡаҙаҡ телендә яңғырай[5].

«Һаҡалһыҙ алдаҡсы» фильмында ул сценарийҙың авторҙашы, режиссёр-ҡуйыусыһы һәм төп ролде башҡарыусыһы булараҡ сығыш яһай[5] «Беҙҙең һөйкөмлө табип» картинаһы уға бөтә Союз данын алып килә[5]. Был фильмда Айманов тәүге тапҡыр «камео» элементын ҡуллана[5]. «Теүәтәйле фәрештә» картинаһының сценарийы тормоштан алынған. Аймановтың туған тейешле Айнагөл апаһы үҙенең кесе улын өйләндерергә уйлап, кәләш эҙләй[5]. 1963 йылда Халыҡ-ара Мәскәү кинофестивалендә йәшерен директива буйынса совет фильмы еңергә тейеш була. Жюри икегә бүленә. Хәл иткес тауыш итальян Федерико Феллини файҙаһына була. Был тауышты кинорежиссёр Айманов бирә[5]. Мәскәүҙәге Беренсе Бөтә донъя кинофестивалендә бейеү буйынса ярыш ойошторола. Ул саҡта тәүге тапҡыр «Буги-вуги» бейеүен башҡаралар. Айманов американ кино йондоҙо Элизабет Тейлор менән бейей һәм һәм беренсе урынға лайыҡ була[5].

1963 йылдан — Ҡаҙаҡ ССР-ының композиторҙар союзы идаралығының беренсе секретары.

Ҡаҙаҡ ССР-ының 4-се һәм 7-се саҡырылыш Юғары советына депутат итеп һайлана.

1940 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.

Шәкен Айманов 56-сы йәше менән барғанда ДТП-ла һәләк була: 1970 йылдың 23 декабрендә Мәскәүҙә Горький урамында бер машина бәреп китә[6]. Алматылағы Үҙәк зыяратта ерләнгән.

  • ағаһы — Абдүкәрим Айманов (хәҙер мәрхүм) — финансист
  • ҡустыһы — Каукен Кенжетаев (1916—2008), йырсы, Ҡаҙаҡ опера һәм балет театры режиссёры, Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1959)
  • улы — Морат Айманов (1939—1993) оператор, атаһы менән берлектә «Атайҙар ере» фильмын төшөрә[5].
  • ейәнсәре — Динә Айманова, Морат Аймановтың ҡыҙы[7]. Режиссерҙың берҙән-бер хәҙерге ваҡытта иҫән[5] вариҫы. Йырсы.
  • бүләһе — Айманов Далер, рәссам-дизайнер (1995)
  • ҡыҙы — Майра Айманова (1938—1993), опера йырсыһы.
  • кейәүе — Асанали Ашимов (1937 йылғы), актёр, театр һәм кино режиссёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).

Театраль ижады

үҙгәртергә
  • «Минең дуҫым» (Н. Ф. Погодин — Граммофонов)
  • «Ахан-Сере һәм Аҡтоҡты»(Г.М.Мусрепов — Ахан-Сере
  • «Ҡуҙый Күрпәс һәм Баян Һылыу» (Г. М. Мусрепов — Кодар)
  • «Ҡара Ҡыпсаҡ Ҡобланды» (М.О.Ауэзов — Ҡобланды)
  • «Төнгө күкрәү» (М. О. Ауэзов — Казанцев)
  • «Абай» (М. О. Ауэзов һәм Л.С.Соболев — Кәрим)
  • «Гроза» (А. Н.Островский — Тихон)
  • «Мылтыҡлы кеше»(Н.Ф.Погодин — Иван Шадрин)
  • «Кирене ҡулға өйрәтеү» (У. Шекспир — Петруччио)
  • «Отелло» (У. Шекспир — Кассио, Отелло)
  • «Исатай һәм Мөхәббәт» (И. Джансугуров — Исатай)
  • «Америка тауышы»(Б.А.Лавренёв — Кидд)
  • «Еңеүселәр» (Б.Ф.Чирсков — Кривенко)
  • «Тәрән тамырҙар» (Дж. Гоу һәм А. д’Юссо — Бретт)
  • «Төптә» (М.Горький — Сатин)
  • «Ревизор» (Н. В. Гоголь — Хлестаков)
  • «Алдар-Косе»(Ш. Х. Хөсәйенов — Алдар-Косе)
  • «Намыҫ гвардияһы» (А. Абишев һәм М. О. Ауэзов — Фогель)
  • «Пётр Крылов» (К.Я.Финн һәм М. О. Ауэзов — Крылов)
  • «Профессор Мамлок» (Ф. Вольф — доктор Гельпак
  • «Талантттар һәм табыныусылар» (А. Н. Островский — Великатов)

Режиссер

үҙгәртергә
  • 1945 — «Амангельды» (Ш. Х. Хусаинов)
  • 1947 — «Дружба и любовь» (А. Абишев)
  • 1948 — «Поединок» (Х. Жумалиев һәм А. Сарсенбаев)
  • 1949 — «Талантттар һәм табыныусылар» (А. Н. Островский)
  • 1949 — «Абай» (М. О. Ауэзов һәм Л. С. Соболев)
  • 1951 — «Балан сауҡалығы» (А. Е.Корнейчук)
  • 1958 — «Ахан-Сере һәм Аҡтоҡты» («Шағир фәжиғәһе»)(Г. Мусрепов)
  • «Мылтыҡлы кеше» (Н. Ф. Погодин)
  • «Намыҫ законы» (А.П. Штейн)

Фильмографияһы

үҙгәртергә
  1. 1940 — Райхан — Сарсен
  2. 1943 — Аҡ роза — Джакпан
  3. 1945 — Абай йыры — Шарип
  4. 1948 — Алтын мөгөҙ — Жакен Досанов
  5. 1952 — Джамбул — Джамбул
  6. 1956 — Беҙ бында йәшәйбеҙ — Беисов
  7. 1957 —Беҙҙең һөйкөмлө табибыбыҙ — драматик актёр
  8. 1960 — Бер районда — Сабир Баянов
  9. 1964 — Һаҡалһыҙ алдаҡсы — Алдар Косе
  10. 1969 — Найзатас итәгендә — Бейсембай

Режиссер

үҙгәртергә
  1. 1954 — Дала ҡыҙы (К. Гаккель менән берлектә)
  2. 1954 — Мөхәббәт тураһындағы поэма (К. <i id="mw8w">Гаккель менән берлектә</i>)
  3. 1956 — Беҙ бында йәшәйбеҙ.
  4. 1957 — Беҙҙең һөйкөмлө табибыбыҙ
  5. 1960 — Бер районда
  6. 1961 — Йыр саҡыра
  7. 1962 — Урам саты
  8. 1964 — Һаҡалһыҙ алдаҡсыҺаҡалһыҙ алдаҡсы
  9. 1966 — Атайҙар ере
  10. 1968 — Түбәтәйле фәрештә
  11. 1970 — Атамандың аҙағы

Сценарист

үҙгәртергә
  1. 1960 — Бер районда (И. Саввин менән берлектә)
  2. 1961 — Йыр саҡыра И. Саввин һәм М. Ерзинкян менән берлектә)
  3. 1964 — Һаҡалһыҙ алдаҡсы (Л. Варшавский менән берлектә)
  4. 1968 — Түбәтәйле фәрештә (Я. Зискинд менән берлектә)
  5. 1969 — Найзатас итәгендә (Т. Маткаримов менән берлектә)

Художество етәксеһе

үҙгәртергә
  1. 1959 — Тормош юлы
  2. 1966 — Йыр ҡанаттары

Тауышландырыу

үҙгәртергә
  1. 1968 — Аҡсаҡ ҡулан (анимация)

Наградалары һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  1. Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ артисы (1947)[8]
  2. СССРр-ҙың халыҡ артисы (1959)
  3. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952, «Абай» спектаклен (М. О. Ауэзов) ҡуйған өсөн)
  4. К. Байсәйетова исемендәге Ҡаҙаҡ ССР-ының дәүләт премияһы (художество етәксеһе, 1967, «Йыр ҡанаттары» фильмы)
  5. К. Байсәйетова исемендәге Ҡаҙаҡ ССР-ының дәүләт премияһы (үлгәндән һуң) (1972, «Атаман аҙағы»)
  6. Ленин Ордены (1967)
  7. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1946)
  8. Ике «Почёт Билдәһе» ордены
  9. «Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1940)
  10. «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн»
  11. Бөтә Союз кинофестивале (Өсөнсө премия, 1958, «Беҙ бында йәшәйбеҙ» фильмы)
  12. Халыҡ-ара Азия һәм Африка илдәре кинофестивале. Ташкент (иҫтәлекле диплом, 1958, «Беҙҙең һөйкөмлө табибыбыҙ» фильмы)
  13. Бөтә Союз кинофестивале (дәртләндереү дипломы, 1959, «Беҙҙең һөйкөмлө табибыбыҙ» фильмы)
  14. Урта Азия һәм Ҡаҙағстан республикаһы кинематографистары смотр-конкурсы (иң яҡшы режиссёрлыҡ эше өсөн, 1963, «Урам саты» фильмы)
  15. Урта Азия һәм Ҡаҙағстан республикаһы кинематографистары смотр-конкурсы («Тау хрустале» юғары приз һәм беренсе дәрәжә дипломы иң яҡшы уйын фильмы өсөн («Беҙҙең баласаҡ күктәре» фильм менән бүлешә), 1967, «Атайҙар ере»).
  16. Урта Азия һәм Ҡаҙағстан республикаһы кинематографистары смотр-конкурсы(Диплом, 1969, «Түбәтәйле фәрештә» фильмы).
  • Ш. Айманов ижадына арналған документаль фильмдар: «Айманов Шәкен» (1974), «Айманов Шәкен: кеше һәм легенда» (2014, реж. Нусипбеков), «Иң юғары дәрәжәләге оҫта» (2016, реж. Майя Бекбаева).
  • Алматыла Шәкен Айманов исеме урамға бирелгән һәм уның исемен «Ҡыҙыҡфильм» киностудияһы йөрөтә(1984), режиссёр йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • «Ҡаҙаҡфильм» киностудияһы территорияһында мрамор бюст ҡуйылған. Киностудия янында Айманов музей-кабинеты булдырылған.
  • Әлеге ваҡытта Павлодар ҡалаһында уның исемендәге кинотеатр бар.
  • Алматыла 2003—2014 йылдарҙа йыл һайын «Шакен йондоҙҙары» уйын һәм анимацион фильмдары фестивале үткәрелде.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Киносъемкалар араһында шахмат. уйнаған[5]
  • Ҡаһирәгә сәфәр барышында Айманов совет кинематографистар делегацияһын етәкләй[5]
  • Төрөпкәләр, ҡабыҙғыстар, брелоктар йыйған[9]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рекомендательный библиографический указатель/Национальная библиотека РК. «Voxpopuli.kz». Дата обращения: 3 февраль 2017. Архивировано 3 февраль 2017 года. 2017 йыл 3 февраль архивланған.
  2. Театр Энциклопедия. драматург опера балет режиссёры эстрада, цирк драма оперетта
  3. Жолдасбекұлы М., Салғараұлы Қ., Сейдімбек А. Айманов Шәкен // Елтұтқа. Ел тарихының әйгілі тұлғалары. — Астана: KÜL TEGIN, 2001. — С. 335-336. — 358 с. — ISBN 9965-441-26-X.
  4. М. К. Козыбаев и др. Алма-Ата. Энциклопедия. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской Советской энциклопедии, 1983. — 608 с. — 60 000 экз.
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 20 фактов о Шакене Айманове, которые вы не знали  (рус.), Kazakh-tv.kz. 7 февраль 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 23 март архивланған.
  6. Киноистории Шакена Айманова. «Voxpopuli.kz». Дата обращения: 3 февраль 2017. Архивировано 3 февраль 2017 года.
  7. INFORM.KZ. Внучка Шакена Айманова посетила родину своего знаменитого деда. www.inform.kz. Дата обращения: 7 февраль 2018.
  8. Архивная служба Павлодарской области :: Календарь памятных дат(недоступная ссылка)
  9. К 100-летию Шакена Айманова: было у отца три сына. Дата обращения: 7 февраль 2018.

Һылтанмалар

үҙгәртергә